САНА БАШЫ
Самшит ҡул таяғы. Самшиттан музыкаль инструменттар яһағандар. ■ Ул [Гестапо агенты] бер ҡулы менән көмөш инкрустация яһалған самшит таяҡҡа таянған, икенсеһенец баш һәм имән бармағы менән мыйығын ике яҡҡа һыпыра. И. Абдуллин.
САМЫТ (Р.: душевный подъём, желание творить; И.: elation; T.: coşku) и. иҫк. кит.
Күтәренке рух; дәрт, илһам. □ Душевный подъём, желание творить. Самыт менән эшләу. ■ Ирекле Башҡортостан байрағы яцы самыт менән елберләй. X. Ғәбитов.
САМЫТЛАНЫУ (самытлан ) (Р.: воодушевляться, вдохновляться; И.: be elated; T.: ilham almak) ҡ. иҫк.
Күтәренке рух алыу; дәртләнеү, илһамланыу. □ Воодушевляться, вдохновляться. ■ Йөрәгендә ташты самытланып революцияның көслө тулҡыны. X. Ғәбитов. [Таңдыса:] Килгән яуҙы дөмбәҫләп, алҡышланып алышып, ҡарыуын һынап ярышып, самытланып көс алып, кәрен алған ҡулынан, .. эй батыр ир, батыр ир, яу ҡайтарған батыр ир. «Ҡуңыр буға».
САН I [рус.] (Р: сан; И.: rank; T.: şan) и. кит.
1. Дәрәжә, исем. □ Сан (звание, связанное с почётным положением). Юғары сан йөрөтөу. Посол санында.
2. Ихтирамлау һәм ҙурлау һүҙе (япондарҙа исем йәки фамилиянан һуц ҡушыла). □ Сан (слово, выражающее уважение, почтение); господин (у японцев добавляется после имени или фамилии). Мураяма сан.
САН II (Р: охота; И.: hunt; T.: av) и. диал.
Ҡырағай ҡош һәм йәнлектәрҙе тотоу, атыу эше; ау; һунар. □ Охота. Ул санға китер алдынан һеңлеһе менән хушлашып китә торған булған. ■ [Алма — батырға:] Һин санға йөрөрһөң, мин өй көтөрмөн. Әкиәттән. Санға йөрөп өйрәнгән башҡорт аты ҡуян артынан йомолдо. Б. Хәсән.
САНА (Р: сани; И.: sled; T.: kızak) и.
Ҡарҙан шыуып бара торған ҡуш табанлы ҡышҡы транспорт сараһы. □ Сани, санки, салазки. / Санный. Сана табаны. Сана эҙе. Санаға ултырыу. Сана юлы. Санаға тейәү. Көймәле сана. Утын санаһы. Канатлы сана.
Сана ҡарамаһы. Сана шыуыу. Селтәрле сана. Тимер табанлы сана. ■ Ул арала пар ат егелгән ике сананы сажылдатып, өс кеше килеп туҡтаны. Һ. Дәүләтшина. Фатима, уранып, кашауай сана эсенә сумып ултырған көйө толоптоң яғаһын төнлөк ҙурлыҡ ҡына асып, бешкән балан төҫлө ҡыҙарған күҙҙәре менән йылдам юртҡан атҡа ҡарап тик барҙы. Ж. Кейекбаев. Ебегән ҡурысын алырға тип, атаһы улына [Фәһимгә] бәләкәй сана һөйрәтеп, йылға буйына ебәргәйне, мәкенән балыҡ ҡармаҡлап ултырған кешеләргә тап булды малай. И. Ғиззәтуллин. Ул [ят кеше] атынан һикереп төштө лә иртәгә егеп юлға сығасаҡ ҡор санаһын ҡараштырып йөрөгән Алдарбайға табан атланы. Н. Мусин. • Санаңды йәй әҙерлә. Әйтем. Кем санаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың. Мәҡәл.
♦ Ни арба, ни сана яҙғы юл өҙөгө.
□ Весенняя распутица. И Егор ҡарт үлгәс, Александрға телеграмма һуҡтылар. Берҙән, ни арба, ни сана ваҡыты булыу, икенсенән, Ағиҙел бик ташыу сәбәпле, Александр ҡайта алманы. Ж. Кейекбаев. Сана юлы төшөү ҡар яуып, сана менән йөрөрлөк юл һалыныу.
□ Прокладка зимней дороги (первопуток). ■ Карлы ямғырҙан һуң бер ике-өс көн үттеме-юҡмы — туңдырҙы, .. артынса уҡ ҡар яуҙы, сана юлы төштө. Ә. Вәли. Сана юлы төшөп, Инйәрҙең боҙо торғас, Нух бай яланға ҡарай юл алды. Ж. Кейекбаев. Шайтан санаһы санаға оҡшатып үләндән үрелгән нәмә. □ доел. Чёртовы сани (сани, сплетённые из трав (имитация). ■ Ғәли .. бесәй үләненән шайтан санаһы үреп маташа. Й. Солтанов. Шайтан санаһын көллөк башына ултыртһаң, уны шайтан алып китә. Экспедиция материалдарынан.
САНА БАУЫ (Р.: постромка, гуж саней; И.: tug; T.: kayış) и.
Ҡамыт бауы, ҡолаҡбау. □ Постромка, гуж саней. Кайыш сана бауы. Сана бауы бушаған. Сана бауы өҙөлгән.
САНА БАШЫ (Р: облучок, головка саней; И.: driving-box; T.: arabada arabacının oturduğu yer) u.
Сананың алғы өлөшө. □ Облучок, головка саней. Сана башынараҡ ултырыу. ■ Аҙыҡ-
389