Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 781 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘҒИ ИТЕҮ
Бер ниндәй нигеҙе, сәбәбе юҡ, ниндәйҙер сәбәпкә бәйләнмәгән килеш. □ Беспричинно. Сәбәпһеҙ көлөү. Сәбәпһеҙ илау. Сәбәпһеҙ һүҙләшеү. Сәбәпһеҙ үсегеү. Сәбәпһеҙ ғауға сығарыу. Сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырыу. Сәбәпһеҙ эшкә йөрөмәү. М [Көнсөл ҡатын] сәбәпһеҙгә бәйләнеп, кәмһетергә ымһынып тик тора, шуның менән үҙен күтәрмәләй, йәнәһе. 3. Ураҡсин. • Сәбәпһеҙ япраҡ та һелкенмәй. Әйтем. Сәбәпһеҙ ҡош осмаҫ. Мәҡәл.
СӘГЕР [дөйөм төрки чакыр ‘зәңгәрһыу’] (Р.: зелёно-голубой; И.: light-blue; T.: mavi) с.
1. Йәшкелт зәңгәр (күберәк күҙгә ҡарата). □ Зелёно-голубой (о глазах). Сәгер күҙ. Сәгер төҫ. Сәгер күҙле ҡатын. Сәгер төҫтәге таш. И Йөнтәҫ ҡаштары араһынан һыу кеүек сағыу сәгер күҙҙәр мицә төбәлде. Ә. Вахитов. Ул [Мәхүбә].. сәгер күҙле, телгә бөткән, күп кенә йылдар буйы тол ултырған ҡатын ине. Н. Мусин.
2. диал. Спектрҙа йәшел менән күк араһындағы төҫкә тап килгән; зәңгәр. □ Голубой. Сәгер күҙле сабый. Сәгер күҙле кеше.
3. диал. Спектрҙағы төп төҫтәрҙең береһе — һары менән зәңгәр араһындағы төҫ; үлән, йәш япраҡ төҫө; йәшел. □ Зелёный. Сәгер күҙле ҡыҙ. Сәгер күҙле кешегә шул төҫлө кейем килешә.
СӘГЕР БАЛЫҠ (балығы) (Р: белоглазка; И.: white-eye bream; T.: sazangillerden bir tür balık) и. зоол.
Карптар ғаиләһенә ҡараған көмөш көлһыу төҫтәге йылға һәм дингеҙҙә йәшәүсе балыҡ; аҡкүҙ. □ Белоглазка (лат. Ballerus sapa). Сәгер балыҡ ыуылдырығы. Сәгер балыҡ эләккән. Сәгер балыҡ үрсетеү. Сәгер балыҡ — йылғаларға үрләүсе диңгеҙ балығы.
СӘГЕРӘЙЕҮ (сәгерәй-) ҡ. диал. ҡар. секрәйеү. Сәгерәйеп ҡарау. Сәгерәйеп тороу.
СӘГӘЙ (Р: быстрый; И.: quick; T.: çabuk) с. диал. ҡар. йылдам.
Хәрәкәткә етеҙ; йылғыр, өлгөр (атҡа ҡарата). □ Быстрый, проворный (о лошади). Сәгәй алаша. Сәгәй ябаға. Сәгәй ҡолон. Сәгәй ҡонан. Сәгәй аҫау айғыр.
СӘГӘЙ-СӨГӘЙ I (Р: мелкота; И.: small people; small fry; T.: küçükler) и. диал. йыйн.
Әһәмиәте бәләкәй булған, күп һанлы ыбыр-сыбыр кеше йә бала-саға. □ Мелкота, мелюзга. Сәгәй-сөгәй килгән. Бөтөн сәгәй-сөгәй урамға сыҡҡан.
СӘГӘЙ-СӨГӘЙ II (Р: маленький; И.: puny; petit; T.: küçük) с. диал.
Ваҡ, ыбыр-сыбыр. □ Маленький, малый. Сәгәй-сөгәй кешеләр. Сәгәй-сөгәй бала-саға. Сәгәй-сөгәй ҡыяр тороп ҡалған.
СӘГӘҮ (Р: деревянный рычаг; И.: wooden lever; T.: ağaç kaldıraç) и. диал. ҡар. һалмауыр 2.
Ауыр нәмәне күтәртә торған йыуан, ауыр таяҡ. □ Деревянный рычаг. Тирмән сәгәүе. Сәгәүҙе ҡуҙғатыу. Сәгәүгә баҫыу. Сәгәү яңыртыу.
СӘҒАДӘТ и. диал. ҡар. сәғәҙәт. Сәға-дәт табыу. Сәғадәт эҙләү. Көтөп алған сәғадәт.
СӘҒИ [ғәр. <^*4 (Р: старательность; И.: industry; studiousness; T.: çaba) и. иҫк.
1. Эшкә булған ныҡышмалылыҡ, ихласлыҡ, әүҙемлек; тырышлыҡ. □ Старательность, старание, прилежание, усердие. Сәғи балалар. Сәғи уҡыусылар. Сәғи булыу. Сәғигә әйләнеү. Сәғи ҡыҙ бала.
2. Нимәлер әҙерләүгә, нимәлер тураһында ҡайғыртыуға бәйле эш; хәстәрлек. □ Забота, заботливость. Сәғием бушҡа китте. Сәғи күрһәтеү. Сәғигә мохтаж булыу.
СӘҒИ ИТЕҮ (сәғи ит-) (Р: стараться; И.: endeavour; T.: çaba göstermek) ҡ.
1. Нимәгәлер ынтылыу, тырышыу. □ Стараться. һәр саҡ сәғи итеү. Сәғи итеп һабаҡ алыу. К Әсмәне тәрбиә итмәктә ата вә әсәһе .. сәғи иткәндәре кеүек, бәхет вә сәғәҙәте хаҡында Аллаһы Тәғәлә хәҙрәтенә .. ялынырҙар ине. Р. Фәхретдинов.
2. Хәстәрлек күреү, хәстәрләү. □ Проявлять заботу, заботиться. // Проявление заботы, забота. Туғандарҙы сәғи итеп тороу. Ата-әсәне сәғи итеү. Бала-сағаны сәғи итеп йөрөү.
781