Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 782 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘҒИ КҮРҺӘТЕҮ
СӘҒИ КҮРҺӘТЕҮ (сәғи күрһәт-) ҡ. ҡар. сәғи итеү 2. Оло кешеләргә сәғи күрһәтеү. Яҡындарға сәғи күрһәтеү.
СӘҒИТ-ҠЫУАҠАН (Р.: название башкирского рода; И.: Bashkir tribal name; T.: bir Başkurt soynun adı) и. этн.
Башҡорт ырыуының исеме. □ Сагит-кувакан (название башкирского рода). Сәғит-ҡыуаҡан ырыуы. Сәғит-ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары йылъяҙмаһы. Сәғит-ҡыуаҡан ырыуы биләмәһе.
СӘҒЛӘЙӘН-БИШУЛ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бишул-унғар-табын ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағы исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени бишул-унгар-табын. Сәғләйән-бишул аймағы. Сәғләйән-бишул иләүе. Сәғләйән-бишул араһы тамғалары.
СӘҒӘҘӘТ [ғәр. (Р: счастье; И.: happiness; T: saadet) и. кит. ҡар. бәхет.
Рәхәт тормош; ырыҫ, ураҙ. □ Счастье, благополучие. Сәғәҙәткә ирешеү. Сәғәҙәт теләү. ■ Ҡайҙа китте икән ғаиләләрем менән рәхәт вә сәғәҙәттә торған көндәр. Н. Ҡәрип. Эҙләйем ғилем, йөрөһәм дә ерҙә генә, .. милләттең дә сәғәҙәте миндә генә. Я. Юмаев.
СӘҒӘҘӘТЛЕ I (Р: счастливый; И.: happy; prosperous; T.: saadetli) с. кит. ҡар. бәхетле.
Бәхете булған, бәхете бар, ырыҫлы, ураҙлы. □ Счастливый, благополучный. Сәғәҙәтле киләсәк. Сәғәҙәтле тормош. Сәғәҙәтле көндәр. Сәғәҙәтле минуттар. Сәғәҙәтле сәғәттә эш башлау. ■ Ғәжәп эштәр үтеп тора хыялға, сәғәҙәтле ҡанун бар төҫлө алда. М. Ғафури.
СӘҒӘҘӘТЛЕ II (Р: счастливо; И.: happily; T.: mesut) р. кит.
Бәхетле, ырыҫлы, рәхәт. □ Счастливо, благополучно. Сәғәҙәтле булыу. Сәғәҙәтле йәшәү. Сәғәҙәтле донъя көтөү.
СӘҒӘТ I [ғәр. (Р: час, время; И.: hour; time; T.: saat) и.
1. Тәүлектең егерме д үрттән бер өлөшөнә (алтмыш минутҡа) тигеҙ булған ваҡыт берәмеге. □ Час, время. Төшкө ашҡа бер сәғәт бүлеү. Сәғәт ярым ваҡыт ҡалыу. Һигеҙ сәғәт эшләү. Байрам алды көнөндә ярты сәғәт кенә дәрестәр ҡаралған. ■ Ярты сәғәт самаһы атлағас, ҡыҙыл түбәле ап-аҡ бина янында ҡатын-ҡыҙ төркөмөнә туҡтарға ҡуштылар. Ә. Хәкимов. Сәғәтенә алтмыш минут — минут һайын һағынам. Халыҡ йырынан. • Аш ҡәҙере — ете сәғәт, ашыҡҡанда — ярты сәғәт. Әйтем.
2. Тәүлектәге ваҡыт берәмегенең тон йәки көн үҙәгенән башлап иҫәпләнгән һаны.
□ Время. Сәғәт нисә? Сәғәт бер. Иртәнге сәғәт биштә тороу. Сәғәт унда — отбой. Сәғәт 8-ҙә эш башлана. Сәғәт 9-ға һуңламай килеп етеү.
3. Ниндәйҙер эш-хәл башҡарылған йәки нимәлер барлыҡҡа килгән, булған ваҡыт, мәл.
□ Час, время. Бәхетле сәғәттәр. Һынаулы сәғәттәр. ■ Шул сәғәт кемдер берәү килде. Ш. Бабич. Ошо сәғәттең Ихсанбай менән Гөлбаныу ҙың яҙмышын билдәләр мәл булыуын әйт әле! Т. Ғарипова. [Ғизелбанаттың] туҡмалмаған көнө, ҡыйырһытылмаған сәғәте юҡ ине. Ғ. Ибраһимов.
4. Ниндәйҙер эш-шөғөлгә билдәләнгән ваҡыт. □ Час, время. Йоҡлар сәғәт. Уҡыу сәғәте. Төшкө аш сәғәте. Ял сәғәте. Эш сәғәте. Комендант сәғәте. К Ҡан әсеүсе кешелеккә яуап бирер сәғәт еткән. Т. Ҡа-рамышева. • Үлергә сәғәт бар, үлмәҫкә сәбәп бар. Әйтем.
5. Бер дәрескә билдәләнгән ваҡыт араһы.
□ Урок, занятие, час (определённое время для урока или занятия). Алты сәғәт уҡыу. ■ Тәнзилә лекцияның һуңғы сәғәтен тыңламаны. Р. Низамов.
6. Бер фән өсөн билдәләнгән дәрес берәмеге. □ Урок (время для одного предмета в неделю или год). Өҫтәмә сәғәт уҡытыу. Мәктәп уҡытыусыһының ставкаһы — 18 сәғәт. Инглиз теле аҙнаһына өс сәғәт уҡытыла. Беренсе класта аҙнаһына бер сәғәт музыка дәресе ҡаралған. ■ Мөхлисә
782