Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 390 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САНА ҠАНАТЫ
тулек, кустәнәс-фәләнде сана башына бәйләп һал, төшөп ҡалмаһын. Ф. Ғәлимов.
САНА ҠАНАТЫ (Р.: оглобли; И.: shaft; T.: kızak, araba oku) и.
Терһәкле санала сана башынан (алдан) артҡа табан киңәйеп китеп, сананы киңәйтеүсе тәртә. □ Оглобли (которые с обеих сторон расширяют сани). Сана ҡанатын уҙеңә шаҡарыу. Сана ҡанаты һынған. ■ Әхмәди ҙур санаға бер уҙе йәйелеп ултырған, толопҡа уранған, яғаһын торғоҙған, һалыулаған ерҙә сана ҡанатына йәбешә һала. Ж. Кейекбаев.
САНА ҠАРАМАҺЫ (Р.: вязки, схватки санные; И.: felly; T.: kızağın bir detayı) u.
Сана табанының ҡара-ҡаршы тырнаҡтарын тоташтырған бөгәзе. □ Вязки, схватки санные. Сана ҡарамаһы бөгөу. ■ Мансурҙың сана ҡарамаһы ҡайырылып китте. М. Тажи.
САНАЛЫ (Р: с санями; И.: with a sled; Т.: kızaklı) с.
Сана егеп барған (кешегә ҡарата).
□ С санями (о человеке, который едет на лошади, запряжённой в сани). Кашауай саналы кеше беҙҙе ултыртып алды. ■ Беҙҙә саналы кешеләр урмандан утын ташып яҡтылар. Р. Шаммас. Саналы кеше аяҙ, елһеҙ матур ҡыш көнөнөң йәмен, тынлығын боҙғоһо килмәгәндәй итеп, ҡара тунының яғаһын ҡаушырып, ҡыңғырауҙың .. көмөш тауыштары аҫтында тәрән уйға батып, тубән ҡарап тик кенә бара. Ғ. Дәүләтшин.
САНАМ [ғәр. (Р: идол, предмет поклонения; И.: fetish; Т: put) и. иҫк. кит.
Кемдер табына торған һын, кеше, әйбер; бот. □ Идол, предмет поклонения. ■ Шәуләһе алдыма баҫҡан — тап илаһи бер санам, шул һурәт алдында табынып, шатланам, ләззәт алам. М. Ғафури.
САНАСА (Р: подсанки; И.: small sled; T.: kısa kızak) и. диал.
1. Оҙон йәки күләмле әйберҙәрҙе күсергәндә санаға тағыла торған ҡыҫҡа сана.
□ Подсанки. Санаса ла таҡтылар, тик төҙөуселәр йәшәйәсәк вагон тигәндәре бик
оҙон булып сыҡты, тағы бер санаса кәрәк икән.
2. Ат менән бесән тарттырыу өсөн яйланма; һөйрәткес. □ Волокуша (приспособление в виде двух скреплённых жердей, употребляется для перевозки грузов). ■ [Әсәһе — Мәрйәмгә:] Кейемеңде алыштыр, әйҙә, бара һалып эҫкертләп ҡайтайыҡ анау бакуйҙы, Шайморат атын бирә санаса-лап тарттырырға. С. Шәрипов.
САНА ТАБАНЫ (Р: полоз; И.: runner; Т: paten) и.
Сананың шыуып бара торған аҫҡы шыма өлөшө. □ Полоз. Сана табаны шыйлап ҡына бара. Сана табаны махсус шымартылған кеуек. ■ Кашауай сананың табаны бер көйгә генә һыҙғыра. Д. Исламов. Кышҡы ҡаты һыуыҡта сана табанын тотоп ятҡан бик ныҡ туң, һыҡы юл. Ылаусылар ауыр йөктө саҡ тартҡан аты артынан, һыҡыла сана табаны шығырлауын тыңлап, көндәр буйы һәлп-һөлп атлай ҙа атлай. Н. Мусин. Революцияға тиклем бөтә ауыл ағас-таш менән кәсеп итеп, йәйен тәгәрмәс туғыны, ҡышын сана табаны бөгөп ғумер иткән. Ш. Янбаев.
САНАТЕРӘК и. диал. ҡар. артлы сана. ■ [Рамазан:] Эштән туҡтаным да, кәрәк һабын эйәгемә терәп ҡарап торам: санатерәккә (йәғни артлы санаға) егелгән ялбыр яллы кук буҙ ат муйынын дуғаландырып, юлдың тынлығын бар тип тә белмәй, башты текә тотоп елә-саба килә. Н. Мусин.
САНА ТЕШЕ и. диал. ҡар. сана тояғы.
Сана теше эшләу. Сана теше ҡағыу.
САНАТОРИЙ [лат. şano ‘дауалайым, һауыҡтырам’] (Р: санаторий; И.: spa; Т: tedavi ve dinlenme evi, sanatoryum) и. ҡар. шифахана.
Ауырыуҙарҙы дауалау һәм ял иттереү өсөн тәғәйенләнгән дауалау, профилактика үткәреү учреждениеһы. □ Санаторий. / Санаторный. Санаторийға путёвка. Санаторий табибы. Санаторийҙа ял итеу. Ту-беркулёзға ҡаршы санаторий. Балалар санаторийы. ■ Кыҙрасов Камилланы ниндәй
390