Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 398 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САНТИМЕТРЛАП
метра). / Сантиметровый. Ун биш сантиметр. Сантиметрҙарға булеу. Сантиметр диапазонындағы тулҡындар. ■ [Технорук:] Йыҡҡан бурәнәгеҙҙең оҙонлоғо — алты метр ярым, .. ос яғының диаметры ҡырҡ сантиметр булһа, шул бер кубометр тәшкил итә. Р. Өмөтбаев. Яһалма солоҡтоң диаметры тыштан алтмыш сантиметрҙан да кәм булмаған. Д. Бураҡаев. Нәзифәнең сире етди, шештең диаметры ун сантиметр самаһы булып киткән. Н. Мусин. [Әхмәтов:] Тау ҙа таш, һөрөнтө ерҙең ҡалынлығы ни бары ун биш, хатта ун сантиметр. А. Ғирфанов.
2. Шул берәмеккә тиң өлөштәр һуғылған оҙонлоҡ үлсәй торған линейка, таҫма. □ Сантиметр (измерительная линейка). Сантиметр алырға кәрәк. Сантиметр менән улсәм алыу. ■ Кейем бесеусе сантиметрын, лекалоһын тегеләй-былай ғына тотоп торған кеуек ине, һә тигәнсе кулдәк өлгөһөн бесеп тә бирҙе. Ни тиһәң дә, оҫта шул. Ф. Сәлимова.
САНТИМЕТРЛАП (Р.: сантиметрами; И.: by centimetres; T.: santimetre ile) p.
Сантиметрҙарға бүлеп, сантиметрҙарға һалып. □ Сантиметрами. Сантиметрлап улсәу. Сантиметрлап булеу. Сантиметрлап билдәләу.
САНТИМЕТРЛЫ (Р: сантиметровый; И.: centimetric; T.: santimetreli) с.
Сантиметрҙарға бүлгеләнгән. □ Сантиметровый; делённый на сантиметры. Сантиметрлы линейка. Сантиметрлы таҫма.
САНУЗЕЛ [санитарный узел] (Р: санузел; И.: WC; T.: lavabo) и.
Санитария, гигиена маҡсатына ярашлы йыһазландырылған бүлмәләр. □ Санузел (ванная и туалет). Торлаҡ йорттарҙың санузелдары. Берләштерелгән санузел. Санузелға ремонт яһау.
САНЧАСТЬ [санитарная часть] (Р: санчасть; И.: medical unit; T.: sağlık birimi) и.
Ғәскәри часта (батальон, полк, дивизияла) медицина һәм санитария хеҙмәте; санитар часть. □ Санчасть. Санчасть алдына ниңәлер һалдаттар йыйылып киткән. Яралыларҙы санчасҡа тапшырыу.
САНЭПИДСТАНЦИЯ [санитарно-эпидемиологическая станция] (Р: санэпидстанция; И.: health inspection service; T.: sağlık kontrolü istasyonu) u.
Санитария һәм эпидемиология станцияһы. □ Санэпидстанция (СЭС) (учреждение, осуществляющее санитарный надзор и санитарно-противоэпидемическое обслуживание). Санэпидстанция ҡағиҙәләре. Санэпидстанцияға һыуҙы анализға ебәреу. Санэпидстанция санитар куҙәтеу һәм инфекцион, профессиональ ауырыуҙарҙы булдырмау өсөн профилактика уткәреу эштәре менән шөғөлләнә.
САҢ I (Р: пыль; И.: dust; T.: toz) и.
Ҡаты еҫемдәрҙең онтаҡ рәүешендәге бик ваҡ өлөшсәләре; туҙан. □ Пыль; прах. Саң бөртөгө. Урам саңы. Юл саңы. Саң борҡотоу. Саң осоу. Саң баҫыу. Саң кутәрелеу. Саң ҡағыу. Саңда аунау. ■ Киске еләҫ һауала ат өҫтөндә елеуе уҙе бер ғумер: йомшаҡ юлдан ат саба, биттәргә, муйынға ел ҡаға, арттан борҡоп саң ҡала, ниндәй рәхәт. И. Ғиззәтуллин. Әле генә ямғыр яуып уткәнлектән, юлда саң әҫәре юҡ, рәхәтләнеп елдер генә! Ф. Ғүмәров. Машиналарҙан ку-тәрелгән саң бағаналары ундарса саҡрым ерҙән куренеп тора. И. Насыри. Уның [Абдулланың] ҡояшҡа янған, кумер саңы ҡунған йөҙөндә, ныҡлабыраҡ ҡараһаң, албыр-ғабыраҡ ҡалыу билдәһен курергә мөмкин ине. Н. Мусин. Бер ваҡыт ер һелкетеп, саң туҙҙырып, дейеу ҡайтып килә, ти. Әкиәттән.
♦ <Ҡара> саң(ы) әйләнеп ятыу йәшел үләнһеҙ булыу. □ О земле без растительности (без травы). ■ Элекке ваҡытта ҡара саңы әйләнеп ятҡан урамдар ҙа ҡаҙ уләненә, алабутаға кумелгән. Т. Хәйбуллин. Саң баҫыу күптән онотолоу, хәтерҙән сығыу. □ соотв. Быльём поросло. Саң уйнатыу бик тиҙ йөрөү, ҡыҙыу хәрәкәт итеү, ҡойон уйнатыу. □ Очень быстро двигаться, кружиться; соотв. Пыль столбом. ■ Вәлимә мотоциклын лесничествоға илтеусе арба юлынан, саң уйнатып, алға ҡыуалай. Н. Мусин.
САҢ II (Р: колокол, железо; И.: beli; Т.: çan) и.
398