САҢҒЫРТ
САҢҒЫРТ I (Р: состоящий из очень мелких частиц; И.: consisting of fine particles; T.: çok küçük parçalardan oluşmuş) с. диал.
1. Саң (I) кеүек ваҡ өлөштәрҙән торған.
□ Состоящий из очень мелких частиц. Сацғырт ҡар яуа. ■ Төн елдәре иҫә әкрен генә, сацғырт ҡарҙар кусә юл аша. Д. Юлтый.
2. Ҡаты һыуыҡ, үтә һалҡын; сасҡау.
□ Морозный, очень холодный. Сацғырт көн. Сацғырт һыуыҡ. ■ Бына тағы Вахитовты ҡышҡы сацғырт көндәрҙец береһендә бюроға саҡырттылар. Ғ. Ибраһимов. Ҡарацғы төн, ҡышҡы сацғырт һыуыҡ, ҡуйы урман ҡылау аҫтында. Б. Вәлит. Ҡәләмбай, .. сацғырт һыуыҡҡа түҙмәй, яҡындағы бесән кәбәнен өшәләкләп, эсенә инеп ятты. Т. Хәйбуллин.
САҢҒЫРТ II (Р.: изморось; И.: drizzle; Т.: çişe) и. диал.
1. һибәләп, томанлап яуған ваҡ ҡына күҙле быҫҡаҡ ямғыр йәки ҡар. □ Изморось (мелкий дождь или снег). Көҙгө сацғырт. Ҡышҡы сацғырт. ■ Анау ғына тауҙа бер сацғырт бар, әллә ямғыр, әллә ҡар микән. Халыҡ йырынан.
2. Ҡышҡы һыуыҡта ҡунған ҡырау; бәҫ.
□ Изморозь (род инея, рыхлый снежный покров, образующийся при морозе, тумане). Сацғырт яуа. Сацғырт баҫыу. ■ Урман, сацғырт бөркәнеп, ап-аҡ булып ултыра. Ф. Иҫәнғолов. Ә тышта ҡыш. Сацғырт, мәрйен булып, ҡайын ботағына бәйләнә. Р. Назаров. Сасҡау һыуыҡта ағасҡа йәки башҡа нәмәгә өрпәк кенә булып ҡуна торған ҡырауҙы сацғырт тибеҙ беҙ. Экспедиция материалдарынан.
3. Томанлап торған ҡаты һыуыҡ; саңырт, сасҡау. □ Сильный мороз с инеем. ■ Сәцгетеп, ялап алып барған сацғырт бөтәһен дә уҙенә бағындырҙы. Т. Хәйбуллин.
4. Әсе елле еңелсә өрмә буран; һепертке буран. □ Буран с пронизывающим ветром; позёмка. Сацғырт буран. ■ Сацғырт буран өрә. Һ. Дәүләтшина.
САҢҒЫРТ III (Р: мгла, мираж, марево; И.: haze heat; T.: sis) и. диал.
Ер өҫтөнән земберләп күтәрелгән эҫе һауа; монар, сағым. □ Мгла, мираж, марево. Эцерҙә төшкән сацғырт. Сацғырт куренеу.
■ Алыҫта-алыҫта зәцгәр сацғыртҡа уранған .. Торатау куренә. Ж. Кейекбаев. Көндөҙ тауҙар зәцгәр сацғыртта йөҙә, төн булһа, .. уяҙҙарға ап-аҡ томан эркелә. Ш. Янбаев. Елбер-елбер зәцгәр яулыҡмы ни яландарҙыц зәцгәр сацғырты. Р. Бикбаев. Әунда, офоҡта, шыйыҡ ҡына кукһел томан булып сацғырт емелдәй. Ф. Иҫәнғолов.
САҢҒЫРТЫУ I (саңғырт-) (Р: моросить; И.: drizzle; T.: çiselemek) ҡ. диал.
1. Ваҡ ҡына күҙле булып һибәләү.
□ Моросить (об очень мелком дожде). Сацғыртып ямғыр яуа. Сацғыртып тора, рәшә яумаһа ярар ине.
2. Томанланыу. □ Затуманиваться, покрываться туманом; покрыться мглой. Буран сацғыртып килә. Иртәнән сацғыртып торҙо.
САҢҒЫРТЫУ II (Р: слабая позёмка с пронизывающим ветром; И.: slight storm of drifting snow; T: tipi) и. диал.
Әсе елле еңелсә өрмә буран. □ Слабая позёмка с пронизывающим ветром. Сацғыртыу башланды. Сацғыртыу осороп алып бара.
САҢҒЫСЫ (Р: лыжник; И.: skier; Т.: kayakçı) и.
Саңғы спорты менән шөғөлләнеүсе; саңғыла йөрөгән кеше. □ Лыжник, лыжница. Сацғысылар ярышы. ■ Сацғысылар башта уҡ ҡыҙыу темп алды. Б. Бикбай. Саңғысы тәуҙә ҡабаланмай ғына, талғын аҙымлап, шыуыр-шыумаҫ барҙы. Ә. Хәкимов.
САҢҒЫТЫУ (саңғыт-) (Р: моросить; И.: drizzle; T.: çiselemek) ҡ. диал.
Томан һымаҡ ваҡ ҡына күҙле булып һибәләү. □ Моросить (об очень мелком дожде). Сацғытып ямғыр яуа. Кар сацғытып яуа. Сацғытып яуған рәшә.
САҢҒЫУ (саңғы-) (Р: звенеть, издавать звон; И.: ring (out); T.: çınlamak) ҡ. диал. ҡар. саңғылдау.
Саң-саң иткән тауыш сығарыу; сыңлатыу.
□ Звенеть, издавать звон. Салғы яныу тауышы сацғып тора. Сац-сац иттереп тимер сацғыуы ишетелә. Сац-сац килеп бөркөт сацғый.
САҢ ДА САҢ (Р.: динь-динь; И.: tink!; Т: tın tın!) оҡш.
400