Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 299 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РУЧКА
РУХЛАНДЫРЫУ (рухландыр-) (Р.: воодушевлять; И.: inspire; T.: coşturmak) ҡ.
Күңел күтәренкелеге биреү; дәрт, көс өҫтәү; илһам, дәрт, көс уятыу. □ Воодушевлять, одухотворять, вдохновлять. Көрәшкә рухландырыу. Эшкә рухландырыу. ■ Шиғырың менән рухландырып, һалдың беҙҙе аҡ юлға. Ш. Бабич. Әлихан Бу-кәйхандың нәҡ уҙе һымаҡ фекер йөрөтөуе, милләттәр хәрәкәтендәге берҙәмлек өсөн янып тороуы Зәки Вәлидиҙе ҡапыл рухландырып ебәрҙе. Р. Байымов. Тыуған иле, ер-һыуы, ғәзиз Уралы өсөн ҡорбан булған атай-олатайҙар васыяты кеуек яңғыраған көслө, тетрәткес ҡурай моңо, барлыҡ башҡорт егеттәренең йөрәгенә утеп инеп, уларҙы елкендерә, дошмандарға ҡаршы көрәшкә саҡыра һәм еңеуҙәргә рухландыра һымаҡ. Я. Хамматов.
РУХЛАНДЫРЫУСЫ (Р: вдохновляющий; И.: inspiring; T.: ilham verici) с.
Дәртләндереүсе, көс-дәрт өҫтәүсе.
□ Вдохновляющий. Рухландырыусы кеше. Рухландырыусы әҙәр. Рухландырыусы телмәр.
РУХЛАНЫУ (рухлан-) (Р: воодушевляться; И.: become inspired; T.: coşmak) ҡ.
1. Рухи көс алыу; күңелләнеү, дәртләнеү.
□ Воодушевляться, окрыляться, приободряться. Рухланып эшкә тотоноу. Көрәшкә рухланыу. ■ Яҡуп та уҙенә алмашҡа килеусе уңған балаларынан куҙҙәрен алмай, шуға ла, рухланып китеп, тағы яҡшыраҡ эшләргә уҡтала. Ә. Байрамов. Рамазан, берәр яңы нәмә хаҡында уйлап йөрөгәндә һәм халыҡ алдына сығып һөйләгәндә, уҙендә айырыуса бер рухланыу һәм дәртле ярһыу тоя. Ә. Вәли. Ырымбурҙан утә рухланып ҡайтты Илмырҙа. Я. Хамматов.
2. Кәйеф күтәрелеү, күңелләнеү. □ Окрыляться, приободряться. ■ Әхмәтғәле, Биби ҡарсыҡты кургәс, рухланып: «Ай-Һай, беҙҙең әбей! Эште булдырғандыр, ахыры», — тине. М. Ғафури.
РУХЛЫ (Р: воодушевлённый; И.: spiritualized; inspired; T.: ruhlu) с.
1. Рухи яҡтан көслө, оло хисле. □ Воодушевлённый, вдохновенный, одухотво
рённый. Көслө рухлы. Рухлы тауыш. ■ Ул Украинаның иң матур, иң моңло йырҙарын белә. Тауышы .. тыңлауға бик яғымлы һәм рухлы. Д. Юлтый. Ниңә был баһадир һынлы ир [Йомағол] уның [Рәзиләнең] куҙ алдына донъялағы иң көслө рухлы, аҡыллы кеше булып киләлә баҫа? Н. Мусин.
2. Күтәренке рух менән һуғарылған, юғары рухи көскә эйә. □ Одухотворённый.
■ Былар [төрлө һәнәр кешеләре] араһында урамда революцион рухлы .. юлбашсылар ҙа бар ине. 3. Шәрҡи. [Фатима — тикшереу органдарына:] һеҙ мине һәр ваҡыт шат, һәр ваҡытта рухлы бер кеше итеп курә инегеҙ, һеҙ яңылыштығыҙ һәм көтөлмәгән рәуештә алдандығыҙ. Ғ. Хәйри.
РУХҺЫҘ (Р: бездуховный; И.: uncheerful; T.: ruhsuz) с.
1. Рух яғынан көсһөҙ, хисһеҙ. □ Бездуховный. Рухһыҙ кеше. Рухһыҙ ҡараш.
■ Яңылышалар улар миңә бабай исемен биреп нигеҙһеҙ. Әгәр бабай булһам, булыр инем мин рухһыҙ, дәртһеҙ, ялҡынһыҙ. М. Ғафури.
2. Рухы төшкән, рухи көсө булмаған.
□ Безжизненный, подавленный, невесёлый, безрадостный. Рухһыҙ куңел. Рухһыҙ эшләу. ■ Яҙғы ҡояш йәш ҡыҙҙар шикелле йылмайғанда, куптәр көлгәндә, Ғәли рухһыҙ һәм ҡайғылы булды. Ғ. Хәйри.
РУХҺЫҘЛАНЫУ (рухһыҙлан-) (Р: па дать духом; И.: loose one’s spirits; T.: cesaretini kaybetmek) ҡ.
Pyx төшөү; күңелһеҙләнеү, төшөнкөлөккә бирелеү. □ Падать духом. Рухһыҙланып килеп инде.
РУХҺЫҘЛЫҠ (рухһыҙлығы) (Р: подавленность, безрадостность; И.: soullessness; T.: ruhsuzluk) и.
Рух төшөнкөлөгө; рух төшкән хәл.
□ Подавленность, безрадостность. К Ул [Шәмси] һуҙен һаман әйтмәй, бары уның йөҙөндә өмөтһөҙлөк, рухһыҙлыҡ шәуләһе генә куренә. Ғ. Хәйри.
РУЧКА [рус.] (Р: ручка; И.: pen; Т.: mürekkepli kalem) и.
Яҙыу ҡоралы. □ Ручка. Автомат ручка. Шариклы ручка. ■ Фәрит бөтә көсөн йыйып урынынан ҡуҙғалды ла тумбочка эсенән
299