РӘНЙЕҮ
а также стоянии и совершении поясных и земных поклонов). Өс рәҡәғәт намаҙ. ■ [Ишан кейәүҙе] эҙләп йөрөгән булдылар. Табылғас, ул бер рәттән ун-ун биш рәҡәғәт намаҙ уҡыған. Ғ. Ғүмәр. Муллалары, өйлә намаҙын башлап, фатихаһын уҡып, тәүге рәҡәғәткә күсеүе булды, йәмәғәт һүҙмә-һүҙ доғаһын, һәр тейеш хәрәкәтен ҡабатлап сәждәгә киткәндә һәммәһе аллалары ихтыярында ине инде. Ғ. Хөсәйенов.
РӘНЕК (рәнеге) [фарс. (Р.: краска; И.: color, paint; T.: renk) и. иҫк. кит.
1. Буяу, төҫ. □ Краска. ■ Сәсе ҡуңыр рәнектә булған. М. Аҡмулла.
2. күсм. Хәйлә, ике йөҙлөлөк. □ Двуличие, лицемерие. ■ Табалар истирахәтте төрлө франкта, хәмелен вазих итәләр төрлө рәнектә. М. Өмөтбаев.
РӘНЙЕТЕЛЕҮ (рәнйетел-) ҡ. төш. ҡар. рәнйетеү, страд, от рәнйетеү. Нахаҡҡа рәнйетелеү. ■ Сит ерҙәрҙә рәнйетелеп үткәндә һәр бер көнөм, төштәремә керә инең, ҡаяла үҫкән гөлөм. Н. Нәжми. Урынһыҙ рәнйетелгән ике малайҙың күкрәгендә генә уңалмаҫ төйөн ҡалды, ә Мәхмүтов иһә уларҙан ғәфү үтенеү түгел, исмаһам, йылы һүҙ менән йыуатыу тураһында ла онотто. Б. Бикбай. Хаҡһыҙ рәнйетелеүҙән хәтере ҡалыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, [Гурчин] бер аҙға өнһөҙ торҙо. А. Мағазов.
РӘНЙЕТЕҮ (рәнйет ) (Р.: несправедливо причинить обиду; И.: injure deeply; T.: çok incitmek) ҡ.
1. Кемделер насар һүҙ әйтеп, мөнәсәбәт күрһәтеп, урынһыҙға кәмһетеү, хәтерен ҡалдырыу; йөрәкте әрнетеү, йәберләү. □ Несправедливо причинить обиду; обидеть, уязвить. Нахаҡҡа рәнйетеү. ■ Хәтере бик ныҡ ҡалды Хәтирәнең. .. Егерме өсө лә тулмаҫ элек тол ҡалған китек күңелле ҡатынды рәнйетер өсөн күпме генә кәрәк. Ф. Иҫәнғолов. Абдулланың бөтә эше — кешегә яла яғыу, нахаҡтан кеше рәнйетеү, берәүҙе икенсегә яманлап, уларҙы ыҙғыштырыу. Я. Хамматов. Кәбир әле тырышып ҡына эшләп йөрөгән Шәрғиҙе рәнйетергә лә, хәтерен ҡалдырырға ла теләмәй ине. Яр. Вәлиев.
2. Ҡаты ҡыланып, мәрхәмәтһеҙ булып, кешене ҡыйырһытыу, ҡыҫыу, ситкә тибеү. □ Обижать, оскорблять. ■ [Командир:] Беҙгә кешеләрҙе рәнйетеп, ризалыҡһыҙ, көс менән тартып алынған ат кәрәкмәй. Н. Мусин. Сәй эскәндә ул [Әҙһәм ҡарт] Сөнәғәткә бик һаҡ йөрөргә, малға-маҙар тейеп, кешене рәнйетмәҫкә өгөтләне. Ж. Кейекбаев.
РӘНЙЕҮ I (рәнйе-) (Р: обижаться; И.: get much offended; T.: incinmek) ҡ.
1. Кемдеңдер насар мөғәмәләһенә үпкәләү, йөрәк әрнеү, йәберһенеү. □ Обижаться. Күршегә рәнйеү. Рәнйеп китеү. ■ Берәй иҫке-моҫҡонан әтмәлләштереп күлдәк тегеп кейҙерһәләр, быға Хәлкәйҙең бала күңеле рәнйей торғайны. Д. Юлтый. Сергей тәүге хыялының ҡыйралыуынан күңеле шаҡтай яраланыуы,, шуға ҡарамаҫтан, Тоняға рәнйемәүе хаҡында уйланы. А. Абдуллин. Атайың да, әсәйең дә, улыбыҙ хә-лебеҙҙе белергә килмәй, тип, бик рәнйейҙәр, тип әйтерһең. Әкиәттән.
2. Килешмәү, риза булмау, күңел менән ҡаршы булыу. □ Не соглашаться, быть недовольным. ■ [Әсә — улына:] Бар, мулла атайың рухына доға ҡылһын... Беҙгә рәнйеп ятмаһын тағы — әруахтарҙың күңелен табырға кәрәк. А. Карнай. Әхтәм иһә, уның һайын ҡыҙып, командиры өсөн, ергә һалып тапалған хаҡлыҡ өсөн рәнйеүенән ни эшләргә белмәй. Ә. Хәкимов. Бик ҡаты рәнйемәгеҙ бер-берегеҙгә, ғүмерегеҙ оҙон булмаҫ. Экспедиция материалдарынан.
РӘНЙЕҮ II (Р: болезнь; И.: malady; Т.: hastalık) и. ҡар. ауырыу II.
1. Ҡаты ауырыу; зәхмәт. □ Болезнь. Ваба рәнйеүе. Рәнйеү менән яфаланыу. ■ Бер саҡ, тамаҡ рәнйеүе менән сирләгән ҡатынды әжәл тырнағынан йолоп алғас, [Барсынбикә] ҡыуанысын Мәҙинә менән уртаҡлашты. Т. Ғарипова.
2. миф. Ауырыу эйәһе. □ Дух болезни. ■ Малға рәнйеү ҡағылмаһын тиһәң, салғы өшкөртөп, бүрәнәгә ҡыҫтырып ҡуялар. Сағыу ҡурсаҡты ауырыу эргәһенә һалып ҡуйып, аҙаҡ ташлаһаң, рәнйеү китә. «Башҡорт мифологияһы»нан. Кыҙыл эңерҙә рәнйеү көслө була. Рәнйеү кешенең
303