Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 406 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САП
рози) в морозный, туманный день. Көн бик һыуыҡ, саңыртып тора.
3. диал. Күтәрелгән эҫе һауа тулҡын-тулҡын булып томан, болот һымаҡ күренеп тороу; монарланыу. □ Становиться мглистым; покрываться мглой. Һауа саңыртып тора. Тау баштары саңыртып тора.
САП I (Р.: слава, известность; И.: fame; T.: şan) и. иҫк.
Дан, таныҡлыҡ. □ Слава, известность. Сап ҡаҙаныу.
САП II (Р.: шлёп; И.: slap!; T.: şak!) оҡш.
1. Яҫы нәмә менән йомшағыраҡ икенсе бер нәмәгә һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку удара по воде или об что-л. мягкое: шлёп. Сап иттереп һуғыу.
2. Ауыҙ-иренде йомоп асҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку чавканья, чмоканья. Сап итеу. Сап иттереп ауыҙҙы асыу.
САПА [фр. sape] (Р: сапа; И.: sap; T.: yıkma hendeği) и. хәрби. иҫк.
Ер өҫтөнән һөжүм иткәндә дошманға яҡыныраҡ килеү маҡсатында ҡаҙылған соҡор; траншеяның бер төрө. □ Сапа (окоп; один из видов траншеи). Сапа ҡаҙыу. Сапа буйлап барыу.
САПАҠ (Р: приветливый, любезный, радушный; И.: amiable; T.: güleryüzlü) с. диал.
1. Асыҡ күңелле; алсаҡ, илгәҙәк. □ Приветливый, любезный, радушный. Сапаҡ кеше.
2. Һүҙгә оҫта; сәсән. □ Находчивый, остроумный. М Сапаҡ телле Иҙеукәй, сәсән һуҙле Иҙеукәй. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
3. Телсәр, туҡтауһыҙ һөйләй торған; лапы л д аҡ. □ Говорун. Сапаҡ Хәмит менән барҙыҡ.
САПАН (Р: чапан; И.: сһарап; T.: kaftan) и.
1. Йоҡа тауарҙан эсләп тегелгән оҙон еңле киң өҫкө кейем. □ Чапан (мужская верхняя одежда). Ебәк сапан. Бохар сапаны. Батшай сапан. ■ Иҫәкәй, атынан төшөп, салғый ситтәренә, иҙеуенә уҡалы таҫма йугертелгән сапанын сисеп, ҡырма буркен эйәр ҡашына элде лә йылға буйына
барҙы. Н. Мусин. [Илмырҙа] һуғыштарҙа ҡатнашҡан сағында кейеп йөрөгән ваҡыттан бирле һаҡланған тимер кулдәген, һарайтаһын һәм турҡаһын таҙартты, тимер кулдәк менән кейеләсәк иҫке сапанын рәтләне, уҡ-һаҙаҡ тағып йөрөтөу өсөн билгә быуыласаҡ яҫы ҡайыштың биҙәктәрен ышҡып ялтыратты. Я. Хамматов. [Зәки:] Беҙҙең халыҡ зыялыларға ярлы, тиҙәр, ярлы тугел ул. Уның кубеһе сәллә, сапан аҫтында әлегә бикләнеп ята. И. Насыри.
2. диал. Итәгенең арт яғында йырыҡ ҡалдырып тегелгән ғибәҙәт еләне. □ Молитвенный халат с прорезью на задней части подола. Ғибәҙәт сапаны. ■ Атын эҙләп йөрөгәндә, Апуш бик ҡырҙан ғына бер ҡарасҡыны куреп ҡала, аҙаҡ: «Мулла сапаны һымаҡ оҙон нәмә кейгән. .. Һыҙғырам — әйләнеп тә ҡарамайынса һыпырта теге уҙәкте ярлап», — тип һөйләгән. С. Шәрипов.
3. диал. Башҡа бөркәнеп кейелә торған еңһеҙ елән. □ Зилян без рукавов (с покрытием головы); чапан. Н [Кәмәр әбей:] Кунаҡҡа барғанда .. бөркәнергә матур бер сапан йәки елән булһа, бигерәк тә яҡшы булыр ине лә. Ғ. Дәүләтшин.
4. диал. Бишмәт; һырып тегелгән оҙон итәкле, оҙон еңле йылы өҫ кейеме. □ Биш-мет. Сапан тектереу. ■ [Ғәли:] Ҡайҙа барһа ла, сапанын ҡалдырмаған атайым, ул уға өҫ кейеме лә, тушәк тә, юрған да булған.
3. Ғәлимов. Сапан да ғына сапан туҙмай, тиҙәр, әкрен-әкрен генә туҙа икән. Халыҡ йырынан.
САПАТАЙ (Р: невоспитанный человек; И.: uncouth person; T.: terbiyesiz kimse) и. диал.
Әҙәпһеҙ, үҙен тота белмәгән, тыйнаҡһыҙ кеше. □ Невоспитанный человек. Сапатай дыуамал була. Сапатайҙың ҡыланышы йәмһеҙ.
♦ Самаһыҙ сапатай артығын ҡыланған, дыуамал кешегә ҡарата әйтелә. □ Безрассудный, взбалмошный, невоспитанный (о человеке). ■ [Гөлйөҙөм — Шәрғиәгә:]Әҙәплерәк булһаңсы, Шәрғиә. Шул хәтле ирһәк булырһың икән, самаһыҙ сапатай. Яр. Вәлиев.
406