СҮП-САР
совхозының бөтә фермаларында ла малдарға һыуҙы йылытып эсереү, һаламды сүпрәләп ашатыу .. ойошторолған. Р. Шәкүр.
СҮП-САР I (Р: всякий мусор; И.: litter and all; T.: çöp) и. йыйн.
1. Төрлө ваҡ-төйәк ҡалдыҡ, ташландыҡ нәмә. □ Сор, мусор; отбросы; хлам. / Мусорный. Сүп-сар һауыты. ■ Урамдар бөгөн кисәгегә ҡарағанда ла ныҡ үҙгәргән, өйөм-өйөм ҡар тауҙары тапалып, урамдар сүп-сар менән тулған. Р. Байымов. Азат, мөйөштә ятҡан сүп-сарҙы йәһәт кенә алып ташлап, сумаҙанды тартып сығарҙы. Ә. Бикчәнтәев. Мәҙрәсә тирәһендә әллә ҡасандан бирле таҙартылмаған сүп-сар һәм көл өйөмдәре ята. Ә. Вәли. Питомниктың барлы-юҡлы ҡаралтыһы туҙышып ята, тирә-йүне сүп-сар менән тулған. С. Шәрипов.
2. күсм. Теләһә ниндәй файҙаһыҙ ваҡ-төйәк, буш нәмә. □ Негодное, бесполезное; чепуха, ерунда. Сүп-сар менән ваҡыт уҙғарыу. ■ «Ирҙәрегеҙҙең башын йыйын сүп-сар менән тултырмағыҙ», — ти өләсәйем [Люся менән әсәйемә]. Р. Низамов.
3. күсм. Насар (хөрт, әшәке) кеше. □ Дрянь; шваль. / Дрянной (о человеке). Йыйын сүп-сар менән аралашыу.
■ Хәтһеҙ сүп-сар әҙәм өҫкә ҡалҡып сыға: Новотроицкиҙа ғына пристав Турин, телеграфист Канцернов, кулактар Ширяев, Плотников, Легостаев, Каменев — уларҙы һанап бөтмәле түгел. В. Исхаҡов.
СҮП-САР II (Р: сорняк; И.: weed[s]; Т: yabani ot) и. йыйн.
Баҡса, баҫыуҙы баҫып алған төрлө сүп үләне. □ Сорняк, сорная трава. / Сорный. Сүп-сар утау. ■ Баҫыуҙы алабута, әрем, билсәндән башлап шайтан таяғына тиклем сүп-сар үлән баҫҡайны. Ғ. Аллаяров. Тик ер ауыр яра алды: баҫыуҙарҙан азот китте, баҫыуҙы сүп-сар баҫты. Т. Килмөхәмәтов. • Таҙа орлоҡ таҙа иген үҫтерер, насар орлоҡ ҡырға сүп-сар тултырыр. Әйтем.
СҮПСЕНЕҮ (сүпсен-) ҡ. ҡар. семсенеү.
■ Һыйыр, һарыҡ, бәрәстәр тау өҫтөндә .. ашаған булып сүпсенеп йөрөй. Ғ. Дәүләтшин.
СҮП ҮЛӘНЕ и. ҡар. сүп II. ■ «Ер бер ҡулға тупланһа, сүп үләндәрен үрсетә торған ыҙандар бөтөрөлөп, яҡшылап эшкәртелә башланһа, ысынлап та, уның муллығы бөтә кешегә етер», — тип уйланы Гәүһәр. И. Ғиззәтуллин.
СҮРЕ (Р: катушка; И.: reel; T: makara) и.
Арҡау ебен урап, һоҫа эсенә ҡуя торған үҙәк. □ Катушка; шпулька. / Катушечный. Епте сүрегә урау. ■ Сүренең бит мәңге эсе ҡыуыш, ә һуғылмай киндер сүреһеҙ. Н. Нәжми. • Булһа, бүреләй, булмаһа, сү-реләй. Әйтем.
СҮРЕ ҠАМЫШЫ (Р: вейник наземный; И.: bushgrass; T: kandıra otu) и. ҡар. ҡолонҡойроҡ.
Ҙур ялбыр башлы ҡыяҡ үлән. □ Вейник наземный (лат. Calamagrostis epigeios). Сүре ҡамышы тамыры.
СҮРЕЛДӘТЕҮ (сүрелдәт-) ҡ. ҡар. сөрөлдәтеү. Я Кондуктор сүрелдәтеп һыбыҙғы һыҙғырта, паровоз гудок бирә, беҙ ҡуҙғалып китәбеҙ. Ғ. Ғәйнуллин.
СҮРЕЛДӘҮ (сүрелдә-) ҡ. ҡар. сәрелдәү. Яланда сиңерткә сүрелдәй.
СҮРЕЛЕ (Р: катушечный; И.: on a reel; Т: makaralı) с.
Сүрегә уралған. □ Катушечный. Сүреле еп.
СҮРЛӘК (сүрләге) и. диал. ҡар. сурағай. Сүрләк ҙурлығы.
СҮРТӘЙЕҮ (сүртәй ) (Р: выпячиваться; И.: stick out; T: kabarmak) ҡ. диал. ҡар. бүлтәйеү.
1. Өрөлөп, тумалаҡ ҡына булып ҡабарыу. □ Выпячиваться, вздуваться. Иренде сүл-тәйтеү. ■ Яҫы маңлай аҫтынан ҡараған сөмөрт ҡара күҙҙәр, .. саҡ ҡына сүртәйгән ирендәр, асыҡ һөйкөмлө йөҙ. .. Барыһы, барыһы ла Зәкиәнеке. Ғ. Аллаяров.
2. ҡар. сурайыу 1. ■ Яралар уңалды. Тик ҡабырға ғына, йыртҡыс [айыу] менән алыштың иҫтәлеге булып, сүртәйеп тороп ҡалды. Т. Сәғитов.
СҮРТӘЙТЕҮ (сүртәйт ) (Р: выпячивать; И.: stick out; T: kabartmak) ҡ. диал. ҡар. бүлтәйтеү.
700