СҮРӘКӘ
Өрөлдөрөп, тумалаҡ итеп ҡабартыу.
□ Выпячивать, надувать. Иренде суртәй-теу. ■ Аҡ кулдәгенең билен яҫы ҡайыш менән һығып быуған ҡыҙ, иренен һөйкөмлө суртәйтеп, янындағы әхирәтенә ниҙер һөйләй ине. Ш. Янбаев.
СҮРӘ I [ғәр. (Р.: сура; И.: the Quran chapter; T.: sure) и.
Ҡөрьәндең үҙенә башҡа бер исем менән аталған айырым бүлеге (бөтәһе 114 сүрә).
□ Сура (глава Көрана). Сурә ятлау. ■ Нәсимә апай .. белгән бөтә доғаларын, су-рәләрен ҡат-ҡат уҡыны, әммә башҡа йоҡлай алманы. И. Абдуллин. Ауыл мәҙрәсәһен тамамлап, Ҡөрьән аяттарына килеп еткән Таипҡа ҡайһы бер сурәләрҙе иҫенә төшөрөргә тура килә. Р. Өмөтбаев. Шәкерттәр, бер-береһен уҙҙырырға тырышып, сурәләр ятларға тотондо. Я. Хамматов. Салих, .. намаҙлыҡ урынына сепрәк киҫәге һалып, ҡиблаға ҡарап тубыҡланды ла ҡысҡырып намаҙ сурәләрен көйләргә тотондо. Ғ. Хисамов. Көндәрҙең ҡәҙерлеһе — йома, һуҙҙәрҙең хужаһы — Ҡөрьән, Ҡөрьәндең баш сурәһе — «Әл-Баҡара»лыр, «Әл-Баҡара»ның хужаһы — «Аятел Ҡөрси»ҙер. Ғ. Хөсәйенов.
СҮРӘ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени юрматы. Сурә ырыуы егете.
СҮРӘБӘТ (Р: пугало; И.: scarecrow; Т.: korkuluk) и. диал. ҡар. ҡарасҡы.
Ҡош-ҡортто өркөтөү өсөн, кеше рәүешендә яһап, баҡсаға, баҫыуға ҡуйылған һын. □ Пугало. Сурәбәт яһау. Баҡсаға сурәбәт ҡуйыу.
СҮРӘГӘЙ (Р: чирок-трескунок; И.: garganey; T.: çıkrıkçın) и. диал. ҡар. керелдәк сөрәгәй.
Йорт өйрәгенән бәләкәйерәк, йылға һәм күлдәрҙә йәшәүсе күсмә ҡош. □ Чирок-трескунок (лат. Anas querquedula). И Болонлоҡтар уртаһындағы кулдәрҙән өйрәктең йәнең теләгәнен: һунаһынмы,
сурәгәйенме, томһарыһынмы, ҡашҡалағын йә сумғалағынмы, аҡтушенме атып ал. Т. Килмөхәмәтов. Ҡош осҡоро — сурәгәй, ҡанат ҡаҡмай шуны алған. «Заятүләк менән һыуһылыу».
СҮРӘГӘЙ ӨЙРӘК (өйрәге) (Р: чирок;
И.: teal; T.: bağırtlak) и. зоол.
Һоро сыбар төҫтәге бик ваҡ етеҙ өйрәк. □ Чирок (лат. Anas). Сурәгәй өйрәк бар-ҡылдауы. ■ [Байрас — Алёшаға:] Ә һуң сурәгәй өйрәктәр, аласабыр һуна өйрәктәр атып алғанды кургәнең юҡмы ни? 3. Биишева.
СҮРӘК (сүрәге) (Р: пресная лепёшка; И.: unleavened flat cake; T: bazlama) и. кул.
Тандыр утта бешкән йоҡа икмәк; көликмәк; кәлсә. □ Пресная лепёшка (испечённая в золе). Яңы бешкән сурәк. ■ Өйҙә ике ҡыҙылармеец: береһе — сәйнуккә сәй һалып, икенсеһе ҡатҡан сурәк һындырғылап, өҫтәлгә ҡуйып маташа ине. А. Таһиров. [Ҡыҙ] таҙ алдына биҙәкле сеуәтә менән ҡаймаҡ, купереп бешкән сурәк килтереп ҡуйған. Әкиәттән.
СҮРӘКӘ I (Р: головной убор; И.: national Tatar headgear; T: baş giysisi) и. этн.
Керәшен татар ҡатындарының яулыҡ өҫтөнән текә итеп маңлайға ҡуя торған уҡа биҙәкле йәки сигеүле, оҙон киң ҡойроҡло баш кейеме. □ Украшенный позументами или вышитый головной убор, надеваемый крещёными татарками поверх платка. Сигеуле сурәкә. ■ [Маҡтымһылыу:] Тупый ҡашмау кеймәҫ наҙ инем дә, сурәкәңде кейҙерҙең дә, гәуер. «Маҡтымһылыу».
СҮРӘКӘ II (Р: чижик; И.: tip-cat; T: bir çocuk oyununun ismi) и.
1. Балалар уйыны (икегә буленәләр, бер яҡ көтөусе була; туңәрәк оя һыҙып, уртаһына ҡыҫҡа ҡаҙыҡ ҡағалар, уның башына осо элмәкләп яһалған бәләкәй ағас — сурәкә ҡуялар; сиктән тороп, таяҡ менән ҡаҙыҡҡа һуғалар; сурәкә оя эсенә төшһә, һуҡҡан кеше яна; осоп китһә, көтөусе, уны алып, таяҡ төбөнә бәрә; бәреп, оя эсенә төшөрһә, тағы һуҡҡан кеше яна; сурәкә ояға төшмәһә, һуҡҡан кеше уның ҡаҙыҡҡа тиклем булған алыҫлығын таяғы менән улсәй; шулай
701