СӘРҘАР
Ғәҙәттәгенән ныҡ түбән температуралы һауа. □ Холод. Сәрди башланды. Сәрди төштө. Сәрди аяҡ-ҡулды ҡурып алып бара. И Ғөрбәт эсрә ҡалдығы тәшнә хажиҙар өсөн, ас-яланғас бәғере бер йән, аһ, сәрдиҙәр өсөн. М. Өмөтбаев.
СӘРҘАР [фарс. j'-LhJ (Р.: главнокомандующий; И.: commander in Chief; T.: serdar) и. хәрби. тар.
Ҙур ғәскәр башлығы. □ Главнокомандующий. ■ Шул сағында һуҙ артынан һуҙ ялғанған, сәрҙар Ҡаһым Ҡутуз батшаны маҡтаған. Бәйеттән.
СӘРҘӘ (Р: пастернак; И.: parsnip; Т.: kelemenkeşir) и. бот.
Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған эре аҡ сатыр сәскәле, өсәр-өсәр оҙонса япраҡлы, оҙон һабаҡлы ашарға яраҡлы урман үләне; зәржә, ҡуянтубыҡ. □ Пастернак (весенняя съедобная трава) (лат. Pastinacd). Сәрҙә сәскәһе. Сәрҙәнең тамырын ашарға ярай.
СЭР ҘӘ СӨР оҡш. ҡар. сәр-сөр. Сэр ҙә сөр сарбайлап йөрөу. Сэр ҙә сөр талашып китеу. Сэр ҙә сөр килгән ҡоштар туплауы.
СЭРЕ (Р: до; И.: until; T.: kadar) бәйл. диал. ҡар. саҡлы.
Төбәү килештәге һүҙҙәр менән килеп, ара, ваҡыт сиген белдерә; ҡәҙәр, тиклем. □ До (послелог). Ауылға сэре. Туҡталышҡа сэре. Иртәгә сэре көт. Төнгә сэре йөрөу. Таңға сэре эш менән ултырыу.
СӘРЕЛДЕК (Р: визгливый; И.: shrill; Т: tiz sesli) с.
1. Нәҙек, әсе (тауышҡа ҡарата). □ Визгливый. Сэрелдек тауыш.
2. Нәҙек тауышлы; сыйылдаҡ. □ Писклявый, пискливый. Сэрелдек ҡыҙ. Сэрелдек бала. Сэрелдек ҡатын.
СӘРЕЛДӘК с. ҡар. сэрелдек. Сәрелдәк бисә-сәсәләр. ■ Биксәнтәйҙе .. Бәҙерни-саның сәрелдәк тауышы һиҫкәндерҙе. И. Ноғоманов.
СӘРЕЛДӘТЕҮ (сәрелдәт-) (Р: заставить визжать; И.: make shrill; T.: cırlatmak) ҡ.
Сәр-сөр ҡысҡыртыу, тауышландырыу. □ Заставить визжать. Баланы сәрелдәтеу.
Сәрелдәтә башлау. Ҡоштарҙы сәрелдәтеу. Ҡурҡытып сәрелдәтеу.
СӘРЕЛДӘҮ (сәрелдә-) (Р: верещать; И.: screech; T: cırlamak) ҡ.
1. Әсе, нәҙек тауыш сығарыу; сәр-сөр килеү (ҡош-ҡорт, бөжәктәргә ҡарата). □ Верещать, стрекотать, щебетать, пищать. // Верещание, стрекотание, стрекот; щебетание, писк. Үҙ-ара сәрелдәу. Өҙөп-өҙөп сәрелдәу. Аҡсарлаҡтар сәрелдәуе. Мейес артында сиңерткә сәрелдәуе.
2. Әсе, нәҙек тауыш менән йырлау, ҡысҡырыу, һөйләү һ. б.; сәр-сөр килеү (кеше телмәренә ҡарата). □ Визжать. // Визг. Әсе тауыш менән сәрелдәу. Бар көскә сәрелдәу. М Ҡатын-ҡыҙ, сәрелдәп, .. төрлө яҡҡа һибелде. М. Кәримов.
СӘРЕЛДӘШЕҮ (сәрелдәт-) ҡ.урт. ҡар. сәрелдәү, взаимн. от сәрелдәү. Ҡумәкләп сәрелдәшеу. Урамда сәрелдәшеу.
СӘРЕҮӘР АҒАС и. диал. ҡар. сәрүәр I. Сәреуәр ағас сәскәһенең еҫе бал ҡорттарын уҙенэ ылыҡтыра. Сәреуәр ағас сәскәһе балға бай.
СӘРИҒ [ғәр. (Р: скорый; И.: prompt; fast; T: seri) с. иҫк. ҡар. тиҙ.
Етеҙлек, тиҙлек менән башҡарылған, ашығыс. □ Скорый, спешный, поспешный, срочный. Сәриғ эш. Сәриғ хәрәкәт. Сәриғ йомош.
СӘРИР [ғәр. (Р: престол; И.: throne; T.: şerir) и. иҫк. кит. ҡар. тәхет.
Ниндәй ҙә булһа ил, ханлыҡ эштәрен башҡарғанда батша йәки король ултырыу өсөн ҡалҡыу урынға ҡуйылған аҫыл биҙәкле ултырғыс һәм шуның символы. □ Престол. Баҫыр сәрир юҡ. Һәр кемдең уҙ сәрире. И Былбылдар жәулан ҡылыр сәрирендә. М. Аҡмулла.
СӘРКЕЛДӘК (Р: визгливый; И.: screechy; T: yüksek ve tiz bir sesli) c.
Нәҙек, әсе, ҡолаҡты ярып барған (тауышҡа ҡарата). □ Визгливый. Сәркелдәк тауыш менән һөйләшеу. Сәркелдәк тауыш менән ҡысҡырыу. Сәркелдәк тауышы менән ҡолаҡты ярып бара.
822