Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 391 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САНГВИНИК
генә санаторийҙарға алып йөрөмәне — файҙа бирмәне, аҙаҡ ҡул һелтәне. Т. Ғарипова. Санаторий эргәһендә генә саф һыулы, елһеҙ көндәрҙә өҫтөн көҙгөләй балҡытып ятҡан, исеме ғәжәп матур — Нурлыкул тигән кул бар. Н. Мусин. Нәсимә санаторийға ғу-мерендә беренсе тапҡыр килгәйне, йәшерәк сағында ундай ниәте лә булманы, бәләкәй балаларын, ирен ҡалдырып, ҡайҙалыр ял итеп ятыуҙы башына ла килтермәне, һаулығы ла шөкөр итерлек ине. 3. Ураҡсин. Унан ул [Һәҙиә] больницала ятыуын, куп тормай санаторийҙа ял итеу ен, дауаланыу ын белдереп шиғри хат яҙҙы. К. Кинйәбулатова.
САНА ТОЯҒЫ (Р.: копыл саней; И.: kind of sled gear; T.: kızağın bir detayı) и.
Сананың табаны менән үрәсәһен тоташтырған ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ағастар. □ Копыл саней. Сана тояғына ағас әҙерләу. Сана тояғын табанға ла, урәсәгә лә бер юлы тоташтыралар. Тәртәне сана тояғына беркеткән тоҡан бау тәртә төбө тип атала.
САНА ТЫРНАҒЫ и. ҡар. сана тояғы.
САНА ТӘРТӘҺЕ (Р: оглобля саней; И.: shaft; T.: araba oku) и.
Сананың екке малды егә торған оҙон ағасы. □ Оглобля саней. Сана тәртәһе башы. Сана тәртәһе һыныу.
САНА ҮРӘСӘҺЕ (Р: грядка саней; на-щепы; И.: detaile of a sledge; T.: kızağın bir detayı) u.
Сананың ике яҡлап буй һалынған өҫкө ағасы. □ Грядка саней; нащепы. Сананың урәсәһенә генә ултырыу. Н Туры ат йәнфарман алға саба. Тыйып алыр әмәл юҡ. .. Өмәт сананың урәсәһенә йәбешеп барыуын ғына белде. Д. Юлтый.
САНАЦИЯ [лат. sanatio ‘дауалау, һауыҡтырыу’] (Р: санация; И.: sanitation; Т.: muayene) и.
1. мед. Организмды (ғәҙәттә, ауыҙ ҡыуышлығын) һауыҡтырыу өсөн үткәрелгән дауалау саралары. □ Санация (целенаправленные лечебно-профилактические меры по оздоровлению организма, обычно полости рта). Ауыҙ ҡыуышлығына санация уткәреу. Тештәргә санация яһатыу.
2. иҡт. Банкыларҙы һәм эре предприятиеларҙы бөлөүҙән һаҡлау маҡсатынан йәки конкурентлығын күтәреү өсөн ҡабул ителгән саралар. □ Санация (система мер по улучшению финансового положения предприятий с целью предотвращения их банкротства или для повышения конкурентоспособности). Субсидиялар, льготалы кредит, һалым һ. б. — санация саралары.
САНА ШӘЛЕ (Р: плед; И.: plaid; T.: İskoç şah) и. диал.
Йөн туҡыманан шаҡмаҡлы биҙәк менән эшләнгән суҡлы ҡалын шәл; шаҡмаҡ. □ Плед (плотное шерстяное или полушерстяное покрывало (обычно клетчатое и с бахромой, употребляемое как одеяло). Сана шәле ябыныу. Сана шәле алыу. ■ Сана шәлен ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, ҡыш көнө ат менән йөрөгәндә ябынғандар. Экспедиция материалдарынан.
САНБАТ [санитарный батальон] (Р: санбат; И.: medical battalion; T.: sıhhiye bölüğü) и.
Санитария батальоны. □ Санбат (отдельная часть войскового соединения, предназначенная для его медицинского обеспечения). Яраланған һалдаттарҙы санбатҡа алып барыу. М Санбат тирәһендә снарядтар йыш ярыла башланы. Бер снаряд палаткала ҡалған яралылар өҫтөнә төшөп ярылды. У. Кинйәбулатов.
САНГВИНИК I (сангвинигы) [лат. sanguis ‘ҡан, йәшәү көсө’] (Р: сангвиник; И.: sanguine person; T.: iyimser kimse) и.
Етеҙ, уйынсаҡ, шат күңелле, хискә тиҙ бирелеп, тәрәнгә китмәй, тиҙ һыуыныусан тәбиғәтле кеше. □ Сангвиник (человек, отличающийся жизнерадостностью, быстрой возбудимостью, нескрываемым внешним выражением эмоций и лёгкой их сменяемостью). Сангвиниктар әуҙем, егәрле, эшкә һәләтле булалар, хәрәкәт етеҙлеге, мимика байлығы һәм төрлөлөгө, шәп һөйләу темпы менән билдәләнәләр.
САНГВИНИК II (Р: сангвинический; И.: sanguineous; T.: iyimser) с. психол.
391