РӘСМИЛӘШТЕРЕҮ
РӘСМИЛӘШТЕРЕҮ (рәсмиләштер-) (Р.: узаконивать; И.: make legal; T.: resmileştirmek) ҡ.
Рәсми, законлы хәлгә килтереү; рәсми, законлы төҫ биреү. □ Узаконивать, утверждать кого, что, придавать официальный характер чему, оформлять официально что-л., легализовать, легализировать. // Узаконение, утверждение, легализация. Байрамды рәсмиләштереу. Рэсмилэштереп ҡуйыу. Шәхси предприятиены рэсмилэштереу. ■ [Ғариф — Шәмсиәгә:] Риза булһаң, миңә кус, миндә торорһоң. Эште, йәғни кусеуеңде, рәсмиләштерербеҙ. Ғ. Хәйри. Ул [Белла] паспорт алғанда уҙенең тулы исемен, мәктәп журналына теркәлгәнсә, Артамонова Изабелла Геннадьевна тип рәсмиләштерҙе. М. Садиҡова.
РӘСМИ РӘҮЕШТӘ (Р.: официально; И.: officially; T.: resmi bir şekilde) р.
Етди, формаль рәүештә. □ Официально. Рәсми рәуештә иғлан итеу. Рәсми рәуештә баҫып сығарыу. Рәсми рәуештә белдереу. Йыйылышты рәсми рәуештә ябыу. Рәсми рәуештә осрашыу.
РӘСМИ ТЕЛ (Р: официальный язык; И.: official language; T.: resmi dil) и.
Дәүләт эшен алып бара торған тел.
□ Официальный язык. Ғәрәп теле рәсми телдәрҙең береһе рәуешендә ғәрәп булмаған өс илдә — Израиль, Чад, Эритреяла ҡабул ителгән.
РӘСМӘН [ғәр. ^j] (Р: официально; И.: officially; T.: resmi bir şekilde) р.
Рәсми рәүештә. □ Официально. Рәсмән әйтеу. ■ Улар араһындағы айырма рәсмән береһенең башҡорт, икенсеһенең типтәр тип йөрөтөлөуендә .. генә. Т. Байышев.
РӘССАМ [ғәр. ^j] (Р: художник; И.: artist; T.: ressam) и.
Рәсем төшөрөү, һынлы сәнғәт оҫтаһы.
□ Художник. Билдәле рәссам. Профессиональ рәссам. ■ Новосибирск ҡалаһына ситтән ҡарағанда, куҙ алдына оҫта рәссам тарафынан бик матур итеп эшләнгән картина килеп баҫа. М. Ғафури. Рәссам аса уҙ донъяһын, йәйғор буяуҙарға буятып. Р. Ғарипов. Халыҡтың ысын зиһенен,
аҡылын, рух бейеклеген сауҙагәрҙәр, йылғыр приказчиктар тугел, ә шағирҙар, яҙыусылар, артистар, рәссамдар, композиторҙар, уҡытыусылар, табиптар, инженерҙар кәуҙә-ләндергәнен аңлай ине ул [Рәхим]. Ш. Янбаев.
РӘСҮЛ [ғәр. J>-j| (Р: посол; И.: ambassador; T.: resul) и. иҫк. кит.
1. Илсе. □ Посол, посланник. ■ Ҡөҙрәтле имамдың вәкиле Ислам рәсулен Ҡөрьән уптереп, тоғролоҡҡа тағы бер ҡат ант иттерҙе. Ә. Хәкимов.
2. Мөхәммәт пәйғәмбәр. □ Пророк Мухаммед.
РӘСҮЛЕ АЛЛА (Р: пророк Мухаммед; И.: prophet Mokhammad; T.: Allah elçisi) и.
Алла илсеһе (Мөхәммәткә ҡарата әйтелә). □ Пророк Мухаммед.
РӘСӘЙЛЕ (Р.: россиянин; И.: Russian; Т.: Rusyah) и.
Рәсәй гражданы, кешеһе. □ Россиянин.
■ Беҙҙең йәмғиәттә уҙгәрештәрҙең береһе лә еңел бирелмәне, ләкин улар рәсәй-леләрҙең уҙ көсөнә һәм илде тергеҙеугә булған ышанысын һундермәне. «Һаҡмар», 12 декабрь 2011.
РӘТ [рус.ряЭ) (Р: ряд; И.: row; T.: sıra) и.
1. Береһе янында икенсеһе торған, бербер артлы теҙелеп торған нәмәләр йәки шундай уҡ тәртиптә баҫҡан кешеләр теҙеме. □ Ряд, строй, полоса. Бер рәт ултырғыс. Өйҙәр рәте. Урта рәт. Рәт аралары. Ике рәткә теҙелгән йорттар.
2. Театрҙа, кинола һ. б. ерҙә бер һыҙыҡта торған урындар. □ Ряд. ■ Алдағы рәттән Йәноҙаҡ ҡарт [һуҙ һорап] ҡул кутәрҙе. М. Тажи.
3. Бер һыҙыҡҡа теҙелгән строй; шеренга. □ Шеренга, ряд. ■ Рәткә теҙелгән һалдаттарҙы бер офицер сиратлап өҫтәл эргәһенә саҡыра. Д. Юлтый.
4. Баҙарҙа һ. б. теҙелеп ултырған, бер төр тауар һата торған ларёктар йәки прилавкалар. □ Ряд, ларьки, прилавки. Сауҙа рәттәре. Ваҡ-төйәк тауар рәте.
■ Ғариф ағай .. төшөп ҡалған һымаҡ арзан нәмә эләктерергә теләп, алам-һалам һатыусылар рәтендә темеҫкенеп йөрөмәй. Б. Бикбай. Баҙарҙа магазин алдын һепереп
306