САҢЛАУ
сут-сут иткән, кәкүкләгән, саңҡылдаған, баҡаҡайлаған, сырылдаған һәр төрлө ҡош-ҡорт, тәлмәрйен, сиңерткә-бөжәк, тағы ла әллә нисәмәлер әкәмәтйән ауаздарының боламығы эркелепме-эркелә ҡолаҡтарға. Й. Солтанов.
2. Өҙөк-өҙөк итеп көслө тауыш биреү (эткә ҡарата). □ Громко гавкать. Саңҡылдап өрөү. Саңҡылдап килеп сығыу.
САҢҠЫЛДАУ II (Р.: сильный, звонкий; И.: ringing; T.: çınlayan) с.
Көслө, яңғырауыҡлы (тауышҡа ҡарата).
□ Сильный, звонкий (о голосе). Саңҡылдау тауыш. Саңҡылдау һөрән. ■ [Мөйтән бей] ҡарасҡылай саңҡылдау һөрән һалды, аҡыл менән бейеклектең түрен алды. Бәйеттән.
САҢҠЫЛДАУ III (саңҡылда-) (Р.: икать; И.: hiccup; T.: hıçkırmak) ҡ. диал.
Осҡолоҡ тотоу. □ Икать. Тамағы саңҡылдап тора. Һыу эсеп алғас, саңҡылдауы бер аҙға баҫылды.
САҢҠЫЛДАШЫУ (саңҡылдаш-) ҡ. урт. ҡар. саңҡылдау I. взаимн. от саңҡылдау I. ■ Ҡайғы уртаҡлашҡандай, кемуҙарҙан саңҡылдашып, аҡсарлаҡтар оса. Ә. Гәрәев. Тауҙар ҡаяһында сал бөркөттәр саңҡылдашып ғүмер итәләр. Ҡ. Даян.
САҢҠЫУ I (саңҡы-) ҡ. ҡар. саңҡылдау I. Бөркөттәр саңҡый. ■ Мәғрур ҡаяларға яманһыуҙыр, бөркөттәре саңҡып осмаһа. А. Игебаев. Бөркөттәрҙең сая саңҡыуына ҡурай моңо килеп ҡушыла. Ф. Кузбәков. Бөркөт ара-тирә саңҡып ҡуя. Әллә дәртләндерә балаларын, әллә берәй хәүеф-хәтәрҙән иҫкәртә. Ә. Хәкимов. Талпынды ла саңҡып бәрелде бит ғорур бөркөт ғорур ҡаяға. Р. Бикбаев.
САҢҠЫУ II (Р: сильный, звонкий; И.: ringing; T.: çınlayan) с.
Көслө, яңғырауыҡлы (тауышҡа ҡарата).
□ Сильный, звонкий (о голосе). ■ Шул мәл ҡолаҡтарына ниндәйҙер бер ҡоштоң саңҡыу тауышы ишетелеп ҡала. Әкиәттән.
САҢҠЫУЛАНДЫРЫУ (саңҡыуландыр-) (Р.: сделать сильным, звонким; И.: make it ringing; T.: çınlatmak) ҡ.
Көслө, яңғырауыҡлыға әйләндереү, саңҡыу (II) итеү. □ Сделать сильным, звон
ким. Тауышты саңҡыуландырыу. Шиғырҙы саңҡыуландыра. ■ «Кеше көслө »фразаһының өс тапҡыр ҡабатланыуы «Кеше көслө» шиғырын саңҡыуландыра ғына. Ғ. Хөсәйенов.
САҢҠЫУЛАНЫУ (саңҡыулан-) (Р: стать сильным, звонким; И.: become ringing; T.: çınlamak) ҡ.
Көслө, яңғырауыҡлыға әйләнеү, саңҡыу (II) булыу. □ Стать сильным, звонким. Тауыш саңҡыуланды. ■ Заман елдәре шағир лирикаһына көслөрәк ҡағылған һайын, уның пафосы саңҡыулана барҙы. Ғ. Хөсәйенов.
САҢЛАНДЫРЫУ (саңландыр ) (Р: за пылить, покрыть пылью; И.: cover with dust; T.: tozlandırmak) ҡ.
Саңлыға әйләндереү, саңлы итеү; саң баҫтырыу, саң менән ҡаплатыу; саңлау.
□ Запылить, покрыть пылью. Өҫтө саңландырыу. Бүлмәне саңландырыу. Кейемде саңландырыу. ■ Урал тауын саңландырып яуға сабыр ат тыумаҫ. «Урал батыр».
САҢЛАНЫУ (саңлан-) (Р: пылиться;
И.: get dusted; T.: tozlanmak) ҡ.
Саңлыға әйләнеү, саңлы булыу. □ Пылиться, пропылиться. Саңланып бөтөү. Саңланған бүлмә. Саңланған кейем. N Абдулла үҙенең саңланған уҫлаптай ҡулына ирекһеҙҙән күҙ һалып алды ла, икеләнеп тороуын ҡапыл еңеп, ҡырҡа хәрәкәт менән Зәлифәнең усын ҡыҫты. Н. Мусин.
САҢЛАУ I (саңла-) (Р: пылить, напылить; И.: cover with dust; T.: tozlamak) ҡ.
1. Саңлыға әйләндереү, саң баҫтырыу, саң ҡаплатыу; саңландырыу. □ Пылить, напылить; запылить, покрыть пылью. Иҙәнде саңлау. Кейемде саңлау.
2. Саңда (I) аунау (ҡошҡа ҡарата).
□ Зарываться в пыль (о птицах). Ишек алдында тауыҡтар саңлап ята.
САҢЛАУ II (саңла-) (Р: издавать звук «дзинь», звенеть; И.: clink; T.: çınlamak) ҡ.
Саң (III) иткән тауыш сығарыу; яңғырау.
□ Издавать звук «дзинь», звенеть. ■ Ирәмәл өҫтөндә саңлап осҡан сал бөркөт бейек. X. Ғиләжев.
САҢЛАУ III (Р: летнее стойбище для скота; И.: summer cattle camp; T.: gölgeli yer) и.
14*
403