Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 305 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РӘСМИЛӘШТЕРЕЛЕҮ
Ивановичтың куҙе ҡаршы стеналағы ҙур рәсемгә төштө. Ш. Янбаев. Камил стенаға элеуле рәсемдәрҙе, китап шкафтарын тамаша ҡылып өлгөрмәне, Ғәлимә апай сәй килтерҙе, өҫтәлгә тәрилкә тултырып итле ваҡ бәрәмәс ултыртты. Ә. Хәкимов. Сөмбөл мәктәптә уҡыған саҡта шиғырҙар ҙа яҙа, уны сәхнәлә сатнатып уҡый, рәсемдәр төшөрә торғайны. С. Поварисов.
2. Һүрәт төшөрөү эше. □ Рисование. Рәсем дәфтәре. Рәсем сәнғәте. ■ [Кыҙҙар — Таняға:] Теләһәң, геометрияны, черчение -ны, арифметиканы, йыр, рәсем дәрестәрен уҡыта алаһың. Р. Камал. [Сәлих Йәғәфәров] рәсем, художество менән шөғөлләнергә бик ярата ине. С. Агиш. Ул [Сәғиҙә] рәсем дәфтәренә көҙгө тәбиғәт куренештәренән бер нисә эскиз һыҙып алды. М. Тажи.
3. Махсус оптик аппарат ярҙамында төшөрөлгән һүрәт. □ Фото, фотография. Олатайымдың рәсеме.
РӘСЕМЛЕ (Р: иллюстрированный; И.: illustrated; T: resimli) с.
Рәсем төшөрөлгән; һүрәтле. □ Иллюстрированный, с рисунками. Рәсемле журнал. Рәсемле китап. Рәсемле баҫма.
РӘСМЕ ХАТ (Р: почерк; И.: handwriting; T: el yazısı) и. иҫк.
Һәр кешенең үҙенә хас яҙыу рәүеше; почерк. □ Почерк. ■ Рәсме хатты һуҙ истиғмал ҡылыуҙан һин оял. Ш. Бабич.
РӘСМИ [ғәр. (Р: официальный; И.: official; T: resmi) с.
1. Хөкүмәт һәм идараға мөнәсәбәтле.
□ Официальный. Рәсми документ. Рәсми хәбәр. Эшкә рәсми төҫ биреу. И [Сәмиғуллин малайҙы] ваҡ-төйәк йомошҡа йөрөтә, төрлө рәсми ҡағыҙҙар тултырырға өйрәтә. Г. Яҡупова. Тимашев .. рәсми ҡағыҙҙың йөкмәткеһен бик белгеһе килһә лә, йөҙөнә ғәмһеҙлек билдәһе сығарған булып, хужаны куҙәтә башланы. 3. Ураҡсин.
2. Хөкүмәт, идара һ. б. вәкиле булған.
□ Официальный. Рәсми кеше. N Өфөгә ку-сеп килеп, Диниә назаратында тәржемәсе булып эшләй башлағас, Өмөтбаев беренсе көндәрҙә ук урыҫ, татар, сит ил ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары, рәсми кешеләр
менән танышты һәм улар менән аралашып йәшәй башланы. Я. Хамматов.
3. Хөкүмәт документтарына, эш ҡағыҙҙарына хас. □ Официальный. Рәсми терминология. Рәсми тел. Рәсми стиль.
4. Бөтә ҡағиҙәләре, формаль яҡтары һаҡланған. □ Официальный. Рәсми визит. Рәсми ултырыш. ■ Мәжлестең рәсми булеге башланды. С. Агиш. Яҙға табан Әлимәнең законһыҙ асҡан мәктәбе рәсми мәктәпкә әуерелде. Д. Юлтый. Рәсми осрашыуҙар уткәреу өсөн куптән тугел генә төҙөлөп бөтөп, куркәм итеп йыһазланған, биҙәтелгән ҙур булмәгә куҙ йөрөтөп, Иҙеукәй ғорурланып ҡуйҙы. Ә. Хәкимов.
5. кусм. Үтә етди, тотанаҡлы; ҡоро ғына. □ Официальный, строгий, деловой. Рәсми ҡиәфәт. Рәсми мөнәсәбәт. Рәсми тон. N Буранбай, рәсми төҫ алып, генерал-губернатор ҡаршыһында кәуҙәһен турайтты. Я. Хамматов.
РӘСМИЛЕК (рәсмилеге) (Р.: официальность; И.: officiality; T.: resmilik) и.
1. Рәсми хәл. □ Официальность. Хәбәрҙең рәсмилеге. Визиттың рәсмилеге. ■ Кусер был юлы ла уҙенең таныштарына туҡталырға тәҡдим итеп ҡарағайны ла, Даль рәсмилектән ситләшергә ҡыйманы, атты старшина йортона борҙорҙо. 3. Ураҡсин.
2. Рәсми төҫ, рәсми мөрәжәғәт. □ Официальное обращение. Рәсмилекте тотоу. Рәсмилекте юғалтыу. ■ Директорҙың һөй-ләшеуендә рәсмилек кәмей төштө. С. Шәрипов. Рәхмәт тойғоһо ҡайһы саҡ рәсмилекте этәреп сығара, һәм Маһира юҡ-юҡ та Хәбибуллинға «ағай» тип ыскындыра башланы. X. Ғиләжев.
РӘСМИЛӘШЕҮ (рәсмиләш-) (Р.: утвердиться; И.: legalize; T.: resmileşmek) ҡ.
Рәсми, законлы хәлгә килеү; рәсми, законлы төҫ алыу. □ Утвердиться, принять официальный характер. Рәсмиләшкән алфавит. Рәсмиләшкән ҡарар.
РӘСМИЛӘШТЕРЕЛЕҮ (рәсмиләште-рел-) ҡ. төш. ҡар. рәсмиләштереү. страд, от рәсмиләштереү. Йыйылыш ҡарары рәс-миләштерелде.
11 - 1.0072.15
305