РӘНЙЕҮ
бөтә тәнен ута сығып, ҡан юлынан йөрөй. Р. Һаҙыева.
РӘНЙЕҮ III (Р.: сильная обида; И.: grievance; T.: güçlü içerleme) и.
Ныҡ йәберһенеү, үпкәләү тойғоһо. □ Сильная обида. Рәнйеү һуҙе. ■ Рәйфәнең ҡараштарында рәнйеү ҙә, ҡот осорлоҡ һағыш та, тағы әллә ниҙәр бар ине. Р. Солтангәрәев. Татлыбайға эйәргән йәштәрҙе өгөтләү, рәнйеү, ҡарғау, ҡиәмәт, мәхшәр көнө, тамуҡ уты менән ҡурҡытыу мөмкин түгел. Ш. Шәһәр.
РӘНЙЕҮ ҠАҒЫЛЫУ (рәнйеү ҡағыл-) (Р: заболеть от воздействия нечистой силы; И.: get sick due to a hex; T.: büyüden dolayı hastalanmak) ҡ. миф.
Ҡара көстәр тәьҫиренән ауырыу. □ Заболеть от воздействия нечистой силы. доел. Прикосновение духа болезни. ■ Ҡояш байығанда йоҡларға ярамай, ен-пәрейҙәрҙең гөжләп йөрөгән ваҡыты, рәнйеү ҡағыла. Экспедиция материалдарынан.
РӘНЙЕҮ ҠЫУЫУ (рәнйеү ҡыу-) (Р: изгонять болезнь; И.: lay a malady; T.: hastalığı kaldırmak) и. миф.
Магик ысул менән ауырыуҙан ҡотолоу сараһы. □ Изгонять дух болезни (магический способ избавления от духа болезни). ■ Рәнйеү тейһә, уны ете мулла өшкөрөп ҡыуған. Шунһыҙ бөтмәгән. «Башҡорт мифологияһынан.
РӘНЙЕҮЛЕ I (Р.: обиженный; И.: offended; T.: kırgın) с.
Кемдеңдер насар мөғәмәләһенә үпкәләү белдергән; йәберһенеүле. □ Обиженный. Рәнйеүле ҡараш. ■ Нәғимә рәнйеүле тауыш менән: «Әллә ҡайҙа йөрөп, күрмәгәндәй әсәһең дә, эштән сығып ҡайтаһың», — тине. М. Ғафури.
РӘНЙЕҮЛЕ II (Р: больной; И.: sick; Т.: hasta) с. миф. ҡар. ауырыу III.
Ҡара көстәр тәьҫиренән ауырыған, ауырыу тейгән. □ Больной (заболевший от воздействия нечистой силы). Рәнйеүле кеше.
РӘНЙЕҮ ТЕЙЕҮ (рәнйеү тей ) ҡ. миф. ҡар. рәнйеү ҡағылыу. ■ Йәшен атҡан ағасҡа теймә, рәнйеү тейә юғиһә. Экспедиция материалдарынан.
РӘНЙЕҮ ҺУҒЫЛЫУ (рәнйеү һуғыл ) ҡ. миф. ҡар. рәнйеү ҡағылыу. Уға рәнйеү һуғылғандыр.
РӘНЙЕШ (Р: горечь обиды; И.: offence; T.: dargınlık) и.
1. Хаҡһыҙлыҡҡа, кәмһетелеүгә, ҡыйырһытыуға, йәберләүгә ҡаршы тыуған әрнеү, әсенеү тойғоһо. □ Ғоречь обиды. Кешенең рәнйеше. ■ Сәлим ағай эсмәҫкә тип дөйөм йыйылышта .. биргән вәғәҙәһен бөгөн онотҡан. Уның күңелендә хәҙер тик бер генә нәмә бар: рәнйеш. X. Мохтар. Ғәлләм ағайҙың һуңғы хатында Вахиттың һүҙҙәренә ҡаршы бер аҙ рәнйеш, ахун хәҙрәткә сәләм әйтмәүгә бер аҙ үпкәләү белдереү өҫтөнә, яңы хәбәрҙәр бар ине. М. Ғафури.
2. Яман теләк, ҡарғыш. □ Зложелание. ■ [Сәлмән ҡарт — күрше апайға:] Һин дә кеше талап ҡына байымаҫһың, рәнйеш менән йыйған малың да бәхет килтермәҫ, — тине. Ф. Чанышева. [Фәүзиә — Камалетдиновҡа:] Бөгөн йоҡлар ул, ләкин, йоҡланы тип, ҡот ҡойҙормай ҡалмағыҙ: бала ете быуыны алған рәнйеш ҡыҫаһында яралған. Т. Ғарипова.
РӘНЙЕШЕҮ (рәнйеш-) ҡ. урт. ҡар. рәнйеү, взаимн. от рәнйеү.
РӘНЙЕШ ТӨШӨҮ (рәнйеш төш-) (Р.: получить проклятие от человека, которого сильно обидел; И.: get a damnation; Т.: lanetlenmek) ҡ. миф.
Ныҡ йәберһеткән кешенең үпкәһе, рәнйеше ҡағылыу. □ Получить проклятие от человека, которого сильно обидел. ■ [Өләсәһе — Ғәзизәгә:] Балаларыңдың рәнйеше төшөп, аяҡ-ҡулың тартышырын уйламайһың, исмаһам! Т. Сәғитов.
РӘПӘТҺЕҘ I с. диал. ҡар. рәбәғәтһеҙ I. Рәпәтһеҙ ҡиәфәт. Рәпәтһеҙ кеше.
РӘПӘТҺЕҘ II р. диал. ҡар. рәбәғәтһеҙ II. Рәпәтһеҙ һөйләшә. Рәпәтһеҙ ҡылана.
РӘСЕМ [ғәр. е~и] (Р.: рисунок.; И.: picture; T.: resim) и.
1. Нимәнеңдер ҡәләм, ручка һ. б. менән һыҙып йәки буяу менән буяп, үҙенә оҡшатып яһалған күсермәһе; һүрәт. □ Рисунок, изображение, портрет, снимок. Төҫлө рәсем. Рәсем яһау. Рәсем альбомы. Рәсем төшөрөү. ■ Өйгә ингәс тә Георгий
304