CAP
САПФИР [гр. sappheiros ‘янып, ялтырап торған’] (Р.: сапфир; И.: saphere; T.: safir) и.
Зәңгәр йәки күк төҫтәге аҫыл таш; зәңгәр яҡут. □ Сапфир (драгоценный камень синего или голубого цвета, прозрачная разновидность корунда). / Сапфирный, сапфировый. Сапфирҙан эшләнгән алҡа алыу. Сапфир алҡа. Сапфир йөҙөк. Сапфир муйынсаҡ. ■ Сапфир кешегә борондан билдәле булған. Д. Бураҡаев.
САПЫҠ (Р: проворный; прыткий; И.: agile; T.: kıvrak) с.
Етеҙ, тиҙ хәрәкәтле; йылдам, йылғыр; сапсан. □ Проворный; прыткий. Сапыҡ ат. Сапыҡ толпарҙы ауыҙлыҡлау. Сапыҡ кеше. ■ Сапыҡ ҡош тубәнгә .. атылды. Ул Заятуләктец яурынына ҡуна. «Заятүләк менән һыуһылыу». Таштан ташҡа ырғып уйнап йөрөй сапыҡ кейек — һиҙгер ҡоралай. Ҡ. Даян.
САПЫЛДАТЫУ I (сапылдат-) (Р: плескаться; И.: splash; T.: şapırdatmak) ҡ.
Сап-соп иттереү, сап-соп иткән тауыш сығарыу. □ Плескаться, обдавать брызгами, водой, шлёпать по воде. ■ Сажидә ҡалын кофтаһын сисеп, ваннала фырыш-мырыш килеп, биттәренә сапылдатып һалҡын һыу бәрә-бәрә йыуынды. Н. Мусин.
САПЫЛДАТЫУ II (сапылдат) (Р: бить, ударяя чем-л:, И.: strike with; T.: şaplamak) ҡ.
Шапылдатыу, шап-шоп итеү. □ Бить, ударяя чем-л. ■ Недосека докладнойҙы ике тапҡыр уҡып сыҡты ла, өҫтәлгә һалып, уға сапылдатып һуғып ҡуйҙы. Н. Мусин. Заһит та, дәртләнеп, усын усҡа сапылдатты. Я. Хамматов.
САПЫЛДАТЫУ III (сапылдат-) (Р: чавкать; И.: smack; T.: şapırdatmak) ҡ.
1. Ауыҙҙы шапылдатыу (сап-соп итеу, сап-соп иткән тауыш сығарыу). □ Чавкать; чмокать. // Чавканье; чмоканье. Ауыҙҙы сапылдатыу. Сапылдатып ҡуйыу. Ауыҙы сапылдап тора.
2. Ирендәрҙе сапылдатыу (супылдатыу, сап-соп итеу, сап-соп иткән тауыш сығарыу). □ Чмокать, причмокивать. // Чмо
канье, причмокивание. Ҡымыҙ эсеп бөткәс, иренен сапылдатып ҡуйҙы.
САПЫЛДАУ I (сапылда-) (Р: чавкать; И.: munch; T.: şapırdamak) ҡ.
1. Сап-соп итеү, сап-соп иткән тауыш сығыу. □ Чавкать. // Чавканье. Ауыҙы сапылдап тора.
2. Ирендәрҙе сапылдатып алыу; супылдау. □ Чмокать, причмокивать.//Чмоканье, причмокивание. Ирене сапылданы.
САПЫЛДАУ II (сапылда-) (Р: плескать, бить, ударяя чем-л., по воде; И.: splash water; T.: şaplamak) ҡ.
һыуға сап-соп итеү, сап-соп иткән тауыш сығыу. □ Плескать, бить, ударяя чем-л., по воде. Ишкәк менән сапылдау. Ҡулдары менән һыуҙа сапылдау.
САПЫЛДАШЫУ (сапылдат ) ҡ. урт. ҡар. сапылдау I, II. взаимн. от сапылдау I, II. Сапылдашып ашау. Сапылдашып йөҙөу.
САПЫРЛАТЫУ (сапырлат ) (Р: шлёп-шлёп; И.: flip-flop; T.: şap şap) ҡ.
Сапыр-сопор иттереү, сапыр-сопор килтереү. □ Хлюпаться, падать во что-л. жидкое, вязкое; издавать звук, похожий на подражание звуку шлёпанья, плесканья в воде: шлёп-шлёп. Һыуҙы сапырлатыу. Сапырлатып һыу кисеу. Батҡаҡ сапырлатыу.
САПЫРЛАУ (сапырла-) (Р: хлюпать; И.: slop along; T.: şaplamak) ҡ.
Сапыр-сопор итеү, сапыр-сопор килеү. □ Хлюпать. Аяҡ аҫты сапырлап ята. Сапырлау тауышы ишетелә.
САПЫРЛАШЫУ (сапырлат-) ҡ. урт. ҡар. сапырлау, взаимн. от сапырлау. Сапырлатып һыу кисеу. Батҡаҡта сапырлатыу.
САПЫР-СОПОР (Р: шлёп-шлёп; И.: flipflop; T.: şap şap) оҡш.
Һыу кискәндә, һыуҙа ҡойонғанда һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку шлёпанья, плесканья в воде: шлёп-шлёп. Сапыр-сопор килеу. Сапыр-сопор ҡойоноу. Сапыр-сопор һыу кисеу.
CAP I (Р: точило; точильный камень; И.: whetting stone; T.: bileği taşı) и.
413