Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 416 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САРАН
САРАН (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) u. этн.
Юрматы ҡәбиләһенең тәлтем ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Саран (название одного из родовых подразделений башкир племени юрматы). Сарандар килгән. Сарандар юрматы ырыуына инә. Сарандар йыйыны.
САРАНЧА [төрки sarynca] (Р: саранча; И.: locust; T.: çekirge) и.
Тура ҡанатлылар төркөмөнә ҡараған, яу булып осоп йөрөп, игенде, үләндәрҙе ашап бөтөрә торған ауыл хужалығы ҡоротҡосо; ҡара сиңерткә. □ Саранча. / Саранчовый (лат. Acrididae). Саранча ябырылыу. Саранча тубы. ■ Илле саҡрымдарға ерҙе иңләп, эре ҡамыллы диңгеҙ тулҡындары һымаҡ тулҡынланып ултырған игенде саранча армияһы ҡара ер яһап барыуын дауам итә. И. Насыри.
САРАТАН I [ғәр. Jkn] (Р; рак (созвездие); И.: Cancer; T.: Seratan) и.
1. (баш хәреф менән) астр. Йондоҙлоҡтарҙың береһе (Игеҙәктәр һәм Арыҫлан йондоҙлоҡтары уртаһында урынлашҡан).
□ Рак (созвездие и знак зодиака). Саратандар хыялға бай, уларға белем һөйөу, фекер йөрөтөу хас. ■ Йондоҙо Саратандың ҡуш булмаҫ. М. Аҡмулла.
2. Ҡояш календары буйынса дүртенсе айҙың ғәрәпсә исеме (22 июнь — 21 июль).
□ Саратан, название четвёртого месяца солнечного календаря (соответствующего периоду с 22 июня по 21 июля). Саратан башы. Саратанда тыуғандар менән Ай идара итә. ■ Был яҡтарҙа саратан тип йөрөтөлгән иң эҫе мәл ине. Ә. Хәкимов.
3. иҫк. Ер шарының эҫе тропик бүлкәттәре. □ Тропики. / Тропический. Саратан эҫеһе. ■ Саратан яҡтарында эҫе һауа һәм тәбиғи мөхит арҡаһында дөгө һәм дурра сәселә. Ғ. Ғисмәти.
САРАТАН II (Р: саратан; И.: magical island; T: majik ada) и.
(баш хәреф менән) Хыялда ғына булған донъя символын сағылдырған мифик ут
рау. □ Саратан (мифический остров, символ иллюзорности мира). Саратан образы. Сәйәхәтселәр тураһындағы легендаларҙа куҙгә куренмәҫ Саратан булыуы бәйән ителә.
САРАТАН III (Р.: зелёный кузнечик; И.: great green bushcow; T: yeşil çekirge) и. диал. ҡар. ялан сиңерткәһе.
Оҙон артҡы аяғы менән һикереп йөрөй торған бөжәк. □ Зелёный кузнечик. ■ Июнь айының аяҙ, эҫе көнө. .. Саратандар улән баштарына менеп сыр-сыу килә. С. Агиш.
САРАФАН [рус. < фарс. sarapa(i) ‘абруйлы кейем’] (Р: сарафан; И.: sarafan; Т: sarafan) и.
1. Оҙон киң күлдәккә оҡшаған, алдан ҡаптырмалы, рус ҡатын-ҡыҙҙарының еңһеҙ өҫ кейеме. □ Сарафан (русская женская одежда, род платья с большим вырезом, без рукавов). / Сарафанный. Сарафан тегеу. Бесеуле сарафан. Киң итәкле сарафан. Тура сарафан.
2. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың еңһеҙ күлдәге. □ Сарафан (род платья без рукавов). / Сарафанный. ■ Ҡыҙыҡайҙың өҫтөндә һуғышҡа тиклем һатып алынған зонтик сепрәгенән әтмәләштерелгән сарафан ине. Б. Рафиҡов. Кәбир, сумкаһын асып, ауылдаштарына тәғәйенләнгән кустәнәстәрен сығарҙы. Консервалы балыҡ ыуылдырығы, ыҫланған ҡыҙыл балыҡтан тыш, яулыҡ, шарф, футболка, майка, еңел сарафан кеуек әйберҙәр һалынғайны унда. М. Хужин.
САРАФАН РАДИО (Р: сарафанное радио; И.: gossip; T: dedikodu) и. һөйл.
Бер кешенән икенсе кешегә тапшырылған хәбәр, ғәйбәт. □ Сарафанное радио. Сарафан радиоһынан алынған хәбәр.
САРАФИНКА [рус.] (Р: сарафинка; И.: close-meshed textile; T: bir tür kumaş) и. диал.
Ваҡ шаҡмаҡлы етен туҡыма. □ Сарафинка (мелкоклетчатое льняное полотно). Сарафинка һатып алыу. Сарафинка тәнгә рәхәт. Сарафинканан ирҙәргә лә кулдәк тегәләр.
САРАҺЫҘ I (Р: безвыходный; И.: blindalley; T: çaresiz) с.
1. Ниҙер ҡылырға мөмкинлекһеҙ; әмәл-һеҙ. □ Безвыходный, безысходный (о по-
416