Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 405 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САҢЫРТЫУ
сығарманы. И. Ғиззәтуллин. Ҡасан ғына оҙон сыбыртҡыһын һәлберәтеп, көн эҫеһендә байҙың һарыҡтары күтәргән саң-туҙанды эсеп әлһерәп йөрөгән сабаталы көтөүсе малайҙың [Усмандың] бөгөн шундай ҡөҙрәткә эйә булыуы көнләштереп кенә ҡалманы, рухландырҙы ла. Г. Ғиззәтуллина. Саң-туҙан күтәреп, машина һаман алға тәгәрәй. К. Мәргән.
♦ Саң-туҙан уйнатыу (йәки күтәреү, туҙҙырыу) ғауға ҡуптарыу. □ Устраивать скандал. Ғаиләһендә саң-туҙан уйната.
САҢТЫЙҒЫС (Р.: внутренний закром подпола; И.: cellar groundwork; T.: temel) и. диал.
Иҙән аҫтындағы нигеҙ бураһы. □ Внутренний закром подпола; фундамент. Саң-тыйғысҡа тупраҡ һалыу. Саңтыйғысты элек имәндән һалһалар, хәҙер блоктарҙан эшләйҙәр.
САҢ-ҺЕРКӘ (Р.: пыльца; И.: pollen; Т.: çiçek tozu) и. бот. йыйн.
Иң түбән бәшмәк, ылымыҡ, лишайник һәм юғары мүк һымаҡтар, абағалар һ. б. төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең үрсеүе һәм уңайһыҙ шарттарҙа һаҡланып ҡалыуы өсөн хеҙмәт иткән микроскопик бәбәк; һеркәсек. □ Пыльца (лат. Pollen). Бәшмәк саң-һеркәһе. Үҫемлектәрҙең саң-һеркә ярҙамында үрсеүе.
САҢ-ҺЕРКӘЛЕ (Р: размножающиеся опылением (при помощи пыльцы); И.: proliferating by pollinating; T.: tozlaşan) c.
Саң-Һеркә ярҙамында үрсегән. □ Размножающиеся опылением (при помощи пыльцы). Саң-Һеркәле үҫемлектәр.
САҢ ҺУРҒЫС (Р: пылесос; И.: vacuum cleaner; T: elektrikli süpürge) и.
Саңды һурҙырып таҙарта торған өй ҡорамалы. □ Пылесос. Саң һурғыс һатып алыу. Саң һурғыс менән балаҫ таҙартыу. Саң һурғысты оҙаҡ тотоноу. Лотореяға саң һурғыс отоу.
САҢҺЫУ (Р: изморось; И.: drizzle; Т.: çişe) и. диал.
1. һибәләп, томан лап яуған ваҡ ҡына күҙле көҙгө ямғыр. П Изморось (мелкий дождь). Көҙөн саңһыу яуғанда. Саңһыу яйлап ҡына яуҙы ла яуҙы.
2. Томанлап торған ҡаты һыуыҡ; сасҡау.
□ Изморозь (сильный мороз с инеем). Көҙгө саңһыу. Саңһыуҙа ағастарҙы бәҫ һырый, шуға улар эйелеп төшә.
3. Ер өҫтөнән земберләп күтәрелгән эҫе һауа; һағым. □ Марево, мгла. Ер өҫтөнән земберләп саңһыу күтәрелә. Йыраҡтан ҡарағанда, саңһыу дерелдәгән кеүек күренә.
САҢЫРАҠ (саңы р ағы) (Р: верхняя кошма, прикрывающая отверстие наверху юрты; И.: plug in a yourt; T.: çadırların tepesindeki deliği kapatan bir deri kapak) и. этн. диал.
1. Тирмә көмбәҙе ябыуы; төнлөк.
□ Верхняя кошма (кусок войлока четырёхугольной формы), прикрывающая отверстие наверху юрты. Саңыраҡ кейеҙе. Тирмә саңырағын яба торған оҙон ағас ҡорамал һарғауыл тип атала. ■ Һабрау тышҡа сыҡты, тирмә саңырағын асып ебәрҙе. Ә. Хәкимов.
2. миф. Мифлаштырылған әйбер, өҫкө һәм урта донъяны бәйләй. □ Верхняя кошма (мифологизированный предмет, соединяющий верхний и средний миры).
САҢЫРТ I (Р: состоящий из мелких частей; И.: consisting of fine particles; T: küçücük parçalardan oluşan) с.
Саң (I) кеүек ваҡ өлөштәрҙән торған.
□ Состоящий из мелких частей. Саңырт буран. ■ Төн елдәре иҫә әкрен генә, саңырт ҡарҙар күсә юл аша. Д. Юлтый.
САҢЫРТ II и. диал.
1. ҡар. саңғырт II, 1. Көҙгө саңырт. Ҡышҡы саңырт.
2. ҡар. сасҡау 1. Саңырт көн. Саңырт һыуыҡ.
3. ҡар. монар 2. Саңырт күтәрелә. Бөләңгерт саңырт. ■ Алыҫта-алыҫта зәңгәр саңыртҡа уранған .. Торатау күренә. Ж. Кейекбаев.
САҢЫРТЫУ (саңырт-) (Р: моросить; И.: drizzle; T: çiselemek) ҡ.
1. Томан һымаҡ ваҡ ҡына күҙле булып һибәләү (ямғырға ҡарата). □ Моросить (об очень мелком дожде). Саңыртып ямғыр яуа.
2. диал. Томанлап, ныҡ һыуытыу; сасҡаулау. □ Мглиться, появляться (об измо
405