Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 409 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САПСАН
тво, добываемое из воды (кроме озера), которое применяется при лечении, удобрении земли). Сапропель ҡулланыу. Сапропель сығарыу.
САПРОФАГ [гр. sapros ‘серек’ + phagos ‘ашаусы’] (Р.: сапрофаги; И.: saprobe; T.: saprotrof) и.
Хайуандар, йәнлектәр тиҙәге йәки серегән үҫемлек ҡалдыҡтары менән туҡланыусы хайуандар. □ Сапрофаги (животные, питающиеся разлагающимися остатками преимущественно растительных организмов или выделениями животных). Сап-рофагтарға ҡоштарҙан грифтар, ҡоҙғондар ҡарай. Сапрофагтар матдәләр әйләнешендә, һыуҙарҙы биологик таҙартыуҙа, тупраҡ яһалыу процесында ҡатнашалар.
САПРОФИТ БАКТЕРИЯЛАР (Р.: сапрофитные бактерии; И.: saprophitic bacteria; T.: saprotrof bakteri) и.
Тәбиғәттә үҫемлектәр әйләнешендә бик мөһим булған бер күҙәнәкле микроскопик организмдар; серетеүсе бактериялар. □ Сапрофитные бактерии. Сапрофит бактериялар үҫемлектәрҙе, хайуандарҙың үләкһәләрен серетергә, яңынан тупраҡҡа ҡатмарлы органик матдә рәүешендә ҡайтарырға булышлыҡ итәләр.
САПРЫШ (Р: наискось; И.: on the skew; T.: verev)/?, диал.
Ҡыялаш, ҡыя. □ Наискось, наискосок. Сапрыш торған йорт. Улар беҙгә сапрыш тора.
САПСАҠ (сапсағы) (Р: кадка; И.: keg; tub; T: fıçı) и.
Бейек булмаған киң ағас һауыт (хужалыҡта төрлө кәрәк-яраҡ һалыу өсөн ҡулланыла). □ Кадка (из цельного куска дерева); короб. Сапсаҡ ҡапҡасы. Сапсаҡҡа һыу ташыу. Сапсаҡты иген менән тултырып ҡуйыу. ■ Зөһрә ҡыҙ төнө буйы һыу ташыған, сапсаҡта һыу бер ҙә артмаған. Легенданан. Арбаға йәшелсә баҡсаһынан алынған ҙур мискәләр һәм шундай уҡ ҙур сапсаҡтар ултыртылғайны. Ә. Вәли. [Ҡарабай хан I туйға ете сапсаҡ бал ҡойҙо, ете тыу бейә һуйҙы, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
САПСАН I (Р.: проворный; И.: alert; Т.: kıvrak) с.
1. Йылдам, етеҙ, тиҙ хәрәкәтле; йылғыр. □ Проворный; прыткий, резвый. Сапсан ҡош. ■ Алпар албырғанып төшмәне, сапсан хәрәкәт менән бөтә көскә кирелеп, стражниктарҙың икәүһен ике яҡҡа елтерәтеп осорҙо. Ғ. Ибраһимов. Уңышһыҙлыҡтан миңрәүләнгән, һоллоғон юғалтҡан нуғайҙы сапсан ат тибеп осорҙо. С. Бәҙретдинов. Петя һүҙҙәрҙе береһе өҫтөнө икенсеһен «өйөп», янып һөйләй, йыш ҡына ҡайһы бер һүҙҙәрҙе үҙе лә һиҙмәҫтән ҡабатлай; ут ҡанлы, сапсан кеше ул. И. Абдуллин.
2. Эштә, тормошта өлгөр, осҡор, сос.
□ Проворный; прыткий, расторопный. ■ [Туйға йыйылған халыҡ:] Сапсан егет икән Аллағол! Н. Мусин. Ғәҙәтенсә, үҙен [Һабрау] тилбер холоҡло, сапсан кеше итеп күрһәтергә тырышыуҙан шулай ҡырҡараҡ тауыш менән өндәшә. Ә. Хәкимов. [Яҡуп:] Сапсан, эштә тынғы белмәҫ, йәш, матур тол ҡатын ул [Фатима]. Б. Бикбай. Илсебикә йомош-юлға сапсан ҡыҙыҡай — йоданы тиҙ килтереп тотторҙо. К. Кинйәбулатова. Әбей бик уҫал, бик сапсан булған. Әкиәттән.
САПСАН II (Р: сапсан; И.: peregrine; Т.: gökdoğan) и. зоол.
Ыласындар ғаиләһенә ҡараған оҙон осло ҡанатлы, тар ҡыҫҡа ҡойроҡло, ҡыҙғылт һары йәки аҡ ҡорһаҡлы, көрәнһыу һыртлы йыртҡыс ҡош. □ Сапсан (вид сокола) (лат. Falco peregrinus Tunst). ■ Сапсан ҡорбанын һауала осоп барған ерҙән һөжүм итеп эләктерергә ярата. Башҡортостан календарынан. Сәмәр хандың алты улы сапсан ҡоштарын ҡаҙ тубына сөйөп ебәрә. «Заятүләк менән һыуһылыу».
САПСАН III (Р.: проворно; И.: quick; speedy; T.: çabuk) р.
Йылдам, етеҙ, тиҙ хәрәкәтле; йылғыр.
□ Проворно; прытко. Сапсан булыу. Сапсан йүгереү. ■ [Һабрау] сапсан баҫып үҙ ауылын эҙләп китте. Ә. Хәкимов. Хәким ағай, күрәһең, энеһенең яуабынан кәйефләнеп, былай ҙа сапсан ғына юртып килгән атын, һөҙәк кенә үрләс башланһа ла, ҡыҙыулата
409