Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 393 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САНДЫР
Санитар дружина ағзаһы. □ Сандружинник (член санитарной дружины). Сандружинасылар сумкаһында ялан шарттарында тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн барыһы ла бар. Сандружинасы медицина ярҙамы күрһәтергә ашыҡты. Сандружинасы килеп өлгөрмәне, һалдаттар яралыны санчасҡа оҙатты.
САНДЫҠ (Р: объедья; И.: left-over fodder; T.: ot kırıntıları) и. һөйл.
1. Мал ашағандан ҡалған эре-һары бесән йәки һалам; һандыҡ. □ Объедья. Утлыҡтағы сандыҡ. Сандыҡты йыйыштырып алыу. ■ Аҙбарҙағы бесән сандығын тиҙ генә йыйып алырға кәрәк, тип әсәйем беҙгә әйтте лә, үҙе атайыма яңы бесән төшөрөргә ҡушты. Р. Камал.
2. Бесән вағы. □ Сенная труха. Сандыҡ помидор ҡыҙартырға һәйбәт. ■ Сандыҡҡа ҡайнар һыу ҡойоп, төнәтмә яһайһың да, йылымыс ҡына саҡта аяҡтарҙы тығып ун минут ултырһаң, арыу-һыҙлау баҫылып ҡала. Картотека фондынан.
САНДЫҠ АРБА (Р.: телега, на которой везли приданое невесты; И.: dowry cart; T.: çeyiz sandığı taşınan araba) и. этн.
Бирнә һандығын һалып алып барған арба.
□ Телега, на которой везли приданое невесты. Сандыҡ арбаға әйбер тейәү. Килендең әйберҙәрен сандыҡ арба менән килтерҙеләр.
САНДЫҠ САНА (Р: сани, на которых везли приданое невесты; И.: dowry sled; T.: çeyiz sandığı taşınan araba) и. этн.
Бирнә һандығын һалып алып барған сана.
□ Сани, на которых везли приданое невесты. Сандыҡ сана киң була. Килендең бирнәһен сандыҡ сана менән алып килделәр.
САНДЫР I (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: Sandyr subtribe; T.; bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ҡәбиләһенең күбәләк ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Сандыр (название одного из родовых подразделений башкир-табынцев). Сандыр аймағы вәкиле. Сандырҙар сәмле була. Сандыр кешеләре шәжәрә байрамы үткәрә.
САНДЫР II (Р: бедро; И.: hip; Т: but) и. анат.
1. Хайуан, мал ҡорһағының сат тирәһендәге өлөшө; бот, янбаш. □ Бедро, ляжка (у животных). Сандыр ите. Сандыр һөйәге. ■ Колтор башлы Колтор таҙҙың ҡылысынан Куҙыйкүрпәс менгән күк толпарҙың сандыр ите генә яраланды, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. диал. Эстең түбәнге өлөшө менән ике бот араһы; ҡаҫыҡ; сат. □ Пах (между бедром и нижней частью живота). Сандыр һөйәге. ■ Тик мәйетте йыуыусылар ғына уның [Хөсәйендең] сандыры һәм урта ағзаһы ныҡ ҡына бешкәненә иғтибар иткәндәр. М. Ишбулатов. Аҙыраҡ ял иткәндән һуң торайым тиһә, биле ҡатҡан, сандырҙары ауырта. Н. Мусин.
3. диал. Аяҡ. □ Нога. Сандыры һыҙлай. Сандыры ап-аҡ. ■ Сандырҙары ҡып-ҡыҙыл булып көсөкләп йөрөй торғайны малайҙарҙың. Экспедиция материалдарынан.
4. диал. Сираҡ; аяҡтың бәкәлдән тубыҡҡа тиклемге өлөшө. □ Голень. Сандырын кесерткән саҡҡан. Сандыры сыйылған. Сандырында ҡан тамырҙары беленеп тора.
САНДЫР III (Р: худощавый; И.: gaunt, lean; T: arık) с.
Ит ҡунмаған; ҡаҡса. □ Худощавый, сухощавый, сухопарый; жилистый. Сандыр ҡарт. Сандыр кәүҙәле кеше. ■ Хашимдың Ихсанбайға һәр саҡ бүре күҙҙәре менән ҡараған сандыр ҡараҡайын ҡайта алмаҫтай ергә оҙатҡанда ла насар булмаҫ ине. Т. Ғарипова. Маһира, атаһына оҡшап, эре һөйәкле, буйға-һынға матурланып киткән, сандыр кәүҙәле, тулы күкрәкле, оҙон яҫы ҡаштары аҫтынан ҡара күҙҙәре йәшәү нуры һирпеп тора. М. Ишбулатов. Миң-кәбәктең ауыҙы ябылды, сандыр кәүҙәһе йәһәт кенә урыҫтар артына боҫто. Н. Мусин. Бәләкәй кәүҙәле, сандыр тәнле был үҫмер [Муса Йәлил] тирәһендә кеше өҙөлмәй. С. Агиш. Бына ишек асылды. Унан сандыр йөҙлө бер ҡатын килеп сыҡты. Ш. Насыров.
САНДЫР IV (Р: низкорослый; И.: scrubby; T: kısa boylu) с.
Тәбәнәк буйлы; ҡыҫҡа буйлы. □ Низкорослый. Тәҙрә алдына сандыр буйлы ҡарт килеп баҫты.
393