САРАЦИН
ложении). Сараһыҙ хәл. Сараһыҙ сағын файҙаланыу. ■ Сараһыҙ хәлдә ҡалған Ми-кәй Шомортҡараның ҡарашын тотоп алды. Р. Мөхәмәҙиев.
2. Ҡасып ҡотолоп булмаған, теләһәң-теләмәһәң дә үтәлергә тейешле. □ Неизбежный, вынужденный. ■ Бынан тыш тағы Нәбиулла һуңғы йылдарҙа ошо уҙеңә картуф сәсеу, уҙеңә айырым йорт һалыу кеуек эштәрҙе, ғөмумән, нисектер яратып еткермәй башлағайны. Был эштәрҙе ул, ауырыған ваҡытта дарыу эсеу кеуек, сараһыҙ эш, ваҡытлы бер мәшәҡәт итеп кенә ҡарай. Ә. Вәли.
3. Бәхетһеҙ, меҫкен. □ Бедный, несчастный. Был меҫкен, сараһыҙ әҙәмгә ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. Сараһыҙ кеше. ■ Ана шул сараһыҙ бисараларҙың куҙ терәп торған кешеһе ул Фәриҙә: почта ла ташый, ризыҡ та алып бара, дарыу-фәләнде лә ҡайғырта. Г. Яҡупова. Аслыҡ йыл вә етемлек бәләһе булараҡ, Мәрйәм ғәзиз туғанынан айырылды, сараһыҙ, санаға ултырып китте. М. Ғафури. Баҫылып эшләй сараһыҙ килен, алыҫ-алыҫ яҡтарға һыуын ташыуын белә. Р. Камал.
♦ Сараһыҙҙың көнөнән {йәки көнөндә) бер ниндәй башҡа сара, әмәл, юл ҡалмағанлыҡтан; эш-хәлде башҡарыу, еңеп сығыу өсөн башҡа юл, ысул булмағанлыҡтан; үҙ теләгенән тыш. □ Вынужденно. Сараһыҙҙың көнөнән риза булыу. ■ [Һунарсы — айыуға:] Ғәфу ит беҙҙе, урман хужаһы!.. Ана куктән фәрештәләр куреп-ишетеп тора, әруахтарыбыҙ шаһит, беҙ уҙ иркебеҙ менән тугел, сараһыҙҙың көнөнән... Б. Рафиҡов. Әхсәндең тәҡдименә сараһыҙҙың көнөндә Рифат та килеп ҡушылды. Р. Байбулатов.
САРАҺЫҘ II (Р: невольно; И.: unwittingly; T.: gayriihtiyari) р.
1. Ирекһеҙҙән, ихтыярҙан тыш. □ Невольно. ■ Ысындан да, бына шундай кешеләр була, уларҙың бер куренеуе генә лә башҡаларҙа әле билдәле булмаған куңел-лелектең йәки бына хәҙер нимәнән булһа ла көлөргә әҙерләнеуҙең ғәләмәттәрен тыуҙыра. һис сараһыҙ йылмая башлайһың. Ә. Вәли.
2. Теләһәң-теләмәһәң дә, ҡотолғоһоҙ.
□ Волей-неволей, неизбежно. ■ Ярай ғына тугел, бәлки, был сараһыҙ кәрәктер ҙә. Б. Бикбай.
3. Әмәлһеҙ. □ Безвыходно. ■ Тамам юлдары өҙөлөп, бер сараһыҙ ҡалғас, ауылға ҡайтып, ғаиләһен курергә булды Кәли. И. Ғиззәтуллин. Ҡамса сараһыҙ ҡул иҙәне. Р. Камал.
САРАҺЫҘҘАН (Р: невольно; И.: like it ог not; T.: çaresiz) р.
Башҡаса мөмкинлек булмағандан; ирекһеҙҙән. □ Невольно, волей-неволей, безвыходно; нечаянно, случайно. Сараһыҙҙан шаһит булыу. ■ Ауыл яғынан килгән таныш тәмле еҫтәр йәнә Кукбуренең куңелен ҡытыҡланы, эсендәге һағыш, сараһыҙҙан, баяғынан да көслөрәк ярһыу менән олорға мәжбур итте. Т. Ғарипова. Мансур сараһыҙҙан Мәскәугә килен төшөрөргә китте. Ә. Хәкимов. [Фирузә:] Хәсән ғәйепте, сараһыҙҙан йә мине йәлләпме икән, уҙенә ала. М. Ишбулатов. Хакимдарҙың ниндәй хәжәте бар, сараһыҙҙан бөлгөнлөккә төшкән инсандарын яҡлай алмаһа. А. Игебаев.
САРАҺЫҘЛЫҠ (сараһыҙлығы) (Р: безвыходность; безысходность; И.: impasse; T.: çaresizlik) и.
Башҡа сара булмағанлыҡ, ирекһеҙ хәл.
□ Безвыходность; безысходность; невозможность. Сараһыҙлыҡ ошо хәлгә төшөрҙө. ■ Гөлбаныуға бөгөн һуңғы өс йылда йыйылған, инде кумһей башлаған хәсрәттәрен һөйләр кеше кәрәк — сараһыҙлыҡ ҡоршаны уның тормошон. Т. Ғарипова. Ғибәҙәттең сырайына ғазап, һуңғы сиккә еткән арыу менән сараһыҙлыҡ мисәтләнде. Г. Ғиззәтуллина. Был бәйге мәңге бөтмәҫ кеуек, уның [За-рифтың] сараһыҙлыҡтан һулышы ҡыҫыла. X. Мөҙәрисова. • Сараһыҙлыҡ сара тыуҙырған. Мәҡәл.
САРАЦИН [лат. saracenus < гр. sara-kenos < ғәр. sark ‘көнсығыш’] (Р: сарацин; И.: Saracen; T.: Sarazenler) и.
1. Антик тарихсыларҙа: Аравияла йәшәгән ғәрәп кешеһе. □ Сарацин (у античных историков: представитель арабского на
417