РӘТ
йөрөгән ҡарауылсылар ғына куренә. Ит рәте тирәһенән бер нисә эт йугереп сыҡты.
С. Агиш.
5. һыҙат-һыҙат сәселгән йәшелсә һ. б. үҫемлектәр теҙеме; буй. □ Ряд, полоса. Киң рәтле сәсеу. Тар рәтле сәсеу. Рәт араһын тырматыу.
6. Оҙон бер ер һуҙымы; буй. □ Полоса, ряд. Ошо бер рәттән ике кубә бесән сыҡты.
7. кусм. Билдәле бер тәртип, нимәнеңдер үҙенең яйы, барышы, ағышы. □ Порядок, лад. Рәткә килтереу. Рәткә инеу. Рәткә һалыу. Рәтенә төшөнөу. Рәте сыуалыу.
8. кусм. Кемдеңдер, нимәнеңдер башҡалар араһында тотҡан урыны, иҫәпкә алыныуы.
□ Ряд, строй. ■ Исмаһам, куршең бай, кеше рәтенән һанарлыҡ кешенән булһа, әллә йәнең дә тынысланыр ине. Т. Хәйбуллин.
9. кусм. Нимәнеңдер ыңғайы, уңайы, эшләнер ваҡыты. □ Лад, порядок. ■ һуҙ рәтендә бер һуҙ әйтәм, туҡтағыҙ, ситкә сыҡты был йуләр, тип һукмәгеҙ. Ш. Бабич. • Кәзә һуйыуҙың да рәте бар. Әйтем.
10. кусм. Нимәнеңдер йүнле, уңайлы, файҙаһы тейерлек яғы. □ Толк, смысл. Һуҙҙең рәте. Эштең рәтен белеу. Рәт сыҡмай, файҙа юҡ. ■ Ниғмәт, һин китәһең китеуен дә [эш эҙләп], рәт булырмы икән унда ла? М. Ғафури. • Маҡтансыҡ кешенән рәт сыҡмаҫ. Әйтем.
11. Ниндәйҙер мөмкинлек, эшләрлек хәл.
□ Возможность (материальная или физическая ). Рәт китеу. Рәт ҡалмау. Рәтең булһа, аҡса биреп тор әле. Рәтең бармы? ■ [Наи-лә:] Хәсрәтемдән иҫәуәнләнеп, янымдағы аҡсамды ла алдырҙым. Бер ҡайҙа ла барыр рәтем юҡ. Ғ. Ибраһимов. Аҙна туҙҙем, артабан рәтем ҡалманы, Өфөгә больницаға киттем. Д. Исламов.
12. мат. Билдәле бер тәртиптә урынлашҡан дәүмәлдәр теҙеме. □ Ряд. Геометрик рәт. Таҡ һандар рәте.
13. хим. Һәр береһе үҙенән алдағы һәм арттағы ҡушылма менән үҙ-ара мөнәсәбәттә торған теҙем. □ Ряд. Радиоактив рәт. Уран рәте.
14. диал. Ваҡыт. □ Пора, время. Тәу рәттә Ташлыла торҙоҡ.
♦ Рәте-йүне и. йыйн. ҡар. йүн. Рәт(е) китеү 1) билдәле тәртип боҙолоу, юғалыу.
□ Разладиться. ■ Телефон бәйләнешенең рәте киткән. .. Тәскәрҙең ҡалай, ниндәй тәртип менән сигенеуҙәре тураһында дөрөҫ мәғлумәт алып булмай. Д. Юлтый; 2) тормош хәле ауырайыу. □ Ухудшаться (о жизни). Ашауҙың рәте китте; 3) һаулыҡ ҡаҡшау, бирешеү. □ Подорваться (о здоровье).
■ Өҫтәуенә, уның [ирҙең] сәләмәтлегенең рәте китте. X. Зарипов. Рәтен ебәреү нимәнелер эштән сығарыу, боҙоу, туҙҙырыу.
□ Расстроить, разладить. Яңы ғына алған костюмының рәтен дә ебәргән. Рәтен табыу (йәки сығарыу) эш-хәлдең йүнен, башҡарыу юлын килтереп сығарыу. □ Найти выход, способ, средство, возможность. ■ Көҙөн яңынан Ырымбурға килһәм дә, уҡыуҙы дауам итерлек рәт табып булманы. Т. Йәнәби. Кулак, мулла, сауҙагәрҙәр рәт таба алмай дөмөккән. Халыҡ йырынан. Рәте сығыу нимәлер булырға тороу, яйы килеү. □ Найти выход, способ. Ярай, бер булмаһа, бер рәте сығыр әле. Рәткә индереү (йәки керетеү) 1) нимәнелер яйға һалыу, билдәле тәртип булдырыу. □ Наладить что. ■ Атыш аҡрынлап тынды. .. Ике яҡ та ярайһы уҡ имгәтелгән сафтарын рәткә индерергә тотондо. Д. Исламов; 2) һаулығын яҡшыртыу, төҙәтеү. □ Поправить (о здоровье). Үлгән ерҙән көскә рәткә индереп алдыҡ. Рәткә инеү (йәки кереү) 1) нимәлер яйға һалыныу, билдәле тәртиптә урынлашыу. □ Упорядочиться, наладиться. ■ Касан ғына ташландыҡ ятҡан өй, хәстәрле ҡатын-ҡыҙ ҡулы тейгәс, ҡәҙимге рәткә кереп ҡалған. Б. Бикбай; 2) һаулыҡ яҡшырыу, төҙәлеү. □ Поправиться. Ауырып йығылып, саҡ рәткә инеп алдым. Рәткә һалыу ҡар. рәткә индереү. Рәт сығарыу эшкә ярарҙай берәй нәмә булдырыу, барлыҡҡа килтереү.
□ Справиться с чем; быть под силу кому.
■ Ниндәй генә көслө булма, рәт сығара алмаҫһың. .. Карттар менән кәңәштә тор, халыҡ тауышына ҡолаҡ һал. Ә. Вахитов. Рәт сығыу эшкә ярарҙай берәй нәмә эшләй алыу.
□ Получиться, удаваться. ■ Мулла, кем, Кашшаф Паша, .. сыҡманы рәт, бер ҡарыш
п*
307