САНИТАРКА
основных организационных и административно-хозяйственных единиц медицинской службы войскового звена). Санитар батальонда хеҙмәт итеу. Санитар батальонға алып барыу.
САНИТАРИЯ [лат. sanitas ‘һаулыҡ’] (Р.: санитария; И.: sanitation; T.: sıhhiye) и.
Дөйөм таҙалыҡты һәм халыҡтың һаулығын һаҡлау саралары. □ Санитария (охрана и меры по поддержанию чистоты и соблюдению правил гигиены). Санитария пропагандаһы. Санитария һәм гигиена ҡағиҙәләре. Санитария талаптары. ■ Автоинспекция начальнигы: «Бындай мәсьәләләр менән шөғөлләнергә беҙҙә махсус ойошмалар бар бит — санитария-гигиена хеҙмәте, тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте», — тип ҡотолорға теләне. Б. Рафиҡов. Башҡорт халыҡ санитарияһында ла йорт бөжәктәре менән көрәшеу ысулдары булған. Д. Бураҡаев.
САНИТАРИЯ ИНСПЕКТОРЫ (Р: санинспектор; И.: officer of health; T.: sağlık müfettişi) u.
Халыҡ йәшәгән урында дөйөм таҙалыҡты һәм сәләмәтлекте тикшереү вазифаһы йөкмәтелгән кеше. □ Санинспектор (должностное лицо, которое проверяет общее санитарное состояние и здоровье населения). Санитария инспекторы тикшереуе. Санитария инспекторы төҙөгән протокол. Санитария инспекторы курһәтмәләрен утэу.
САНИТАРИЯ ИНСТРУКТОРЫ (Р: санинструктор; И.: combat medic; T.: sağlık öğretmeni) и.
Ғәскәри часта һәм медицина учреждениеларында эшләгән махсус әҙерлекле, таҙалыҡты һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса аңлатыу эше алып барған кесе медицина хеҙмәткәре. □ Санинструктор, санитарный инструктор (младший медицинский работник в воинской части и медицинских учреждениях по проведению инструктажа по охране и поддержанию общественной чистоты и здоровья населения). Санитария инструкторынан инструктаж алыу. Санитария инструкторы өйрәткәнсә эшләу.
САНИТАРИЯ МИНИМУМЫ (Р: сан минимум; И.: sanitary minimum; T.: asgari sağlık şartları) u.
Һәнәренә ҡарап, һәр кем белергә тейешле санитария ҡағиҙәләре һәм нормалары йыйылмаһы. □ Санминимум, санитарный минимум (свод санитарных правил и норм, который должен знать каждый работник по своей профессии). Санминимум тапшырыу. Санминимум талаптары. Санминимум ҡағиҙәләрен һәм нормаларын белеу.
САНИТАРИЯ МӘҒАРИФЫ (Р: сан-просвещение; И.: health education; T.: sağlık eğitimi) и.
һаулыҡ һаҡлау органдары үткәргән санитария һәм сәләмәтлек сараларын популярлаштырыу, халыҡ араһында гигиена һәм медицина буйынса белем таратыу эше.
□ Санпросвещение, санитарное просвещение. Санитария мәғарифы занятиелары. Санитария мәғарифы уҡыуҙары.
САНИТАРИЯ ТЕХНИКАҺЫ (Р: санитарная техника; И.: special health knowledge; T.: sıhhî tesis) u.
Санитария, гигиена сараларын тормошҡа ашырыу менән бәйле бөтә техник белем.
□ Санитарная техника (технические знания, связанные с осуществлением мероприятий по санитарии и гигиене). Санитария техникаһын өйрәнеу. Санитария техникаһын белеу мотлаҡ.
САНИТАРИЯ УЗЕЛЫ и. кар. санузел. Санитария узелы һәр ваҡыт таҙа булырға тейеш. Санитария узелына ҡорамалдар килтерҙеләр. Санитария узелына ремонт эштәре башларға булдылар.
САНИТАРИЯ ЧАСЫ и. ҡар. санчасть. Санитария часы бынан алыҫ тугел. Санитария часы тәулек әйләнәһенә эшләй. Санитария часына медицина ҡорамалдары алғандар.
САНИТАРКА [рус.] (Р: санитарка; И.: nurse; T.: hastabakıcı) и.
Ауырыуҙарҙы, яралыларҙы ҡарау, хәстәханалар, дауалау йорттарын йыйыштырыу һ. б. шундай эштәрҙе башҡарыусы кесе медицина хеҙмәткәре (санитар ҡатын-ҡыҙ); шәфҡәт туташы. □ Санитарка (младший медицинский работник по обслуживанию больных и раненых, по уборке помещений лечебного учреждения). ■ Операциянан
395