Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 407 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САПҠЫН
САПЁР [фр. sapeur ‘ҡаҙыу, соҡоу’] (Р.: сапер; И.: mine picker; T.: istihkamcı) и.
1. Хәрби инженерлыҡ частарындағы хеҙмәткәр. □ Сапёр (военнослужащий инженерных частей). / Сапёрный. Сапёрҙар ротаһы. Сапёр булып хеҙмәт итеу. Сапёрҙар дошман позицияларына йәшерен рәуештә яҡынлашыу өсөн траншея ҡаҙа башланы. ■ Иң алдан сапёрҙар бара. Улар юлдарҙы тикшерә. Ә. Ихсан. «Иҫке Ташҡаҙандан тубәнерәк боҙ тығылған, сапёрҙар ебәрергә вәғәҙә иттеләр», — тине Рәшит ҡабаланып. Б. Рафиҡов. Илфаҡ билендәге сапёр көрәген алды ла ҡомдо аҡтара башланы. М. Ғәли.
2. Ярылмаған снарядтар, миналарҙы хәүефһеҙләндереүсе кеше. □ Сапёр (человек, не обязательно военнослужащий, занимающийся обезвреживанием мин и нера-зорвавшихся снарядов). Паркта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы мина табылған, сапёрҙар саҡырып, минаны хәуеф-һеҙләндергәндәр.
САПҠЫ I (Р: тяпка, сечка; И.: chopper; T.: çapa) и.
1. Итте, йәшелсәне тапап турай торған ҡорал. □ Тяпка, сечка. Сапҡы менән ит турау. Кәбеҫтә турарға сапҡы уңайлы.
2. диал. Арҡыры башлы кәрәк рәүешендәге ҡорал; тәпке; кәтмән. □ Мотыга. Сөгөлдөрҙө сапҡы менән утайҙар. Картуфты сапҡы менән тиҙ генә кумеп сыҡтыҡ.
3. диал. Металл, таш киҫкәндә өҫтөнә һуғып ҡырҡа торған шына кеүек осло ҡорал; ҡырҡҡы. □ Зубило. Сапҡы менән металл ҡырҡыу.
САПҠЫ II (Р: пощёчина; И.: box on the ear; T: tokat) и. диал.
Яңаҡлау, сикәгә сабыу. □ Пощёчина. Яңағына сапҡы биреу. Сикәһенә сапҡы сәпәу.
САПҠЫЛАУ (сапҡыла-) (Р.: рубить; И.: cut; chop wood into chips; T: doğramak) ҡ.
Үткер ҡорал менән ҡабат-ҡабат һелтәп ҡырҡыу, сабыу, сапҡыслау. □ Рубить (многократно). ■ Тимербулат йыландарҙы .. сапҡылап, тураҡлай башлаған. Әкиәттән.
САПҠЫН I (Р: скаковой; И.: fast horse; T: koşu (atı) c.
Бик шәп сабыусан, етеҙ (атҡа ҡарата); сапҡыр. □ Скаковой, беговой (о лошади). Сапҡын am. ■ Атланырбыҙ ҙа китербеҙ сапҡын туры аттарға. Халыҡ йырынан.
САПҠЫН II (Р: гонец; И.: staffette; Т: çapan) и.
1. Ашығыс хәбәр килтергән кеше; сапҡынсы. □ Гонец, конный посыльный, конный связной. Сапҡын ебәреу. ■ Сапҡын вазифаһын башҡарыусы офицер, һикереп тороп кәуҙәһен турайтҡан көйө, кенәз ҡаршыһында шаҡ ҡатты. Я. Хамматов. Ат аяғы тауҙа саң борҡотто, сапҡын килде бер көн таң менән. Р. Ниғмәти. Бик ҡапыл булмаһын өсөн, ҡайҙа сапҡындар ебәреп, ҡайһы бер ауылдарға уҙе барып, алдан уҡ әйтеп ҡуйҙы Кинйә. Ғ. Ибраһимов. Бик тарҡау йәшәйбеҙ шул, халыҡты йыям тиһәң, әллә купме сапҡын ебәрергә кәрәк. Н. Мусин. [Өләсәһе — Илһамға:] Сапҡын килеп, ҡарт олатайыңа иртук военкоматҡа барырға ҡушып киткән. С. Бикмөхәмәтова.
2. миф. Мифлаштырылған, изгеләште-релгән кеше. □ Гонец (мифологизированное лицо).
САПҠЫН III (Р.: неожиданный набег, нападение; И.: hit-and-run raid; T: akın) и.
Көтмәгәндә яһалған киҫкен һөжүм.
□ Неожиданный набег, нападение. Сапҡын һалыу. Сапҡын яһау. ■ 1596 йыл Төмән ҡалаһының баяр улы етәкселегендәге бер ғәскәри төркөмө һис бер сәбәпһеҙ ҡара табын башҡорттарының ауылдарына сапҡын яһап, куп кешене ултергән, ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаны әсир иткән. Ә. Бейеш. [Каҙаҡ ҡарты:] Бутәнсә сапҡын һалмаҫҡа ант бирҙем. Береһендә бөрйәндәр тотоп кәрәкте бирҙе. М. Ғиләжев. [Сурағол:] Туш киреп, беләк һыҙғанып, бер табандан сапҡын яһап та ҡараныҡ, турәләрҙе еңә алманыҡ. Т. Хәйбуллин.
САПҠЫН IV (Р.: болезнь глаз, посланная духом-хозяином болезни; И.: eye disease due to hexe; T: göz hastalığı) и. диал. ҡар. күҙ сарпыуы 2.
Ауырыу эйәһе ебәргән күҙ ауырыуы.
□ Болезнь глаз, посланная духом-хозяином болезни. Сапҡын тейгән. Сапҡын
407