Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 415 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САРАЛЙЫН
муллаға хәйер .. аға. Ләкин ни сара! Саранча күбәйгәндән-күбәйә бара. И. Насыри. Йырлар йырҙарыңды йырлап бөткәс, күктән ергә төшмәй ни сараң? М. Кәрим. Сара юҡ ни хәл итәһең, бер ни эшләп булмай.
□ Нет никакой возможности. ■ [Фәхри:] Ауырынылар, үлделәр. Сара юҡ, беҙ дух-тыр түгел. Б. Бикбай. Ҡамсылап ҡушҡас, сараң юҡ, эшләйһең. Ристан бөтәһенә лә түҙә. Ғ. Ибраһимов. Хәҙергә иһә ул [Ирназар] тешен ҡыҫып түҙергә, ат урынына егелеп эшләргә мәжбүр, бүтән сараһы юҡ. Ә. Хәкимов.
САРА (Р.: большая чаша, выдолбленная из дерева; И.: joram; large wooden bowl; T.: ahşap kase) и. этн.
Ҙур ағас табаҡ; ит, аш, һ. б. һоҫоу өсөн ашлау. □ Большая чаша, выдолбленная из дерева. Сараға ит һоҫоу. ■ Бисәләр бер сара бутҡа бешереп, уртаһына бер йомғаҡ май һалып килтереп ултырттылар, ти. Әкиәттән.
САРАҒАЙ (Р.: вид мелкой рыбы; И.: small fish species; T: bir tür küçük balık) и. диал.
Бәләкәй генә һары балыҡ. □ Вид мелкой рыбы. Сарағай тотоу. Сарағай йотоу. Сарағай һөҙөү.
САРАҒОЛ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенең бишәй ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме.
□ Сарагул (название одного из родовых подразделений башкир племени усерган). Сарағол аймағына барып ҡайтабыҙ. Сарағол үҫәргән ҡәбиләһенең бишәй ырыуына ҡарай. Сарағол йыйыны.
САРАЙ [фарс. (Р: сарай; И.: shed; Т.: ahır) и. диал. ҡар. аҙбар.
Һарай (мал-тыуар тора торған йорт ҡаралтыһы; кәртә, ҡура). □ Сарай. Ат сарайы. Асыҡ сарай. Ҡыйыҡһыҙ сарай. ■ Яҙғы ҡояшта ирегән ҡар һыуҙары сарай түбәһенән тамсылап ағып тора. 3. Ғәлимов. Бейә, кире килеп, сарай уратып сабыу-лап, кешәнләп йөрөй. «Ағиҙел», № 5, 2009.
Иртәгеһен иртәнсәк Сөйәлбайҙың атаһы Толпарҙы сарайҙан сығарған. Әкиәттән.
САРА КҮРЕҮ (сара күр-) (Р: принимать, принять меры; И.: make steps; T.: çaresini bulmak) ҡ.
1. Нимәнелер бойомға ашырыу хәстәрен ҡарау; ниндәйҙер ыңғай эш эшләү. □ Принимать, принять меры (для осуществления чего-л.); начать действовать. ■ Килмеш өсөн хәҙер, көҙгө һалҡындарҙа, Гөлзиә әбейҙең аҙбары торлаҡ була алмай ине. Нисек тә икенсе бер сараһын эҙләп табырға кәрәк. Б. Ноғоманов. Тамам өмөтһөҙлөккә төшөп, был яфаларҙан ҡотолоуҙың бүтән сараһын тапмағас, Ирназар ҡасырға уйланы. Ә. Хәкимов. Ул [Мөршиҙә] артабан да белемен арттырыу өсөн мөмкин булған бөтә сараларҙы күрә. С. Агиш. [Ишбулатов:] Бөгөндән үк баҫыуҙа ҡар тотоу өсөн щиттар булдырыу сараһын күрергә кәрәк. Ә. Вәли. Бөтә сараларҙы ла күрҙе, әммә Ҡормантаев еңеп сыҡты. Д. Бүләков.
2. Шелтә, яза биреү. □ Наказать. ■ Влас-ҡа ҡаршы ҡотҡо таратып ятҡан был өлкән кулактың эшенә ҡарата бер сара ла күрмәү волком тарафынан ысҡындырылған ҙур хата ине. һ. Дәүләтшина.
САРАҠАН (Р: верхняя куполообразная часть юрты; И.: top of a yourt; T.: çadırın kubbe şeklindeki üst kısmı) и. этн. диал.
1. Тирмәнең көмбәҙләнеп торған өлөшө.
□ Верхняя куполообразная часть юрты. Тирмәнең сараҡанын биҙәү. Сараҡанға сәңгелдәк аҫыу.
2. миф. Тирмәнең мифлаштырылған, өҫкә донъя менән бәйле тип һаналған өлөшө.
□ Верхняя куполообразная часть юрты (мифологизированный предмет).
САРАЛЙЫН (Р: бекас; И.: snipe; Т: suçulluğu^) и. зоол. диал.
Йылға, күл буйҙарында, һаҙлыҡтарҙа йәшәгән оҙон суҡышлы, ҡыҫҡа аяҡлы сыйырсыҡтан ҙурыраҡ сәпсәү; һаралйын.
□ Бекас (лат. Gallinag). ■ Саралйын зырҡыуыттан ҡорһағы аҡ булыуы менән айырыла. Саралйын селәүсен, төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Саралйынды ит өсөн аулайҙар. Э. Ишбирҙин.
415