Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 388 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САМСАНЫУ
обращения к государственным органам). ■ [Әнүәр:]Берәү ҙә шикләнмәй, һеҙ тейешле органдар сараһын күрмәйһегеҙ! Хәҙер самосуд эшләйекме ни? Р. Камал.
САМСАНЫУ (самсан-) (Р: нежиться, жеманиться; И.: enjoy the beams of kindness; T.: nazlanmak) ҡ. диал. ҡар. иркәләнеү.
1. Наҙланыу; йылы, йомшаҡ хискә бирелеү. □ Нежиться, разнеживаться; ластиться к кому, нежничать с кем. Ҡояшта самсаныу. һөйгәнең менән самсаныу.
2. Иркәләнеп, яҡшынан яҡшыны көҫәү; һайланыу, наҙланыу. □ Жеманиться; жеманничать; привередничать. Аҙыҡ һайлап самсаныу. Артыҡ самсаныу.
3. Нимәнелер эшләмәй ялындырыу, инәлтеү. □ Заставлять упрашивать, ломаться. Ризалашмай самсаныу. Инәлтеп самсаныу.
САМСАРАҠI (самсарағы) (Р: чёрно-бурая лисица; И.: brown fox with a black tint; T.: gümüş tilki) и. диал.
Эттәр ғаиләһенә ҡараған, ослораҡ моронло, оҙон ялбыр ҡойроҡло йыртҡыс йәнлек; ҡара бурыл төлкө. □ Чёрно-бурая лисица. Самсараҡ тотоу. Самсараҡ тиреһе. Самсараҡҡа ҡапҡан һалыу. Самсараҡ эҙе.
САМСАРАҠ II (Р: чернобурый; И.: brown with a black tint; T.: gümüş tilki derisinden) с. диал.
Ҡара бурыл төлкө тиреһенән тегелгән. □ Чернобурый. Самсараҡ бүрек. Самсараҡ тун. Самсараҡ яға. Самсараҡ манто.
САМСЫРАУ (самсыра-) (Р: обессилеть; И.: loose strength; faint; T.: halsiz düşmek) ҡ. диал. ҡар. хәлһеҙләнеү.
Көс-хәлдән яҙыу, хәлдән тайыу □ Обессилеть; ослабевать, терять силы, становиться слабосильным. Бала илап сам-сырап бөткән. Эҫелек уны самсыратты. Ауырыуҙан самсырау. Ауыр эштән сам-сырау. ■ Әсәйем шул ҡайғынан самсырап түшәккә йығылған. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12,2010.
САМСЫРҒАНЫУ (самсырған-) (Р: спорить; И.: argue; T.: tartışmak) ҡ.
һүҙ көрәштереү, бәхәсләшеү. П Спорить. Бушҡа самсырғаныу. Бер туҡтауһыҙ самсырғаныу.
САМРАУ (Р: Симург; И.: Samrau mythic bird; T.: Simurg) и. миф.
(баш хәреф менән) Күк һәм ҡоштар тәңреһе. □ Симург (божество неба и птиц). «Урал батыр» эпосында Самрау — күктә йәшәгән батша. ■ Самрау тигән батшаның Һомай тигән ҡыҙымын; алтын сәсем тараһам, нурға илде күмәмен. «Урал батыр».
САМУМ [ғәр. (Р: самум; И.: sandstorm; T.: samyeli) и.
Сүлдәге ҡоро эҫе ел. □ Самум (знойный сухой ветер в пустыне). Самум иҫә. Бер тынмай иҫкән самум. Самумға сыҙап булмай.
САМУРАЙ [япон saberu ‘хеҙмәт итеү’] (Р: самурай; И.: Samurai; T.: samuray) и.
1. тар. Феодаль Японияла ваҡ дворяндарҙың хәрби ҡатламы. □ Самурай (военное сословие мелких дворян в феодальной Японии). / Самурайский. Япон самурайҙары. Самурай ҡылығы.
2. һөйл. шелт. Хәҙерге ваҡытта япон һуғыш суҡмарҙарының агрессив өлөшөн күрһәткәндә ҡулланыла. □ Самурай (в современном понимании используется для обозначения агрессивной части японцев). ■ Зөбәржәт еңгә хатта: «Ебәрмәйем. Фашистарҙан, самурайҙарҙан иҫән ҡалып та, хәҙер ниндәйҙер маңҡа хулигандарҙан мыҫҡыл ителергә теләйһеңме?» — тип белдерҙе. Б. Рафиҡов. 1938 йылдың сентябрь аҙаҡтарында Хасан күле эргәһендә япон самурайҙары СССР сиктәрен боҙҙо. Ә. Әхмәт-Хужа. Уның [Хәлкәс] кеүектәр .. япон самурайҙарына ҡаршы һуғыштарҙа ла ҡатнашып ҡайтырға өлгөрҙө. Д. Бүләков.
3. Ғөмүмән агрессивлыҡ. □ Агрессивность вообще. Самурайға әйләнеү. Самурай булма.
САМШИТ [фарс. ûLL^] (Р.: самшит; И.: boxwood; T.: şimşir) и. бот.
Төрлө ваҡ-төйәк нәмә эшләр өсөн ҡулланылған ҙур булмаған бик ҡаты үҙағаслы мәңге йәшел көньяҡ ағасы йәки ҡыуағы. □ Самшит (вечнозелёное медленнорастущее небольшое дерево или кустарник с очень твёрдой, плотной и тяжёлой древесиной). / Самшитовый (лат. Buxus). Самшит урманы. Самшит ҡыуаҡлығы. Самшит үҙағас.
388