САНДАЛ
Холҡонда етеҙлек, шат күңеллелек, хискә тиҙ бирелеп, тәрәнгә китмәй, тиҙ һыуыныусан сифаты булған. □ Сангвинический. Сангвиник кеше. Сангвиник темпераментлы студент. Сангвиник бала.
САНДАЛ I [фарс. (Р.: наковальня; И.: anvil; T.: örs) и. диал. ҡар. һандал.
1. Тимерлектә тимер сүкеү өсөн ҡулланылған ҙур түш. □ Наковальня (большая кузнечная). Сандалға һалыу. Сандалда сукеу. ■ [Рафиҡ ағай] ҡыҫҡыс менән ҡыҫтырып, ут шикелле ҡыҙҙырылған йыуан тимерҙе сандалға ҡуйған да, әйләндерә-әйләндерә Әхмиҙән сукетә. Ш. Шәһәр. Курше бабай йәплэп салғы сукей, сандал тауыштары яғымлы. Сукей-сукей йәнсеп бөткән салғың, ошо салғың егет сағыңдан. М. Әйүпов. Ҡорос сандал саң-соң итә, ә сукешем туҡ-туҡ, ти. С. Муллабаев.
2. Урта Азияла, Афғанстанда, Иранда, Төркиәлә һ. б. Көнсығыш илдәрендә аяҡ аҫтына ҡуйылған йылытҡыс. □ Сандал (род печи, приспособление для обогревания жилища в Средней Азии, Афганистане, Иране, Турции и других странах Востока). Иҙән таҡтаһы аҫтына ҡуйылған сандал. Сандал — уңайлы йылытҡыс.
САНДАЛ II [гр. sandalion] (Р.: сандаловое дерево; И.: sandal wood; T: sandal) u.
1. бот. Хуш еҫле майы булған мәңге йәшел тропик ағас. □ Сандаловое дерево (лат. Pterocarpus santalinus). Сандал ағасы. Сандал майы. Сандалдан ҡиммәтле мебель яһайҙар.
2. диал. Ошо ағастан йәки башҡа үҫемлектәрҙән алынған ҡыҙыл йә һары төҫтәге буяу. □ Сандал (краска красного или жёлтого цвета, получаемая из сандалового дерева и из других растений). Ҡыҙыл сандал. Һары сандал. Сандал менән буяу.
САНДАЛ III и. диал. ҡар. сандалый. Сандал кейеу. Сандал алыу. Еңел сандал. Уңайлы сандал. ■ Ул [Зифа] өҫтөнә ситса кулдәк, аяғына сандал кейеп алған. Ә. Бикчәнтәев.
САНДАЛЛЫ (Р: имеющий сандал; И.: with an anvil; T: sandallı) с.
Сандалы (I, II) булған. □ Имеющий сандал. Сандаллы тимерлек. Сандаллы урын.
САНДАЛЫЙ [гр. sandalion] (Р.: сандалии; И.: sandals; T: sandalet) и.
Ҡайыш менән эләктерелә торған үксәһеҙ еңел аяҡ кейеме. □ Сандалии. ■ Аяғына сандалый кейгән таҙа малай мөйөштән боролдо ла ғәйеп булды. В. Нафиҡов. Оҙон ябыҡ малай [Садиҡ] ауыҙына һыу уртлаған, ул бер тапҡыр ҙа артына әйләнеп ҡараманы, яңы сандалыйы йөҙлөгөнә төбәлгән. Н. Мусин. Сөләймән Мәғузәгә, яратҡан һеңлеһенә, бик тә нәфис свитер, сандалый алып ҡуйған. Ғ. Байбурин. Аяғымда һары туфли, сандалый кейгем килә. Халыҡ йырынан.
САНДЖАК [төрк. sancak ‘байраҡ, әләм’] (Р.: санджак; И.: sanjak, T.: sancak) и. тар.
Осман империяһының төп администра-тив-территориаль берәмеге. □ Санджак (основная административно-территориаль -ная единица в Османской империи, составная часть вилайета). Санджак бер нисә өйәҙгә буленгән.
САНДРАТЫУ (сандрат-) (Р: утомить разговорами; И.: talk someone ragged; T.: yormak) ҡ.
Күп һөйләнеп арытыу. □ Утомить разговорами. Сандратып бөттө. ■ Йыраҡтан ҡайтҡан ҡунаҡ көн буйы һөйләнеп, Мәғузә апайҙы сандратып бөттө. Ф. Ғәлимов.
САНДРАУ (сандра-) (Р: говорить что попало; И.: talk buncombe; T.: ağzına geleni söylemek) ҡ. һөйл.
1. Ни тура килһә, шуны һөйләү. □ Говорить что попало; пороть чушь. Сандрай бирә.
2. Аңраланыу; һандырау. □ Отупеть. Сандрап бөткән инде ул ҡарт.
САНДРУЖИНА [санитарная дружина] (Р: сандружина; И.: sanitary sduad; T.: sıhhiye bölüğü) и.
Санитар дружина; ғәскәри часть составында медицина хеҙмәтен үтәү маҡсаты менән ойошҡан ирекле төркөм, отряд. □ Сандружина. Сандружина ойоштороу. Сандружинаға яҙылыу. Сандружина ҡыҙҙары.
САНДРУЖИНАСЫ (Р: сандружинник; И.: sanitary activist; T.: teskereci) и.
392