Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 397 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САНТИМЕТР
Санскрит телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеүсе ғалим. □ Санскритолог (учёный, изучающий санскритские языки). Санскритологтар рус теле менән санскриттың оҡшашлығын ентекле тикшергәндәр.
САНСКРИТОЛОГИК (Р.: санскритологический; И.: sanskritological; Т.: Sanskrit ile ilgili) с.
Санскритҡа мөнәсәбәтле, санскритҡа ҡағылышлы. □ Санскритологический. Санс-критологик хеҙмәттәр. Санскритологик тикшеренеуҙәр. Санскритологик яҙмалар. Санскритологик экспедициялар.
САНСКРИТОЛОГИЯ [рус. < санскрит + гр. logos ‘тәғлимәт’] (Р: санскритология; И.: Sanskritology; T.: Sanskritçe alanı) и.
Санскритты өйрәнә торған фән. □ Санскритология. Санскритология менән шөғөл-ләнеу. Санскритология буйынса халыҡ-ара симпозиум.
САНСКРИТСА (Р: по-санскритски; И.: in Sanskrit; T.: Sanskritçe) р.
Санскрит телендә; санскриттарға хас булғанса. □ По-санскритски. Санскритса һөй-ләшеу. Санскритса бейеу. Санскритса аңлатыу.
САНТАЙЫУ (сантай-) (Р: крениться; И.: heel; T.: eğilmek) ҡ. диал.
1. Бер яҡҡа ҡыйшайыу; ауышыу; янтайыу. □ Крениться, накрениться, наклоняться; уклоняться. Сантайып ултырыу. ■ Арба сантайып лып ултырҙы, соҡорға тулған һыу кусәрҙән аша һуҡты. М. Тажи.
2. Ҡапыл ситкә тартылыу; тайшаныу.
□ Уклоняться, отстраниться. ■ Ромашка ишектән сығып килгән Гөлгөнәне осратты ла ситкә сантайҙы. Ш. Янбаев.
САНТА КЛАУС [ингл. Santa Claus] (Р: Санта-Клаус; И.: Santa Claus; T.: Noel Baba) и.
1. Христиан изгеһе. □ Санта-Клаус (святой у христиан). Санта Клаус ярҙам итә. Санта Клаус — иң хөрмәтле изгеләрҙең береһе.
2. Ҡыш бабай (Раштыуа байрамында балаларға буләк өләшеусе бабай, Төньяҡ Америка фольклоры (әкиәт) персонажы).
□ Санта-Клаус (рождественский дед, севе
роамериканский сказочный (фольклорный) персонаж, который дарит подарки детям на Рождество Христово). Санта Клаус балаларға буләк килтергән. Санта Клаусты көтөп алыу. Санта Клаустың кейеме.
САНТЕХНИК (сантехнигы) [санитарный техник] (Р: сантехник; И.: plumber; Т.: tesisatçı) и.
Санитария техникаһы менән эш иткән кеше. □ Сантехник. Сантехник саҡырыу. Сантехник булып эшләу. Сантехниктар курсы. М [Камил:] Ут уткәреу, сварканы башҡарыу өсөн ҡулалмаш һәнәрле берәу, әйтәйек, сантехник һәр саҡ янда булһын. Ғ. Хисамов.
САНТЕХНИКА [санитарная техника] (Р: сантехника; И.: sanitary engineering; T.: sıhhi tesisat) и.
Санитария, гигиена сараларын үткәргәндә ҡулланылған бөтә прибор, ҡоролма, аппараттар. □ Сантехника. / Сантехнический. Сантехника ҡорамалдары. Сантехника системаһын монтажлау. ■ [Баш бухгалтер:] Эш барыуын бара ул, Дамир Әғзәмович, бер аҙнанан корпусын кутәреп бөтәләр, тик бына яҡшы сантехника әйберҙәре таба алмайым. Н. Мусин.
САНТИМ [фр. sentime < лат. sentum ‘йөҙ’] (Р: сантим; И.: centime; T.: santim) и.
Франция, Бельгия, Швейцария һәм башҡа Европа илдәре тәңкәһе. □ Сантим (мелкая монета во Франции, Бельгии, Швейцарии и некоторых других странах). Франктың йөҙҙән бер өлөшө сантим тип атала. Сантим ваҡ аҡса була.
САНТИМЕНТ [фр. sentiment ‘тойғо’] (Р: сантименты; И.: mush; T.: aşırı duygusallık) и. һөйл.
һүҙ, эш-ҡылыҡта үтә тойғололоҡ. □ Сантименты (проявление излишней чувствительности в словах, поступках). Сантимент курһәтеу. һуҙендә шул тиклем сантимент.
САНТИМЕТР [фр. centimetre ‘үлсәү берәмеге’] (Р: сантиметр; И.: centimeter; Т.: santimetre) и.
1. Метрҙың йөҙҙән бер өлөшөнә тигеҙ булған оҙонлоҡ үлсәү берәмеге. □ Сантиметр (единица измерения длины, сотая часть
397