Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 402 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САҢҠАЙЫУ
mey. Саңҡайып ултырыу. ■ Улар кырандасҡа ултырып ҡайтып баралар ине. Йә-сәуи дилбегә тотҡан, ә Ниғмәт саңҡайып ултырған. Ә. Бикчәнтәев. Көрәшселәрҙең береһе артҡа саңҡая, икенсеһе уның аша осоп, .. ергә барып төшә. Р. Солтангәрәев. Мәсәлим мулла, ҡалын кәуҙәһен артҡа саңҡайта биреп, Бәҙәмшаға асыулы төбәлеп ҡараны. Н. Мусин.
САҢҠАЙЫУ II (саңҡай-, саңҡая) (Р: жаждать, сильно хотеть пить; И.: thirst for; T.: susamak) ҡ. диал.
Сарсау, бик ныҡ һыуһау. □ Жаждать, сильно хотеть пить. Эҫелә саңҡайыу. Тамағым кибеп, хәлдән тайып саңҡайҙым.
САҢҠАЙЫШЫУ (саңҡайыш-) ҡ. урт. ҡар. саңҡайыу I. взаимн. от саңҡайыу I. ■ Барыһы ла, оло эш башҡарғандан һуң ял иткәндәй, ултырғыс йә диван арҡаһына саңҡайышып, һуҙһеҙ ҡалдылар. Б. Рафиҡов. Малайҙар .. геуләп уткән осҡостарға саңҡайышып ҡарайҙар. X. Түләкәев.
САҢҠАНЛАУ (саңҡанла-) (Р: ходить, откидываясь назад; И.: saunter; T.: dimdik yürümek) ҡ.
Түште киреп, башты артҡа ташлап, саң-ҡайып-саңҡайып баҫыу. □ Ходить (идти), откидываясь назад. Саңҡанлап атлау. Саңҡанлап килә.
САҢҠАРТАН (Р: лицом кверху, навзничь; И.: on one’s back; T: sırt üstü) р. диал. ҡар. салҡан.
Арҡаға ятыу. □ Лицом кверху, навзничь. Саңҡартан ятыу. Саңҡартан йығылды. Саңҡартан әйләнеу. ■ Ергә саңҡартан ятып [Фәсхи], терһәк кеуек тырпайып торған дурт шатунды берәм-берәм тотҡолап, һелкетеп ҡараны. Й. Солтанов.
САҢҠАУ (Р: пологий; И.: slightly sloping; T.: meyilli) с. диал. ҡар. яҙынҡы.
Саманан тыш һонолоп торған. □ Пологий. Саңҡау дуға. Саңҡау салғы. Саңҡау ураҡ.
САҢҠ-САҢҠ (Р: динь-динь; И.: tingle; T.: çın çın ) оҡш.
Ҡабат-ҡабат саңҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному звуку удара и т. п. по металлу: динь-динь. Саңҡ-саңҡ килеу. Саңҡ-саңҡ итеу. ■ Саңҡ-
саңҡ итеп салғы янай егет һыу буйҙарында. Ғ. Әмири. һәр көн саңҡ-саңҡ итеп аҡсарлаҡтар уйнай Волгала. А. Игебаев. Саңҡ-саңҡ ҡына итеп, ай, ҡысҡырған шоңҡар ҡайтыр — тауҙың бөркөтө. Халыҡ йырынан. Иртәнсәккәй тороп бер ҡараһам,.. саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө. Халыҡ йырынан.
САҢҠ-СОҢҠ (Р: динь-динь; И.: tingle; T.: çın çın) оҡш.
Ятҡан тимергә ҡаты нәмә менән һуҡҡанда сыҡҡан тоноҡ тауышты белдергән һүҙ.
□ Подражание глухому звуку удара о железо: динь-динь. Саңҡ-соңҡ килеу. Саңҡ-соңҡ һуғыу. ■ Еәфурҙәр килеп еткәндә, тимерлектең ишеге, ғәҙәттәгесә, асыҡ һәм унан саңҡ-соңҡ итеп сукештең ниндәйҙер тимергә бәрелгәне ишетелеп тора. М. Садиҡова.
САҢҠЫ I (Р: с прямой спиной; И.: straight-back; T: dimdik arkalı) c.
Тип-тигеҙ арҡалы. □ С прямой спиной. Саңҡы ат. Саңҡы һарыҡ.
САҢҠЫ II (Р: подбитые шкурой охотничьи лыжи; И.: hunter skis; T: avcı kayağı) u. диал. ҡар. ҡалтағай 1,2.
Табанына тире йәбештерелгән һунар саңғыһы; ҡалтағай. □ Подбитые шкурой охотничьи лыжи. Һунарға саңҡы менән барырға йыйындыҡ. Саңҡыларҙы кистән ук әҙерләу. Саңҡы кейеп алдыҡ.
САҢҠЫЛДАТЫУ (саңҡылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. саңҡылдау II. понуд. от саңҡылдау II. Саңҡ-саңҡ иттереп саңҡылдатыу. Саңҡылдашып һуғыу. ■ Алдар батыр уның [урыҫтың] ҡылысына саңҡылдаша һуғып ебәрҙе лә, теҙгенен тартып, атын урәпсетте һәм шул ыңғайы мыйыҡлы башҡа һелтәнде. Н. Мусин.
САҢҠЫЛДАУ I (саңҡылда-) (Р: клекотать; И.: squawk; T.: çığlık atmak) ҡ.
1. Саңҡ-саңҡ итеү, саңҡ-саңҡ килеү.
□ Клекотать. // Клёкот. Бөркөт саңҡылдай. ■ Ҡыйғас болоттар араһында саңҡылдап йөрөгән бөркөт, кәйелеп килеп, Утлығая тирәһендәге .. таш башына ҡунды. Ш. Насиров. Буран йәки ямғыр булырға булһа, сәукә саңҡылдап ойошоп, шыҡыйып осоп тубән төшөр, һынамыш. Йәмле июлдең
402