САНДЫР БҮҪЕРЕ
САНДЫР БҮҪЕРЕ (Р.: паховая грыжа; И.: groin hernia; T.: kasık fıtığı) и.
1. Эс итен тишеп, тире араһына бүлтәйеп эсәк сыға торған ауырыу; ҡаҫыҡ бүҫере.
□ Паховая грыжа. Буҫер ҡалҡыу. Буҫер сығыу. Сандыр буҫерен имләу. Сандыр буҫерен өшкөрөу.
2. миф. Бүҫер ауырыуы эйәһе. □ Дух паховой грыжи. Сандыр буҫерен асыуландырмаҫҡа кәрәк.
САНДЫР ИТӘК (Р: подол с боковыми оборками; И.: frilled hem; T.: yan farbalalı etek) и. диал.
Ике яҡ ҡабырғанан һалынған балитәкле итәк. □ Подол с боковыми оборками. Сандыр итәкле кулдәк. Сандыр итәк менән сәхнә кейеме тегеу.
САНИНСПЕКТОР [санитарный инспектор] и. ҡар. санитария инспекторы.
САНИНСТРУКТОР [санитарный инструктор] и. ҡар. санитария инструкторы. ■ Мин — санинструктор. Яралы һалдаттарға беренсе ярҙам курһәтәм. К. Кинйәбулатова. [Галина:] Мин Голнара тугел, ә иптәш гвардия старшинаһы, санинструктор. М. Ғәли.
САНИТАР I [рус.] (Р: санитар; И.: hospital attendant; T.: sağlık hizmet eri) u.
1. Ауырыуҙарҙы, яралыларҙы ҡарау, хәстәханалар, дауалау йорттарын йыйыштырыу һ. б. шундай эштәрҙе башҡарыусы махсус белеме булмаған кесе медицина хеҙмәткәре.
□ Санитар (младший медицинский работник по обслуживанию больных и раненых, по уборке помещений лечебного учреждения). Санитар булып эшләу. Хәстәхана санитары. ■ Сара медпунктта — санитар, Бәхетулла уҙе лә эшләй — таҡта яра. С. Шәрипов. [Рәйсә:] Санитарҙар Камилды саҡырырға китә. Биш минутлап утә. Ошо арала әллә нәмәләр кисерергә өлгөрәм. Р. Камал.
2. Хәрби медицинала яралыларға тәүге ярҙам күрһәтә, яу ҡырынан алып сыға торған кесе медицина хеҙмәткәре.
□ Санитар (медработник, оказывающий первую помощь раненым в условиях войны). Санитарҙар яралыларҙы госпиталгә килтерҙеләр. ■ Баҫма ситендә, тәртип
һаҡлап, әле санитарҙарға, әле уҙ аяғы менән йөрөрлөк яралы һалдаттарға бер асыулы, бер хәстәрлекле төҫтә төрлө бойороҡ биреп, капитан погондары таҡҡан Елисеев тора ине. Ә. Хәкимов. [Мырҙаш:] Бөтһә-бөтмәһә лә, беҙ уны ҡалдырып китә алмайбыҙ, ҡабат бында санитарҙар килмәйәсәк. И. Ғиззәтуллин. Сөнәғәт ҡулбашын урарға аҙапланғанда, яраланыусыларҙы һәм улектәрҙе йыйып йөрөусе ике санитар килеп сыҡты. Ж. Кейекбаев.
3. кусм. Кешеләргә, ҡош-ҡортҡа зыянлы булған нәмәләрҙән азат итеүгә йүнәлтелгән эште башҡарыусы; таҙартыусы.
□ Санитар (о птицах, зверях). Ҡоштар — урман санитарҙары. ■ Бурегә һунар итергә яратҡан башҡорт, ләкин уныц урман санитары вазифаһын утәуе менән тулыһынса килешеп йәшәгән. М. Баһуманова.
САНИТАР II ( Р: санитарный; И.: sanitary; T.: sıhhiye) с.
1. Санитарияға ҡағылышлы. □ Санитарный; осуществляющий мероприятия по санитарии (относящийся к санитарии, связанный с её применением). Санитар куҙә-теу көсәйҙе.
2. Санитария ҡағиҙәләренә ярашлы, уларға тура килерлек эш алып бара торған.
□ Санитарный (связанный с требованиями санитарии). Санитар хәл. Санитар торош. Ҡаланың санитар торошо.
3. Армияла: медицина хеҙмәтенә ҡараған, медицинаны хеҙмәтләндергән. □ Санитарный (относящийся к медицинской службе, как правило, в армии). Санитар поезд. Санитар самолёт. Санитар бюро ойошторола. ■ [Елена Максимовна:] Ошонан аҙаҡ куп тә утмәй, мине яраланыусыларҙы ташый торған санитар поезда эшләргә ҡуштылар. Н. Мусин. Юлда ҡалғандарҙың барыһын да санитар обоздары алып бөтә алмайҙар. Д. Юлтый.
САНИТАР БАТАЛЬОН (Р: санитарный батальон; И.: medical battalion; T.: sıhhiye bölüğü) и.
Ғәскәри часта составында медицина хеҙмәтен үтәгән айырым бер бүлек. □ Санитарный батальон (воинская часть, одна из
394