СҮРӘКӘ
итеп мәрәй йыялар; кемдең мәрәйе тейешле һанға тиҙерәк тула — шул еңә). □ Чижик (детская игра). Сурәкә уйнау. ■ Эштесурәкә уйнауҙан башлап алып китәбеҙ. Тәнде яҙыу, сәм ҡуҙғатып алып китеу өсөн һәләк йәтеш уйын ул. Н. Мусин.
2. диал. Шул уйында ҡулланылған шар. □ Шар, используемый в данной игре. Сурәкә эшләу. К Малай-шалай сурәкә һуға. Р. Солтангәрәев.
СҮРӘКӘ III и. ҡар. кәрлә I. Сурәкә малай.
СҮРӘКӘЙ ӨЙРӘК (өйрәге) и. диал. ҡар. сүрәгәй өйрәк. Сурәкәй өйрәк бәпкәһе. ■ Йәмил, әрһеҙ сурәкәй өйрәктең артынан эйәреп, бер нисә кулдә булды. И. Ниғмәтуллин.
СҮРӘКӘ УМАРТА и. диал. ҡар. солоҡ. Сурәкә умарта ҡорто. Сурәкә умарта ҡуйыу.
СҮРӘЛӘП (Р.: по главам (из Корана); И.: singling the Quran chapters out; T: sure ile) p.
Һәр сүрәне айырым-айырым итеп. □ По главам (из Корана). Сурәләп ятлау. Сурәләп һөйләу.
СҮРӘТ [ғәр. (Р/ вид; И.: aspect; Т.: görünüş; tavır) и.
1. Килбәт, ҡиәфәт, төҫ-баш, тышҡы күренеш. □ Вид, образ; облик. ■ Буй-буй халат кейгән маршал әллә ниндәй Көнсығыш хандары сурәтенә кергәндәй тойола. Р. Өмөтбаев. Мәгәр был әҙәмгә ҡарап, уның ҡасандыр фәрештә сурәтендә булыуын төҫмөрләу мөмкин дә тугел. Т. Ғарипова. Ғәлиәнең бына шулай бер минут эсендә ҡырҡ сурәткә инеуе лә Ғиззәттең асыуына тейә. Н. Мусин. Кайынлыҡтар араһында ҡарҡылдаусылар ҡарға тугел, ҡарға сурәтенә ингән изгелекле улеләр йәне. Я. Хамматов. [Егеттең атаһы:] һеҙ был ҡара йыландан ҡурҡмағыҙ. Ул минең улым булыр, тик әле йылан сурәтендә. Әкиәттән.
2. у.-в. клш. Ниндәйҙер хәлдә. □ В случае. ■ Хөкумәт Ырымбурҙа ҡалған сурәттә лә, уның хәрби булмаған булектәре һис кисекмәҫтән Темәскә — Кыҙыл Мәсеткә кусенә башларға тейеш. Р. Байымов. Килене
киткән сурәттә улын ҡалдырмаҫын да — бөтәһен дә ул белә ине. Р. Низамов.
СҮС (Р.: волокно; И.: filament, fibre; T.: lif; elyaf) и.
1. Үҫемлек һабағынан талҡып алынған, әле иләнмәгән тәбиғи еп. □ Волокно, луб. / Волокнистый. Етен сусе әҙерләу. Сус иләтеу. ■ Каҙаҡтың өҫтөндә насар көпө, ялан баш, аяҡтарындағы итектәре төрлө еренән сус, йукәләр менән бәйләнгән. А. Таһиров. Ишектән уң яҡтағы бағана ботаҡтарына эйәр, ҡамыт, йугән, сус дилбегә эленгән. Я. Хамматов. Лоҡман, арҡыры кәртәне аратаһына тығып, уны ағас сөй менән нығытты ла, сус арҡанды сисеп алып, борамға утте. А. Абдуллин.
2. Химик юл менән алынған шуға оҡшаш' нәҙек еп. □ Волокно. Химик сус. Синтетик сус. Быяла сус етештереу.
СҮСБӘРӘ (Р: вареники; И.: dumplings; T.: varenik (mantı çeşidi) и. кул.
Эремсек билмәне. □ Вареники. Сусбәрә бешереу. Сусбәрәгә эремсек әҙерләу.
СҮСЕЛДӘК (Р: сюсюкающий; И.: lisping; T.: peltek peltek konuşan) с.
Сүселдәп һөйләүсән. □ Сюсюкающий; нежничающий. Суселдәк ҡатын. ■ [Сәғит улына] әйтерен дә суселдәк бисәһе аша еткерә ине. X. Тапаҡов.
СҮСЕЛДӘТЕҮ (сүселдәт) ҡ. йөкм. ҡар. сүселдәү 1. понуд. от сүселдәү 1. Су-селдәтергә форсат биреу.
СҮСЕЛДӘҮ (сүселдә-) (Р.: сюсюкать; И.: lisp; T: peltek konuşmak) ҡ.
1. Сөсө телләнеп һөйләү. □ Сюсюкать, нежничать. Бер туҡтауһыҙ суселдәу. Баланы суселдәп яратыу.
2. Ризаһыҙлыҡ белдереп һөйләнеү; мыңғырлау. □ Ворчать, брюзжать. Суселдәп йөрөу. ■ [Рәхимә:] Йә, Диләнең кулдәге булмаһа, ана Хаяттың бер йыуылған кул-дәген биреп торормон, әсәһе килеп төшкәс кенә суселдәмәһә. Һ. Дәүләтшина.
СҮСЕЛДӘШЕҮ (сүселдәш-) ҡ. урт. ҡар. сүселдәү, взаимн. от сүселдәү. Суселдәшеп ултырыу.
СҮСИНКӘ [рус. чёсанки} (Р: чёсанки; И.: kind of felt boots; T.: ince keçe çizme) и. диал.
702