РӘҒӘШӘ
РӘҒӘШӘ [ғәр. j] (Р.: дрожь; И.: trembling; T.: titreme) и. иҫк. дерелдәү.
Ҡалтыраған, дерелдәгән хәрәкәт.
□ Дрожь. ■ Тышта шәдитле буран асыу-лы-асыулы рәғәшәләр илә ыуылдай ине. Ә. Таңғатаров.
РӘД ИТЕҮ (рәд ит-) [ғәр. 3j] (Р.: отрицать; И.: negate; T: reddetmek) ҡ. кит. ҡар. кире ҡағыу.
Нимәнелер инҡар итеү. □ Отрицать. ■ Һ. Дәүләтшина әҫәрҙәренең .. тел яғынан ғәжәп юғары тороуын кем рәд итә ала? М. Минһажетдинов.
РӘДИФ [ғәр. ^j] (Р.: редиф; И.: reduplicative word; T: redif) и. әҙ.
Көнсығыш поэзияһында: һәр шиғыр юлындағы рифманан һуң ҡушымта булып ҡабатланып килгән һүҙ йәки һүҙҙәр төркөмө.
□ Редиф (в поэзии Востока: слово или группа слов, повторяющихся после каждой рифмованной строчки стихотворения).
РӘДҮТ [рус. редут} и. һөйл. ҡар. редут. Рәдүттәр ҡуйыу.
РӘЖА [ғәр. (Р: просьба; И.: request; T: rica) и. иҫк. кит. ҡар. үтенес.
Нимәлер һорап мөрәжәғәт итеү. □ Просьба. М Алтын биреп алмайҙар ләмма рәжа. М. Аҡмулла.
РӘЖЕМ ҠЫЛЫУ (рәжем ҡыл-) [ғәр.
(Р: забить камнями; И.: stone sb to deuth; T: recmetmek) ҡ. дини.
Шәриғәт буйынса, ғәйепле кешене таш бәреп язалау. □ Забить камнями (до смерти). К Бер кеше хатабыҙҙы һөйләп бирһә, ҙур гонаһлы иблистән дә яман күреп, рәжем ҡылып, бисараға таш атабыҙ. М. Ғафури.
РӘЖӘП (рәжәбе) [ғәр. (Р: раджаб (название седьмого месяца мусульманского лунного календаря)', И.: the seventh month of the Moslem calendar; T: Recep) u.
Ай календарының етенсе айы. □ Раджаб (название седьмого месяца мусульманского лунного календаря).
РӘЖӘП БАЙРАМЫ (Р.: праздник Раджаб; И.: Moslem religious holiday; T: Recep bayramı) и. дини.
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Алла янына күтәрелгән көнөн билдәләгән дини бай
рам. □ Праздник Раджаб (ночь вознесения Пророка Мухаммеда к престолу Аллаха). Рәжәп байрамы emme.
РӘЙЕС [ғәр. (Р.: председатель; И.: chairperson; T: reis, başkan) и.
1. Башлыҡ, түрә, етәкселек итеүсе.
□ Председатель, глава, начальник. Идара рәйесе. Рәйес булып эшләү. Жюри рәйесе.
■ Килгән кешеләр китеп күп тә үтмәне, ауыл советы рәйесе халыҡты сходҡа йыйҙы. Р. Байымов.
2. Йыйылышты алып барған кеше.
□ Председатель собрания. Рәйес итеп һайлау. ■ Башҡа һөйләүселәр булманы. Рәйес яңы планды тауышҡа ҡуйҙы. Б. Ишемғол. Рәйес йыйылыштың ябылыуын иғлан иткәс, йыйылған халыҡ тарала башланы. М. Ғафури.
РӘЙЕСЛЕК (рәйеслеге) (Р: председательство; И.: chairmanship; T.: reislik, başkanlık) и.
Рәйес вазифаһы. □ Председательство.
■ Теге егет рәйеслеккә үтмәгән. Ғ. Хисамов.
РӘЙЕСЛЕК ИТЕҮ (рәйеслек ит ) (Р: председательствовать; И.: be in the chair, preside; T.: başkanlık etmek) ҡ.
Рәйес вазифаһын башҡарыу. □ Председательствовать. Рәйеслек иткән кешеләр. К Сәлимовты, яҡшы биҙәлгән кабинетта нәҡ ун көн рәйеслек иткәндән һуң, башҡа урынға алдылар. Ғ. Хәйри.
РӘЙХАН и. бот. ҡар. райхан. Рәйхан япрағы.
РӘҠЕМ [ғәр. и. иҫк. ҡар. һан. Рәҡемдәрҙе өйрәнеү.
РӘҠИП (рәҡибе) [ғәр. (Р: конкурент; И.: rival; T.: rakip) и. иҫк. кит.
1. Көнәркәш. □ Конкурент. ■ Рәҡиби Рәҡип, рәҡибең булды Рахманғол вафат. Ш. Бабич.
2. Һаҡтағы күҙәтсе. □ Надзиратель. Рәҡип булып тороу.
РӘҠӘҒӘТ [ғәр. (Р.: ракагат; И.: rekat; kind of Moslem ritual; T.: rekat) и.
Намаҙҙың аяҡ үрә тороу, эйелеү, йөҙ һалыуҙы эсенә алған бер бүлеге. □ Ракагат (части намаза, заключающиеся в произнесении сур и аятов Священного Корана,
302