Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 411 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САПТАР
ғас, тубығына тиклем ҡаҙып төшкән, ти. «Алпамыша».
3. кусм. Туҙыу; риза булмай ярһыу, ҡаршылашыу □ Выходить из себя. Сапсынып китеу. ■ Анау һөйләшеуҙән һуң сапсыныуын ташланы бит Тәйнис. Б. Ноғоманов. [Карамырҙа:] Илбикә, һин юҡҡа сапсынаһың ихлас менән биргән кәңәшкә. X. Ғәбитов. [Юлъяҡшин:] Туҡта, ниңә алаша һымаҡ сапсынаһың? Тәуҙә дежур редакторҙы тыңлайыҡ. Д. Бүләков.
САПСЫУ I (сапсы-) (Р.: царапать, драть что; И.: crab; T.: tırmalamak) ҡ.
1. Тырнаҡтарҙы батырып тырнау; тырнап соҡоу; ҡаҙыу. □ Царапать, драть что. Н Тәҙрәнән урам эсенә куҙ һалды Фәу-зиә — бер ни курерлек тугел, һуңынан ишекте сапсығанмы, бәрелгәнме тауыш ишетелде. Т. Ғарипова. Көрт кубәйгәс инде йылҡылар уләнде тибеп, сапсып ашай алмай. А. Игебаев. Сөнәғәт менән бергә саҡтар, хәҙер ергә ятып, ер сапсып илаһаң да, әйләнеп килмәйәсәк ҡабат. Ж. Кейекбаев. Айыу.. ҡырмыҫҡа иләуен сапсып туҙҙырырға керешкән, ти. Әкиәттән.
2. Тырнаҡ (1) менән эләктереп йыртыу, тырнаҡты батырып һыҙырыу; яра тырнау.
□ Царапать, драть что. Сапсып ҡанатыу. Бесәй сапсыған ер. ■ [Ярһыған бисәләр] Төльямалға барып йәбештеләр. Битен сапсып, сәсен өҙгәләргә тотонорға әҙерләнәләр ине улар. Я. Хамматов.
3. Түҙемһеҙләнеп, алғы тояҡ менән ерҙе тибеү (атҡа ҡарата). □ Нетерпеливо бить копытами о землю (о лошади). ■ Буранбай башлаған һуҙен әйтеп бөтөрмәйенсә, туң ерҙе сапсып бышҡырған атына ҡарап, һағайҙы. Я. Хамматов. Ул [ат], киреһенсә, тағы ла артҡа ҡайырылып, алғы аяҡтары менән һыуҙы сәсрәтә, сапсый башлай. Ә. Әһлиуллин. Кук айғыр, китергә ашыҡҡандай, муйынын дуғаландырып, .. туҡтауһыҙ ерҙе сапсып тора. Р. Низамов.
4. кусм. Тынғыһыҙланып ярһыу; туҙыу.
□ Выходить из себя. Сапсып китеу. Н [Кәзә тәкәһе] ғәйрәтен ҡайҙа ҡуйырға бел-мәуҙән, тояҡтары менән сәсрәтеп, һыуҙы сапсый башланы. Р. Мөхәмәҙиев. Сапсый
йөрәк. Уттай дөрләп, туҙа сәсем. Р. Назаров. Гуйә, аттар көрт сапсымай, сапсый минең йөрәкте. Т. Йосопов.
САПСЫУ II (сапсы ) (Р: быть недовольным; И.: be displeased; T: hoşnutsuz olmak) ҡ. диал.
Нимә менәндер ҡәнәғәтләнмәү, ризаһыҙлыҡ белдереү. □ Быть недовольным. Башта төшөнмәйенсә сапсый ҙа китә. Сапсып бер булды. Сапсымай ғына аңлатҡанды тыңшһа, уҙенә һәйбәтерәк булыр ине.
САПСЫУ III (сапсы-) (Р: окучивать; И.: hill; T: toprakla örtmek) ҡ. диал.
1. Ерҙе тырмап, нимәнеңдер төбөн күмеү (картуфтың, помидорҙың һ. б.). □ Окучивать. // Окучивание (картофеля, помидора и т. д.). Картуфты сапсыу. Картуфты сапсып сығыу.
2. Тырматыу, тырмап алыу. □ Сгребать. // Сгребание. Бакуйҙы сапсыйбыҙ, сапсыған һайын бесән сыға. Кипкән уләндәрҙе сапсыу.
САПСЫШЫУ (сапсыш-) ҡ. урт. ҡар. сапсыу I, 2, 3. взаимн. от сапсыу I, 2, 3. ■ Атаһы [Фәғиләнең] бер-ике мәртәбә тауыш сығарып, йәш бисәһен урынына ултыртырға тырышып ҡараны ҡарауға. Ләкин тегеһе уҙенән дә нығыраҡ талашты, сапсышты, сыр-сыу килеп илашты. Р. Шаммас.
САПТАР I (Р: игреневый; И.: skewbald; T: koyu san (at) с.
Ялы һәм ҡойроғо сал булған ерән (ат төҫөнә ҡарата). □ Игреневый (о масти лошади ). ■ Нарбай ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына саптар атҡа яҡынлашты, тик уға ҡул тейҙерергә тартынды. Ғ. Ибраһимов. Ҙур ҡара айғырға менгән Белов Шайморат бабайҙың саптар бейәһенә ҡарап алды: айғыр янында ул тай кеуек куренә ине. Ә. Бикчәнтәев. Аҡ ял да ғына саптар, ай, атымды өпсөндәре юҡ тип һатмағыҙ. Халыҡ йырынан. Тәфтиләуҙең менгән, ай, аттары саптар ҙа ғына менән тимер кук. «Тәфтиләү» йырынан. Тыуған яҡҡа боролоуҙың нимә икәнен шунда уҡ һиҙеп алған саптар ат та, уҙенең дыуамал хужаһы шикелле, был урҙәрҙе нисек ҡара
411