САПТАР
тиргә төшөп, аҡ күбеккә мансылып, ҡаты ауырлыҡтар менән яу лау ын шунда уҡ онотоп, йән-фарман түбәнгә ҡарай сапты.
3. Биишева. Бесәнгә төшөрҙән алда Ғариф, Табын йәрминкәһенә барып, бер саптар юрға һатып алды. Ж. Кейекбаев.
САПТАР II (Р.: лошадь игреневой масти; И.: skewbald horse; T.: koyu sarı at) u.
Ялы һәм ҡойроғо сал булған ерән төҫтәге ат. □ Лошадь игреневой масти. ■ Комиссар Абдулов, Тимеркүккә Ниғмәтйән ҡарттың йүгерек саптарын мисәп, Зәки дуҫына алып бара торған бүләктәренә айырым пар ектереп, ҡунаҡҡа барырға сыҡты. И. Насыри. Саптар менән яуға сабыу ир-егеткә төҫ икән. Ә. Вахитов. Ҡара тиргә батҡан күк саптарҙың өҫтөнән күбектәр оса. Һ. Дәүләтшина.
САП ТА СОП оҡш. ҡар. сап-соп 2. Сап та соп итеү. ■ Ауыҙын сап та соп итеп һөйәк мөнйөгән Хажиәхмәт Ниғмәтуллаға ҡараны. Я. Хамматов.
САПТЫРТЫУ (саптырт-) ҡ. йөкм. ҡар. саптырыу I, 1. понуд. от саптырыу I, 1. Саптыртып барыу.
САПТЫРЫУ I (саптыр ) (Р.: пустить вскачь; И.: let gallop; T.: dörtnala koşturmak) ҡ.
1. Ҡуш аяҡлап һикертеп, бик шәп йүгертеү (йәнлекте, хайуанды). □ Пустить вскачь. Ҡуян саптырыу. ■ Политруктың аты, саптырып барған еренән кинәт кенә өркөп, хужаһын үләнгә атып бәрҙе. Ә. Ихсан. Мәҙинә, Бөйрәкәй эргәһенә инеп тә тормаҫтан, атын колхоз идараһына саптырҙы. Т. Ғарипова. Буран, атын саптырып, инженерҙарҙы ҡыуып етте. Ә. Бикчәнтәев.
2. Атҡа менеп бик шәп елдереү; уҙышыу; етеҙлеккә ярышыу. □ Скакать на лошади, мчаться; соревноваться на скорость; состязаться в скачках. // Скачка. Оҙамға саптырыу. Бәйге саптырыу. ■ Туй яһап, алыҫтан ат саптыралар. «Алпамыша». Саптырыуға, йүгерешеүгә ҡалһа, уларҙан уҙмаһам, һәр хәлдә, ҡалышмам. С. Агиш.
3. йөкм. ҡар. сабыу II, 4. понуд. от сабыу II, 4. ■ Эт саптырып барып күлгә сумды, ти. Әкиәттән.
4. йөкм. ҡар. сабыу II, 2. понуд. от сабыу II, 2. Саптырып барыу. ■ Ҡуҙыйкүрпәс күк толпарҙың ҡылдарын өтөп ебәргәйне, толпар килеп тә баҫты, ти, .. ҡыҙ менән егет уға менеп алды ла саптырып китеп тә барҙы, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Атына ултырып, саптырып Ғаяз бай килеп етте. Д. Юлтый. Әл еү кәй .. ерәнсәгә атланып, ен ҡыҙын алдына ултыртып алған да саптырып ҡайтып та киткән, ти. Әкиәттән.
САПТЫРЫУ II (саптыр ) ҡ. йөкм. ҡар. сабыу V. понуд. от сабыу V. Мунсала баланы саптырыу. Мунсала арҡаны саптырыу. Аяҡтарҙы саптырыу. Сикәгә саптырыу. Яңаҡҡа саптырыу.
САПТЫРЫУ III (саптыр-) ҡ. йөкм. ҡар. сабыу III. понуд. от сабыу III. Бесән саптырыу. ■ Үҫеп ултырған игенде, бесәнде йыйып алыр өсөн салғы йәки машина менән төптән ҡырҡыу ураҡҡа теш саптырыу була. Экспедиция материалдарынан.
САПТЫРЫУ IV (саптыр ) ҡ. йөкм. ҡар. сабыу IV. понуд. от сабыу IV. ■ Ҡоростан бысаҡ саптырҙым, ҡарағайҙан булды күмере. Халыҡ йырынан.
САПТЫРЫУ V (саптыр-) (Р: случать кобылу; И.: serve a mare; T: çiftleştirmek) ҡ. диал.
Айғырға ҡушыу, тороҡтороу; аталандырыу. □ Случать кобылу. Бейәне саптырыу. Яһалма рәүештә саптырыу.
САПТЫРЫУ VI (саптыр ) (Р: струить ся, бить струёй; И.: gush; T.: fışkırmak) ҡ.
Атылып сығып ағыу. □ Струиться, бить струёй. Венанан ҡан саптыра. Ҡрандан һыу саптыра. ■ Ана, иптәшем яраланды. Уның артынан үҙемә лә тейҙе. Аяҡтан ҡан саптыра. И. Ғиззәтуллин. Тир урынына егеттән ҡан саптырған. Ә. Вахитов.
САПТЫРЫШЫУ (саптырыш ) ҡ. урт. ҡар. саптырыу I. взаимн. от саптырыу I. Ат саптырышыу. ■ Малайҙар саптырышып арба янына һыпыртты. Р. Солтангәрәев.
412