СӘБӘЛӘНЕҮ
СӘБӘЛӘНЕҮ (сәбәлән ) (Р.: махать руками и ногами; И.: agitate one’s limbs; flourish arms; T: eli ve ayağı sallamak) ҡ.
1. Тәртипһеҙ рәүештә аяҡ-ҡулды болғау; тыбырсыныу, тулау. □ Махать руками и ногами (проявляя нетерпение или отбиваясь от кого-то). Сәбәләнә башлау. Сәбәләнеп касыу. Сәбәләнеп тороу.
2. кусм. Тынысһыҙланып, ары-бире һуғылыу, бәргеләнеү. □ Суетиться, проявляя нетерпение. ■ Ғизелбанат тэуҙә телен арҡыры тешләп алды, унан, уҙ сәсенә уҙе йәбешеп, сәбәләнә башланы. Ғ. Ибраһимов. Аҙ ғына киҫкен мәл килһә, ҡайһы бер иптәштәр ҡаушап, аптырап ҡала, сәбәләнә, көйәләнә, ни эшләргә белмәй башлай. С. Әлибаев. Бал ҡорттары умарталыҡ тирәләй сәбәләнеп осһа, ямғыр көт. Һынамыш.
СӘБӘП (сәбәбе) [ғәр. (Р.: причина; И.: reason; cause; T: sebep) и.
1. Нимәгәлер нигеҙ булған шарт йәки уны килтереп сығарған хәл, күренеш. □ Причина. Мөһим сәбәп. Төп сәбәп. Ауырыуҙың сәбәбе. Үпкәләуҙең сәбәбе. Уңышһыҙлыҡтың сәбәбе. ■ Шикләнерҙәй сәбәп тапмағас, Хаят тынысланды. С. Шәрипов. • Сәбәпһеҙ себен дә ҡанатын ҡаҡмай. Әйтем.
2. Ниндәйҙер эште, ҡылыҡты аҡлауға нигеҙ булған шарт; һылтау. □ Причина, повод. Сәбәп табыу. ■ Хушлашыуҙы оҙайтырға төрлө-төрлө сәбәп бар. М. Кәримов. Хәҙер Буран, уҙенең ниәтен тормошҡа ашырыр өсөн, куп кенә сәбәптәр тапты. Ә. Бикчәнтәев. Ике ағаһы, сәбәбен табып, Зая-туләкте ситкәрәк алып китә. «Заятүләк менән һыуһылыу». • Арзандың бер сәбәбе була, ҡиммәттең бер хикмәте була. Мәҡәл.
3. Ниндәйҙер эш-хәлде башлап ебәргән, шуның нигеҙен тәшкил иткән нәмә йәки кеше; сәбәпсе. □ Мотив, причина, предлог, повод. И Кукрәк ҡағырлыҡ тугел эштәр, бының сәбәбе — етәкселектең йомшаҡлығында. Ә. Хәкимов. Беҙ, башҡорттар, ерһеҙ ҡалдыҡ бөгөн ятып, быға сәбәп бабаларым
булдымы икән? Бәйеттән. • Оҙон тел — улемгә сәбәп. Мәҡәл.
4. Нимәлер арҡаһында, арҡала. □ Вследствие. М Оҙон яҙған, тиеп, бәлки, ғәйеп итер, шул сәбәптән хатым тамам ҡылам инде. Бәйеттән.
СӘБӘП ИТЕҮ (сәбәп ит-) ҡ. ҡар. сәбәп ҡылыу. Сәбәп итеу кәрәк. Сәбәп итеп йөрөй.
СӘБӘП ҠЫЛЫУ (сәбәп ҡыл ) (Р: поза ботиться; И.: take measures; care previously; T: tasalanmak) ҡ.
Хәстәр, сара күреү. □ Позаботиться, заранее заботиться, сделать что-то по поводу чего-то. • Үлгәндән һуң илағансы, улмәҫ борон сәбәп ҡыл. Әйтем.
СӘБӘПЛЕ (Р: по причине; И.: by reason of; T: sebepli)/?.
Билдәле бер сәбәп арҡаһында. □ По причине. Н Авторҙың билдәһеҙ булыуы сәбәпле, шағирҙың исем-фамилияһын ҡуя алмайбыҙ. Б. Рафиҡов. Ауырыуға һабышыу сәбәпле, объездчиктың ғаиләһе кире райуҙәккә ку-сенергә мәжбур булды. С. Шәрипов.
СӘБӘПЛЕЛЕК (сәбәплелеге) (Р: причинность; И.: causality; causativity; T: sebebiyet) и.
Нимәгәлер нигеҙ булған шарт йәки уны килтереп сығарған хәл, күренеш. □ Причинность. «Сәбәплелек» — фәлсәфәуи термин. Сәбәплелеккә бәйле булыу.
СӘБӘПСЕ (Р: виновник; И.: culprit begetter; T: müsebbip) и.
Ниндәйҙер эш-хәлде башлап ебәргән, башланыуға сәбәп булған нәмә йәки кеше; сәбәп. □ Виновник. Я Әлбиттә, Ихсанбай малайҙарҙың тыуыуын да, йәшәуҙәрен дә теләмәне, ләкин ул сәбәпсе тугел быларҙың улемендә. Т. Ғарипова. • Сығаһы малға эйәһе сәбәпсе. Әйтем.
СӘБӘПҺЕҘ I (Р: беспричинный; И.: causeless; T: sebepsiz) с.
Бер ниндәй нигеҙе, сәбәбе булмаған, ниндәйҙер сәбәпкә бәйләнмәгән. □ Беспричинный. Сәбәпһеҙ байрам. Сәбәпһеҙ шатлыҡ.
СӘБӘПҺЕҘ II (Р: беспричинно; И.: for no reason; groundlessly; T: sebepsiz) р.
780