Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 414 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

CAP
Әйләндереп, балта, бысаҡ үткерләй торған түңәрәк ҡайраҡ. □ Точило; точильный камень. / Точильный. Сар ташы. Сар әйләндереу. ■ Егеттәр .. ике балтаны яҡшылап сарға тотто. Ф. Иҫәнғолов. [Әх-мәди:] Бына тигән сар бар ине. Малайҙар ҡабаҡтан тәгәрләтеп уйнап, ҡап уртаға ярғандар ҙа ҡуйғандар, йөҙө ҡаралар. Ж. Кейекбаев.
♦ Сар талаҡ һөйл. үтә лә үҙ һүҙле, еңмеш. □ Упрямый. Бала сар талаҡ булмаһа икән ул.
CAP II (Р.: тропа (заячья, лисья и т. п.); И.: highway; T: çığır) и.
Ҡырағай йәнлектәр (ҡуян, төлкө һ. б.) һуҡмағы. □ Тропа (заячья, лисья и т. п.). Ҡуян сары. ■ Аҡ ҡуянҡай, меҫкен, сар һала яңы яуған ап-аҡ ҡар менән. Халыҡ йырынан.
CAP III (Р.: подражание визгу; И.: yelp; T: çığlık) оҡш.
Әсе итеп ҡапыл ҡысҡырған тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание визгу. Бала сар итеп ҡалды. ■ Нәрисә сар итеп ҡалды, мәктәп формаһы менән куләуеккә ҡолас йәйеп барып төштө. Н. Игеҙйәнова. Сар тауышы кукте алды, бөтә ғәскәр тиҙ ҡуҙғалды. «Француз яуы» йырынан.
САРА [фарс. öjla.] (Р; средство; И.: means; T: çare) и.
1. Нимәнелер бойомға ашырыу, хәл итеү, башҡарыу өсөн ҡулланылған төрлө эш, мөмкин булған юл. □ Средство (действие или совокупность действий для осуществления чего-л.). Дауалау сараһы. Тәрбиә сараһы. Сара куреу. ■ Фәтихов уҙе уйлап сығарған биографияһынан уҙе ҡурҡып китте, әйтерһең, уны дегеткә буяп ташланылар, әммә .. башҡа сара юҡ ине. И. Абдуллин. Эпидемия менән шаярырға ярамай. Завхоз ашығыс саралар курергә ҡуша. Ә. Бикчәнтәев. [Иван Мишарин:] Һаҡлыҡ саралары кәрәклеген беҙҙең инҡар иткәнебеҙ юҡ. Ф. Аҡбулатова. Йыландан һаҡланыу сараһы ла иғтибарға лайыҡ. Ҡыр-урманда ҡунырға тура килгәндә, ятыр урынды уратып ҡамыт, йугән, дилбегә һалынған. Д. Бураҡаев. Абдулла әле игендең аҡһымы менән елемсәһен арттырыуға агротехник
сараларҙың йоғонтоһон өйрәнә, бөртөктөң сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эшләй. А. Ғирфанов.
2. Нимәнелер хәл итеү хәстәрлеге. □ Мера; план, способ; выход (для решения чего-л.). ■ Хужаның бисәһе, .. самауыр ҡайнатып, быларҙың тамағын туйҙырыу сараһына кереште. Т. Йәнәби. Яҙ етә бит, ниңә ҡарамайһың ситлегеңдән ҡотолоу сараһын? Ш. Бабич. [Айым — Кинйәгә:] Ә һин Төҙөнбикәнең иҫән икәнен белгәс, уйлап ҡара ла алып ҡайтыу өсөн сара тап. Ғ. Ибраһимов.
3. Нимәнелер хәл итер мөмкинлек, баш-ҡарырлыҡ көс; әмәл, юл. □ Мера, средство, возможность, пути (для решения чего-л.). Сара бөтөу. Сара ҡалмау. Сара эҙләу. ■ Серәкәйҙән ҡотолоу өсөн бында берҙән-бер сара — төтөнлөк. 3. Биишева. Шәфҡәтһеҙлек, ҡанһыҙлыҡтан тарихтың бар яраһы: изге булмағаны өсөн изге маҡсат сараһы. Т. Ҡарамышева. Ҡутәрер инем ерҙең уҙен дә мин, сараһы юҡ шиғыр көсөнөң. X. Ғиләжев. Ҡамилаға Зөлфирәне уҙе менән алыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ф. Аҡбулатова. • Аҡта ҡара юҡ, ҡараға сара юҡ. Мәҡәл. Атына курә санаһы, маҡсатына курә сараһы. Мәҡәл. Буласаҡҡа сара юҡ. Мәҡәл. Һәр маҡсатҡа сара бар. Мәҡәл.
4. Нимәгәлер ирешеү, ниндәйҙер бер эш башҡарыу өсөн хеҙмәт иткән нәмә. □ Средство для осуществления чего-л:, мероприятие. Гәзит — агитация, пропаганда һәм ойоштороу сараһы. Тел — аралашыу сараһы. ■ Ҡеше уҙенең эске һәм тышҡы донъяһын теге йәки был саралар менән һынландырырға тырышҡан. И. Абдуллин. Усман яҙыусылар ҡатнашҡан бер генә сараны ла ҡалдырмаҫҡа тырышты, осрашыуҙарға йөрөнө, һәләтле йәштәр менән ҡыҙыҡһынды, иптәштәренең ижадын ентекләп куҙәтте. Г. Ғиззәтуллина.
5. Нимәнелер башҡарыр өсөн кәрәк булған нәмә; ҡорал, ҡорамал. □ Средство, инструмент. Транспорт сараһы. Элемтә сараһы. Эш сараһы.
♦ Ни сара ни хәл итәһең, нишләйһең. □ Что поделаешь. ■ Ике көн инде туҡтауһыҙ намаҙ дауам итә. Ике көн инде
414