Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 298 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РУХАН
куҙе асылды, рухы ҡанатланды, фекере нығыны. И. Абдуллин.
♦ Рух өрөү күңел күтәренкелеге биреү; дәрт, көс биреү. □ Поднять дух, настроение. ■ Бер йылмайып көлөуҙәре куңелемә рух өрә. Халыҡ йырынан.
РУХАН [ғәр. l^jj] (Р.: духовно; И.: spiritually; T.: ruhsal bir şekilde) р. кит.
Рухи яҡтан, рухи йәһәттән. □ Духовно. V Кеше ғәйеплеме: дуҫтарым, тормош ҡушһа рухан улеуҙә?! Ғ. Хәйри. Минеңсә, ул [мәктубем] олуғ булырға, уҙен ваҡһытмаҫҡа, уҙе рухан бер кемгә лә сәждә итмәҫкә, бәлки башҡалар уның алдында табынырға тейеш ине. М. Ғафури.
РУХАНИ I [ғәр. (Р: духовный; И.: spiritual; T.: ruhsal) с.
1. Кешенең эске донъяһына, рухҡа мөнәсәбәтле; рухи. □ Духовный. Рухани аҙыҡ. Рухани көс. ■ Кул буйлап яңғырап киткән йыр тауыштары миңә рухани ләззәт бирә. М. Ғафури. Улар [егет менән ҡыҙ] икеһе лә шундай матурҙар, шундай көслөләр — уларҙа физик көс тә, рухани көс тә шундай ташып тора, — улар менән йәшәй башлағандан бирле мин уҙемдә бер ваҡытта ла булмаған кутәренкелек һиҙәм! С. Агиш.
2. Дингә мөнәсәбәтле; дини. □ Религиозный. Рухани мәктәп.
3. Дин хеҙмәтендәге. □ Религиозный. Рухани кеше. ■ Әкбәр тәҡбирен әйтеп, «Фатиха» сурәһен ярым көйлө тауыш менән уҡығанда ойотҡос рухани халәткә кускәйне инде [Хужа]. Ғ. Хөсәйенов.
РУХАНИ II (Р: духовное лицо; И.: clergyman; T.: rahip, vaiz) и.
Дин хеҙмәтендәге кеше. □ Духовное лицо, духовенство. Мосолман руханиҙары. Руханиҙар фекере. ■ Урта Азияла, Волга буйында һәм Көньяҡ Уралда Ислам диненең уҫә, нығый барыуы руханиҙар поэзияһының шәйехе булған Әхмәт Йәсәуиҙең киңерәк популярлашыуы өсөн шарт тыуҙыра. Ә. Харисов. Шаһиншаһ һарайының иң ҙур булеменә руханиҙар, ғәләмдәр, шағирҙар, сауҙагәрҙәр йыйылды. Б. Рафиҡов. Руханиҙар уҙ диндәренең ҡушыуына мыуафиҡ ғибәҙәттәр башҡарҙылар. Т. Хәйбуллин.
РУХАНИЛЫҠ (руханилығы) (Р: должность духовного лица; И.: clergyman’s office; T.: rahiplik, vaizlik) и.
Рухани вазифаһы. □ Должность духовного лица. ■ Ризаитдин Фәхретдин хәҙрәттәре 1906 йылда уҡ, руханилығын, Өфөләге дини идарала ағзалығын ҡалдырып, Ырымбур ҡалаһына кусеп килгәйне. Р Байымов. Һары мыйыҡлы һалдат һуҙ башлағас та, уҙенең фронттағы 9-сы дивизия муллаһы икәнен, .. мосолман һалдаттарына кәрәкле китаптар, доғалыҡтар һәм уҙенә руханилыҡ кейемдәрен алырға ебәрелеуен һөйләне. А. Таһиров.
РУХИ [ғәр. (Р: духовный; И.: spiritual; T.: ruhi) с.
1. Кешенең эске донъяһына мөнәсәбәтле; рухани. □ Духовный. Рухи байлыҡ. Рухи донъя. Рухи ихтыяж. Рухи яҡынлыҡ. ■ Тормоштоң уҙәгенән, замандың тынғыһыҙ хәрәкәтенән шауҡымланған образдар ғына уҡыусыны тулҡынландыра, уға рухи аҙыҡ бирә ала. Ә. Хәкимов. Яҙыусының эше кешенең рухи донъяһын ҡайтанан ҡорорға, байытырға, кешегә хас юғарылыҡҡа кутә-релергә булышырға тейеш. 3. Биишева. Мәҙинә Көнһылыу менән Дауыт араһында туғанлыҡ ҡына тугел, унан да тәрәнерәк — рухи дуҫлыҡ барлығын куптән һиҙә. Т. Ға-рипова.
2. Эске күңел торошона бәйле. □ Душевный. Рухи кутәренкелек.
3. Әхлаҡи. □ Нравственный, моральный. Рухи тарҡалыш. Рухи яҡтан тубән төшөу.
РУХИӘ [ғәр. и. иҫк. ҡар. рух. ■ Мин шәкерттәрҙең әхуәле, рухиәләре менән танышып, Буби менән курештем. М. Ғафури.
РУХ-ЙӘН (Р.: дух; И.: spirit; T.: ruh, сап) и. йыйн.
Рух һәм йән. □ Дух. ■ Ни өсөн унан шағир илһамлана, шиғырына мәңгелек рух-йән ала? Ш. Бабич.
РУХЛАНДЫРҒЫС (Р: воодушевляющий; И.: inspiring; T.: çoşturucu) с.
Дәртләндереүсе, көс-дәрт өҫтәүсе. □ Воодушевляющий, вдохновляющий. Рухландырғыс көс. Рухландырғыс телмәр. Рухландырғыс шиғырҙар.
298