Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 404 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САҢЛАУ
Көн эҫеһендә мал тупланып ята торған күләгә йәки еләҫ урын; туплау □ Летнее стойбище для скота. ■ Көндөҙ кугәуендән ҡасып ҡайтҡан йылҡы өйөрҙәре ағас араһында саңлау яһап, баштарын береһенең өҫтөнә береһе һалып торалар. М. Ғафури. [Куй көтөусеһе — Ҡуҙыйкурпәскә:]Инде оҙаҡ бармаҫһың, беҙҙең Кусәр хандың саңлауы булыр. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
САҢЛАУ IV (саңла-) (Р.: собираться в тени (о мелкой скотине); И.: herd in a shadow; T: gölgeli yere toplanmak) ҡ.
Көн эҫеһендә күләгә йәки еләҫ ергә тупланыу (малға ҡарата). □ Собираться в тени (о мелкой скотине). ■ Зөлхизә .. Ирәндек итәгендә саңлап ятҡан һарыҡ көтөуе янына килгән. Н. Иҙелбай.
САҢЛЫ (Р: пыльный; И.: dusty; T.: tozlu) с.
Саң баҫҡан, саң ҡаплаған. □ Пыльный. Саңлы юл. Саңлы бит. Саңлы иҙән. Саңлы кейем. ■ Мәҙинәнең мөлдөрәмә тулы биҙрәләре саңлы юлға дыңғылдап төштө, әммә тугелмәне. Т. Ғарипова. [Атлылар] ауылдың көрпөлдәп ятҡан саңлы тәрән юлын бор-холдата-борхолдата урамға тулып киттеләр. Һ. Дәүләтшина. Саңлы дегәнәк япраҡтары, кеше баҡсалары янындағы кесерткән, ҡаҡ һике һәм тәмәке, тир, ҡайыш еҫе һеңгән ат һарайы йортонан һуң — ҡабарып торған яҫтыҡ, таҙа тушәк, йылы юрған! Н. Мусин.
САҢЛЫҠ (саңлығы) (Р: пыльное место; И.: dusty place; T.: tozlu yer) и.
Саңлы урын. □ Пыльное место. Тауыҡтар саңлыҡҡа йыйылған. ■ Кул ҡабағындағы саңлыҡта аунап, .. төнө буйы көйөштәрен көйшәп сыҡҡан дөйәләр ялҡау ғына урындарынан ҡуҙғалды. И. Көҫәпҡол.
САҢРАТЫУ (саңрат-) (Р: устанавливаться (о знойных днях); И.: set fair; T: sıcak günler gelmesi) ҡ.
Эҫелектән көндәрҙең томраланып тороуы. □ Устанавливаться (о знойных днях). Көндәрҙе санратып ебәрҙе.
САҢ-САҢ (Р: динь-динь; И.: ding-dong; T.: çın çın) оҡш.
Ҡабат-ҡабат саң (III) иткән яңғырауыҡлы тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку многократного удара о железо: динь-динь. Саң-саң итеу. Саң-саңкилеу. Саңда саң тимер ҡағыу. ■ Саң-саңитеп әллә салғы яный сағылдарҙа минең һылыуым? Т. Йосопов. Бәлки, һиндә, Өрьяҙы, Фәтиховтың ергә ятып эскән тоноҡ шишмәһе, гармун моңо, салғыларҙың саң-саң итеуе һәм .. тәуге мөхәббәте тороп ҡалғандыр. И. Абдуллин.
САҢ-СОҢ (Р: динь-динь; И.: опо-matopoeiauord; T.: çın çın) оҡш.
Тимергә өҙлөкһөҙ һуҡҡанда сыҡҡан яңғырауыҡлы тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку многократного удара о железо: динь-динь. ■ Саң-соң .. тимер сыңғырауына, ат дағалаусыларҙан арыраҡ, ҡыуаҡлыҡ төбөнән урғылып килгән ҡорос зыңлауы ҡушыла. Ә. Ихсан. Корос һандал саң-соң итә, ә сукешем туҡ-туҡ, ти. С. Муллабаев.
САҢ-ТОМАН I (Р: густая пыль; И.: dense dust; T: toz duman) и. йыйн.
Томан кеүек ҡуйы саң. □ Густая пыль. Саң-томан кутәрелде. Саң-томан туҙҙырып килеп туҡтаны. ■ Юҡҡа ғынамы ни, старт бирелеу менән, ярышта ҡатнашыусылар уҡтай алға атылды, арттарынан саң-томан ғына өйрөлөп, бөркөлөп ҡалды. «Йәшлек», 12 май 2010. [һыуһылыу:] һинең ырыуҙаштарың саң-томан туҙҙырып бында сабып килә. «Заятүләк менән һыуһылыу».
САҢ-ТОМАН II (Р: горячий, шумный; И.: heated; T: gürültülü) с.
Пыр туҙышҡан; шау-шыулы. □ Горячий, шумный. Саң-томан ыҙғыш. ■ Ике көндәш араһында саң-томан талаш сығып барғанда, Этҡол бай килеп инде. Т. Хәйбуллин.
САҢ-ТУҘАН (Р: пылища; И.: dust suspended in the air; T: toz) и. йыйн.
Ҡаты еҫемдәрҙең онтаҡ рәүешендәге бик ваҡ өлөшсәләре; туҙан. □ Пылища. Саң-туҙан ҡалҡты. Саң-туҙан баҫылыу. Саң-туҙан туҙҙырыу. ■ Саң-туҙан туҙҙырып, укереп-мөңрәп, урге остан көтөу ҡайта ине. 3. Биишева. Самауыр ҡуйырға тотондо Зөһрә, һыу ҡойғанда тамсы ла сәсрәтмәне, кумер һалғанда ла саң-туҙан
404