Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 301 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РӘҒӘТКӘ
Ихлас түгел. □ Лицемерно, двулично. Рыялы һөйләшә. Рыялы йылмая. ■ Ярамһаҡланыу — ул ярарға тырышыу, ярамһаҡланыу — .. уҙ файҙаңды һәм мәнфәғәтеңде куҙәтеп, тубәнлеккә төшөп булһа ла, маҡтау, хәйләле һәм рыялы хуплау.
С. Бәҙретдинов.
РЫЯҺЫҘ I (Р.: прямой; И.: straight; Т.: müstakim) с.
Хәйләһеҙ, эскерһеҙ, ихлас. □ Прямой, открытый, искренний, бесхитростный. Рыяһыҙ дуҫ. Рыяһыҙ мөнәсәбәт. ■ Оҡшаны ҡәлбең, һуҙең һәм нурға сумған килбәтең. Был рыяһыҙ бер генә ҡат һуҙҙәремде ит ғәфу. Ш. Бабич. Бынан аҙаҡ ул [Алтынсәс] иренең дуҫына рыяһыҙ иптәштәрсә, асыҡ ҡуҙ менән тугел, шикле һағайыу менән ҡарарға тейеш. Ә. Хәкимов.
РЫЯҺЫҘ II (Р.: добросовестно; И.: in good faith; T.: vicdanla, iyi niyetle) p.
Еренә еткереп, хәйләһеҙ эшләнгән. □ Добросовестно. Рыяһыҙ эшләу. Рыяһыҙ ҡарау. ■ Дуҫҡайым, — тип рыяһыҙ һуҙһам ҡулымды дуҫ итеп, гел уҫаллыҡтар менән тулған ҡара бер эс курәм. Д. Юлтый.
РЭП [рус. < ингл. rap] (Р: рэп; И.: rap; Т: гар) и.
1. Шиғырҙы ритмик музыкаға көйләп һөйләү. □ Рэп. Рэп яратыусылар өсөн тамаша. Рэп башҡарыу.
2. Шул музыкаға бейеү. □ Рэп (танец). Рэп бейеу.
РЭПЕР [рус. < ингл. rapper] (Р: рэпер; И.: гаррег; T.: rapcı) и.
Рэп башҡарыусы. □ Рэпер. Оҫта рэпер. Йәш рэпер. Рэперҙың сығышы.
РӘБИҒ [ғәр. и. иҫк. кит. ҡар. яҙ. Рәбиғ ҡояшы. Рәбиғ айҙары.
РӘБӘҒӘТҺЕҘ I (Р: неуклюжий; И.: awkward; T.: hantal) с.
Ҡылыҡ-ҡиәфәте килешһеҙ, яман. □ Неуклюжий. Рәбәғәтһеҙ кеше. Рәбәғәтһеҙ төҫ.
РӘБӘҒӘТҺЕҘ II (Р: неуклюже; И.: awkwardly; T.: beceriksizce) р.
Килешһеҙ, килбәтһеҙ рәүештә. □ Неуклюже. Рәбәғәтһеҙ һөйләшеу. Рәбәғәтһеҙ хәрәкәтләнеу.
РӘҒАЯ [ғәр. beJj] (Р: гражданин; И.: citizen; T: reaya) и. иҫк. кит.
Бер илдең халҡы. □ Гражданин. Ил рәғаялары.
РӘҒБӘТ [ғәр. (Р: желание; И.: wish; T.: rağbet) и. иҫк. кит. ҡар. теләк.
1. Нимәгәлер булған ынтылыш. □ Желание, стремление. Куңел рәғбәте. ■ Пётр батшаның төньяҡ тарафта Балтик диңгеҙенә, төшлөк яғына Ҡара диңгеҙгә сығыу рәғбәте бик ҙур ине. М. Һаҙыев. Быларҙың [балаларҙың] теҙелешеп уҡығандарын, ғилемгә рәғбәттәрен кургәс, мөғәллим булыуым өсөн уҙемде бәхетле хисап итә инем. М. Ғафури.
2. Өлгө, үрнәк. □ Пример, образец. Рәғбәт итеу. ■ Хоҙауәндә, фазлың илә һин мәҙәт ҡыл, барса мөьминдең куңелен рәғбәт ҡыл. Мөнәжәттән.
РӘҒЕМ [ғәр. j] и. иҫк. кит. ҡар. нәфрәт. ■ Дуҫтар бар кире ҡағыр рәғемегеҙҙе. М. Аҡмулла.
РӘҒИӘ [ғәр. (Р: население; И.: ingabitants; T: reaya, yurttaş) и. иҫк. кит.
Бер дәүләттең халҡы. □ Население, подданные. ■ Үҙ рәғиәһе илә уйнаған, уҙ ҡулы аҫтындағыларға золомлоҡ ҡылған йорт уңмаҫ булыр барыбер. Ғ. Хөсәйенов, һамар һыуының шимал тарафы Кусем ханға булды, рәғиәһе башҡорт ине. «Башҡорт шәжәрәләре»нән.
РӘҒИӘТ [ғәр. (Р.: граждане; И.: citizen; T.: reaya, vatandaş) и. иҫк. кит.
Билдәле бер дәүләт граждандары, бер илдең халҡы. □ Граждане.
РӘҒИӘТ ИТЕҮ (рәғиәт ит-) (Р: подчинять; И.: subdue, submit; T.: boyun eğdirmek) ҡ. иҫк. ҡар. буйһондороу.
Баш һалдырыу. □ Подчинять. ■ Әууәл ошо шаһыбыҙ уҙенә камил тәбиғ рәғиәт итеп алып, ҡайһыларына бейлек һәм кенәзлек мәрхәмәт итеп бирҙе. «Башҡорт шәжәрәләре»нән.
РӘҒҮЖӘ и. диал. ҡар. септә. Рәғужә уреу. Рәғужә ябыу.
РӘҒӘТКӘ и. диал. ҡар. рәшәткә. Рә-ғәткәгә һөйәнеу. Рәғәткә аша сығыу.
301