Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 408 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САПҠЫНСЫ
имләү. Сапҡынды өшкөрөп дауалау. ■ Сапҡын булһа, ат күбеген һөртөп имләйҙәр. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
САПҠЫНСЫ I и. ҡар. сапҡын II. ■ Сапҡынсы килеп, ҡарт олатайҙың һуғышҡа алынғанын, иртәгә таң менән военкомат алдында булырға тейешлеген әйткәс, ул, атын егеп тормайынса, ауылға һыбай сапҡан. С. Бикмөхәмәтова. [Ҡаҙаҡ ҡарты:] Йәш саҡта сая булаһың бит, һеҙҙең төбәккә сапҡынсы булып барҙым. М. Ғиләжев. [Тоҡан:] Ярай, әҙерләйем бер һыбай ат, хәҙер барып ҡайтһын сапҡынсы. X. Ғәбитов.
САПҠЫНСЫ II (Р.: участник набега, нападения; И.: raider; T.: akıncı) и.
Сапҡында (III) ҡатнашҡан һуғышсы. □ Участник набега, нападения. ■ Башҡорт иленең .. сапҡынсылары, уҡсылары көс йыя, намыҫ туплана. Ш. Шәһәр.
САПҠЫР I с. ҡар. сапҡын I. Сапҡыр ат.
САПҠЫР II (Р.: скаковая лошадь; И.: racehorse; T.: koşu atı) и.
Сапҡын (I), йүгерек ат. □ Скаковая лошадь, скакун; беговая лошадь. Алда сапҡырҙар килә. ■ Эй, .. көслө, ҡыйыу батырҙар, атта оҫта сапҡырҙар, тыңлағыҙ минең һүҙемде. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
САПҠЫС (Р: коса; И.: scythe; T.: tırpan) и.
1. Машиналағы иген, бесән саба торған ҡорал; салғы. □ Коса. Биш сапҡыс таҡҡан трактор. ■ Трактор ике сапҡысты бер юлы тағып алған да бесән сабып йөрөй. И. Ниғмәтуллин.
2. Бесән саба торған машина. □ Косилка. Сапҡыс салғыһы. Бесән сапҡыс. Газон сапҡыс. Ат сапҡысы. Трактор сапҡысы. ■ Төрлөсә фотоға төшөрҙө хәбәрсе ҡыҙ Сафыйҙы: ат башын һыйпаҡлатып та, сапҡыс ултырғысында дилбегә тоттороп та. С. Шәрипов. Бына-бына бесән башланырға тора. Колхоз үҙенең машина-трактор, сапҡыстарын барлай. X. Мөҙәрисова. Йомағол хәҙер ат сапҡысы менән бесән сабырға сыға. М. Тажи. Сапҡыс машинаның тигеҙ ритм менән тырылдауы, салғы сыж-лауҙарын күмеп, алыҫҡа таралды. Ф. Лоҡманов.
3. диал. Арҡыры башлы кәрәк рәүешендәге ҡорал; тәпке; кәтмән. □ Мотыга. Сапҡыс менән картуф күмеү. Сапҡыс менән сөгөлдөр утау.
САПҠЫСЛАУ (сапҡысла-) ҡ. ҡар. сапҡылау. Сапҡыслап сығыу. Сапҡыслап йөрөй. М Бабай кәмәнең ситен сапҡыслай башлай. Әкиәттән.
САПҠЫ ТУП (Р: детская, молодёжная игра с мячом; И.: children’s ball game; T.: top oyunu) и.
Балалар, йәштәр уйыны (туп менән).
□ Детская, молодёжная игра с мячом. Сапҡы туп уйнау. Сапҡы туп уйнауы ҡыҙыҡлы.
САПҠЫШ и. диал. ҡар. сапҡыс 3. Сапҡыш яһау. Сапҡышы үткер икән. Сапҡыш менән сабып сығыу.
САПЛЫ (Р: славный, доблестный; И.: valorous; T.: şanlı) с. иҫк.
Данлы, таныҡлы. □ Славный, доблестный. ■ Ул түбәлә уғын яҙа атмаған, аты ергә ятмаған данлы, саплы Алдар ине. «Батыршаның хаты».
САПМА (Р: скачки, бега; И.: horse racing; T: at yarışı) и. диал.
Бәйге; ат сабышы. □ Скачки, бега. Сапма ҡарарға барҙыҡ. Сапма аттары.
САПМАЛАУ (сапмала-) (Р: бежать крупными шагами; И.: skelp it; stride; T: koşuşturmak) ҡ.
1. Аша-аша баҫып, эре-эре һикереп йүгереү (ҡоштарға ҡарата). □ Бежать крупными шагами (о птицах). Сапмалап барып осоу. Сапмалап йөрөп ятыу.
2. Шәп йүгереү. □ Быстро бежать. Сапмалап барып осоп китә таҙғара.
САПМА ЮРҒА (Р: иноходец; И.: ambler; T.: rahvan at) и.
Сабып барғанда юрғалап китә торған ат.
□ Иноходец. Сапма юрғаларҙы ҡарап тороуы ҡыҙыҡ. Сапма юрға юрый ғына сапҡан кеүек.
САПРОПЕЛЬ [гр. sapros ‘серек’ + pelos ‘ләм’] (Р: сапропель; И.: organic slime; T.: sulu çamur) и.
Дауалауҙа, ерҙе ашлауҙа ҡулланылған, күлдән башҡа һыуҙан алынған органик матдә. □ Сапропель (органическое вещее-
408