Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 396 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САНИТАР КОРДОН
һуң төндәр буйы керпек ҡаҡмай ауырыу янында кем ултыра? Кем ауырыуҙың сирен уртаҡлаша, ҡайғыһын булешә, өмөтөн арттыра? Санитарка. И. Абдуллин. Үҙенең атлар хәле барлығын самалағас, ул [Атнабаев] төнөн, санитарканың йоҡомһорап ултырғанынан файҙаланып, тора ла шым ғына һауығыусылар командаһы йоҡлаған палатаға керә һәм, ҡайһыныңдыр шинелен, итектәрен, пилоткаһын кейеп, юлға сыға. Т Ғиниәтуллин. Дөрөҫ, башта ул [Айһылыу] санитарка ғына булды. Аҙаҡ уны өйрәттеләр, уҡыттылар, төркисәләп әйткәндә, «шәфҡәт туташы» яһанылар. 3. Биишева.
САНИТАР КОРДОН (Р.: санитарный кордон; И.: sanitary cordon; T.: sağlık kordonu) и.
Карантин ваҡытында башҡарыла торған эштәр. □ Санитарный кордон (обозначает одно из основных мероприятий, предпринимаемых в ходе карантина). Санитар кордон карантин посы ойоштора. Санитар кордон территорияға инеу-сығыуҙы көйләй, рөхсәт бирә йәки тыя.
САНИТАР КҮҘӘТЕҮ (Р: санитарный надзор; И.: sanitary inspection; T.: sağlık kontrolü) и.
Санитар нормаларҙы, ҡағиҙәләрҙе барлыҡ ведомстволар, ойошмалар һәм граждандар тарафынан бер һүҙһеҙ үтәлеүҙе талап итә торған дәүләт күҙәтеүе системаһы.
□ Санитарный надзор (система государственного надзора за безусловным выполнением всеми ведомствами, организациями и гражданами санитарных правил и норм, утверждённых в установленном порядке). Санитар куҙәтеу санитар-эпидемиологик хеҙмәт тарафынан атҡарыла.
САНИТАР ПАСПОРТ (Р: санитарный паспорт; И.: sanitary card; T.: sağlık raporu) и.
Дәүләт ҡулланыусылар күҙәтеүе органы (Роспотребнадзор) тарафынан объекттарға (дезинсекция һәм дератизация уткәрелеуе тураһында) һәм аҙыҡ-түлек ташыусы автомобилдәргә (йыуыу, дезинфекция уткәрелеуе тураһында) бирелә торған документ.
□ Санитарный паспорт. Санитар паспорт алыу. Санитар паспорт тултырыу.
САНКЦИЯ [лат. sanctio ‘ҡарар сығарыу’] (Р: санкция; И.: sanction; T.: resmî tasdik) и. юр.
1. Ниндәйҙер эште, сараны башҡарырға мөмкинлекте раҫлап, юғары инстанциянан бирелгән рәсми рөхсәт, ризалыҡ. □ Санкция (утверждение чего-л. высшей инстанцией, разрешение). Прокурор санкцияһы. Ҡулға алырға санкция. Тентергә санкция. Санкция биреу. Санкция алыу. ■ Тағы бер көн утеугә инде, уны [Абдулланы] прокурор биргән санкция буйынса ҡулға алдылар. Н. Мусин. Заһиҙә, аптырағас, партия йыйылышы уткәреп, район етәкселәренең санкцияһынан тыш, артель председателен эшенән алырға тигән ҡарар сығартыуға өлгәште. Н. Мусин.
2. Хоҡуҡ боҙған, ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙе боҙған ойошмаға, дәүләткә ҡарата иҫкәртеү сараһы. □ Санкция (мера предупреждения правонарушителей, организаций, стран за нарушение закона, принятого порядка ). Сифатһыҙ продукция сығарған өсөн санкция. Иҡтисади санкциялар. Уголовный суд санкцияһы. Агрессор дәуләткә карата санкция ҡулланыу.
3. Хоҡуҡи акттарҙың норма боҙоу тураһындағы өлөшө. □ Санкция (часть правовых актов о нарушении норм). Хоҡуҡ ҡағиҙәһен боҙған өсөн санкция.
САНКЦИЯЛАУ (санкцияла-) (Р: санкционировать что-л:, И.: sanction; T.: resmen tasdik etmek) ҡ. кит.
Рәсми рөхсәт, ризалыҡ, санкция биреү, хуплау (юғары органдар һәм ойошмалар тураһында). □ Санкционировать что-л. Сығымдарҙы санкциялау. Халыҡ-ара сараны санкциялау. Кемдеңдер ҡарарын санкциялау.
САНСКРИТ [деванагари samskita vak ‘әҙәби тел’] (Р: санскрит; И.: Sanskrit; Т.: Sanskrit) и.
һинд-европа телдәренә ҡараған боронғо һинд теленең әҙәби яҡтан эшкәртелгән бер төрө. □ Санскрит. / Санскритский. Санскрит теле. Санскрит яҙмаһы. Яҙма тел булараҡ, санскрит ике мең йылдан артығыраҡ йәшәй.
САНСКРИТОЛОГ [рус.] (Р: санскритолог; И.: Sanskritist; T.: Sanskritçe uzmanı) и.
396