Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 300 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РЫЦАРЬ
ҡайҙа барһа ла айырылмай торған блокноты менән ручкаһын эҙләп алды. Ф. Әсәнов. Байназар бәләкәй яҡҡа сығып ут яҡтыртты, ручка, ҡағыҙ алып, өҫтәл янына хат яҙырға ултырҙы. Т. Килмөхәмәтов. Людмила ручка тотҡан ҡулы менән яңағына таяна ла, ҡарашын зәңгәр томан эсендә ятҡан офоҡҡа төбәп, уйға тала. Б. Рафиҡов.
РЫЦАРЬ [рус. < нем. Ritter ‘һыбайлы’] (Р.: рыцарь; И.: knight; T.: şövalye) и. тар.
1. Көнбайыш Европала Урта быуаттарҙа ер биләүсе хәрби ҡатлам вәкиле. □ Рыцарь. / Рыцарский. Немец рыцарҙары. Швед рыцарҙары. ■ Доңғорлап торғанлаттар, тимер шлемдар, тәре тотҡалы ҡылыстар уны [Сәғитте] рыцарҙар заманына, уландарҙың, гусарҙарҙың суҡлы кейемдәре Наполеон һуғышы осорона ҡайтарҙы. И. Ғиззәтуллин.
2. Ауыр ҡорал менән ҡоралланған һыбай һуғышсы. □ Рыцарь. / Рыцарский. Атлы рыцарь. ■ Юнкер Миттельдорфтар нәҫеленең рыцарь ҡоралдарын һаҡлау өсөн дә айырым булмә тоталар. Ә. Байрамов.
3. юғары. Киң күңелле, үҙен аямаусы, намыҫлы кеше. □ Рыцарь.
РЫЧАГ [рус.] (Р: рычаг; И.: lever; Т.: manivela) и.
1. Машинаның нимәнелер яйлай, ҡуҙғата торған тотҡалы кендеге. □ Рычаг. / Рычажный. Тиҙлек рычагы. ■ Рычагты уҙемә тартып, акселераторға баҫтым. Танк әле баҫыу юлына, әле аҙыраҡ ҡом һибелгән таш юлға барып сыға. Ғ. Аллаяров. Рычагты тартыу менән, машина ҡуҙғалып та китте. И. Ғиззәтуллин. Фәнил кабинаға осоп тигәндәй менде лә, тиҙлек рычагын кусергәс, газды арттырып, һалмаҡ ҡына ҡуҙғалып китте. Ғ. Лоҡманов.
2. кусм. Ҡуҙғатҡыс, этәргес көс, күтәреүсе сара. □ Рычаг. ■ Куптәр Ҡаҙнабаевҡа килде, ә инде был, партия рычагтарын оҫта файҙаланып, имтихан алыусы кешеләргә уҙ сиратында заданиелар бирҙе: кемде уткәрергә, кемде — юҡ. Д. Бүләков.
РЫЯ I [ғәр. Ди] (Р: лицемерие; И.: hypocrisy; T.: riya, ikiyüzlülük) и.
Ике йөҙлөлөк, яһалма яҡшылыҡ, их-ласһыҙлыҡ. □ Лицемерие, притворство,
двуличие. ■ Мин хәҙер ишан тирәһендәге рыялар хаҡында, шәкерттәрҙең ялҡаулыҡтары хаҡында бик ныҡ һөйләй башланым. М. Ғафури. Хәҙер, эш уҙғас, Исмәғилевтең әллә ысынлап, әллә рыянан кәбәк осороуы уға көлкө тойолдо. Ә. Хәкимов. [Әхмәдул-ланың һуҙҙәренең] тәрән рыя һәм бик ҡаты дошман куреу менән әйтелгәнлеген [Сә-ғидуллин] һис еңеп булмаҫлыҡ бер нескә һиҙеу менән аңлай ине. А. Карнай.
РЫЯ II [ғәр. Ал] (Р: лицемерный; И.: hypocritical; T.: iki yüzlü) с.
1. Ике йөҙлө, ялған. □ Лицемерный, притворный, двуличный. Рыя кеше. ■ Хәсән .. наҙан муллаларҙы, рыя суфыйҙарҙы, алдаҡсы ишандарҙы һөймәй. 3. Һаҙый. • Рыя дуҫтан тура һуҙле дошман хәйерлерәк. Әйтем.
2. Ихласһыҙ, арамъя. □ Нерадивый. Рыя килен. Рыя эш. ■ Үпкәләһәң, упкә ашарһың: һәммәэштәреңрыя. Ш. Бабич.
РЫЯ III [ғәр. Ал] (Р: нерадиво; И.: negligently; T.: baştan savma bir şekilde) р.
Ихлас булмаған рәүештә. □ Нерадиво. Рыя эшләу. ■ Брезент ҡыштырлауҙан Новиков һиҫкәнгәндәй була һәм рыя ғына Тимербайға йылмая. Д. Юлтый. Моратов-тың асыҡ йөҙ курһәтеуе былай ғына, рыя ғына кеуек тойолдо. А. Карнай.
РЫЯЛАНЫУ (рыя л ан-) (Р: лицемерить; И.: be hypocritical; T.: riyakarlık (ikiyüzlülük) etmek) ҡ.
1. Ике йөҙлөләнеү, яҡшатланыу. □ Лицемерить, притворяться. ■ Һин кабинетыңа индергәс, рыяланып, тәуҙә папирос тәҡдим итәһең, .. шунан йыртҡыс януар кеуек талай башлайһың. С. Әлибаев. Ысынында иһә, купме рыяланмаһын, ятһа-торһа куҙ алдынан Маһинур китмәй Тәбәйҙең. Ә. Хәкимов.
2. Эшкә һ. б. ҡарата ихласһыҙлыҡ күрһәтеү; арамъяланыу. □ Быть нерадивым. Рыяланып эшләгән эшенең рәте юҡ.
РЫЯЛЫ I (Р: лицемерный; И.: hypocritical; T.: iki yüzlü) с.
Ике йөҙлө. □ Лицемерный, притворный, двуличный.
РЫЯЛЫ II (Р: лицемерно; И.: hypocritically; T.: ikiyüzlü bir şekilde) p.
300