СӘРМАЯ
СӘРКЕЛДӘҮ (сәркелдә-) (Р.: кричать визгливым голосом; И.: shrill, scream; T.: yüksek ve tiz bir sesle bağırmak) ҡ.
Нәҙек, әсе тауыш менән ҡысҡырып һөйләү. □ Кричать, ругаться, браниться визгливым голосом. Сәркелдәп йөрөу. Алама һуҙҙәр менән сәркелдәу. Үткән һайын сәркелдәп ҡалыу. Туҡтауһыҙ сәркелдәу. S Сәлимә теленә ни килде шуны сәркелдәргә төтөндө. Ф. Иҫәнғолов.
СӘРКЕЛДӘШЕҮ (сәркелдәш ) ҡ. урт. ҡар. сәркелдәү, взаимн. от сәркелдәү. Сәркелдәшә башлау. Сәркелдәшеп тороу. Баҫыу яңғыратып сәркелдәшеу.
СӘРКЕШ и. диал. ҡар. сәкей. Сәркеш өңө. Сәркештәр ғаилә менән йәшәй. Сәркештәрҙең балалары.
СӘРКӘ и. диал. ҡар. селбәрә. Сәркә балыҡ. Сәркә һөҙөу. Ажау сәркәләр менән туҡлана.
СӘРКӘНСӘК (сәркәнсәге) (Р.: книжка; И.: third stomack; T.: kırkbayır) и. диал. ҡар. ҡатлансыҡ II.
Көйөшлө малдың ашҡаҙанындағы өсөнсө бүлек; ҡатлы ҡарын. □ Книжка (часть желудка у жвачных животных). Сәркәнсәк таҙартыу. Сәркәнсәк бешереу. Һыйыр сәр-кәнсәге. Һарыҡ сәркәнсәге.
СӘРКӘТИП (сәркәтибе) [фарс.
(Р: секретарь; И.: secretary; T.: serkatib) и. кит.
Рәйестең йәки башҡа етәксенең ярҙамсыһы; секретарь. □ Секретарь. Сәркәтип ҡыҙ. Сәркәтип итеп алыу. ■ Байрам уткәс, бер оло мәжлес була: сәркәтип — бер ен, рәис иблис була. Ш. Бабич. Нуралиҙың Әлмөхәммәт Нурмөхәммәт изге атлы сәркәтибе бар. Ғ. Хөсәйенов.
СӘРКӘШ I [фарс. (Р: упрямый; И.: obstinate; T.: serkeş) с.
1. Үҙ һүҙен бирмәй талашҡан; бәйләнсек, терәпес; еңмеш. □ Упрямый. Сәркәш ир. Сәркәш малай. Сәркәш кеше.
2. Һуғышырға бик әүәҫ, һуғышырға ҡулы ҡысып торған. □ Драчливый. Сәркәш әтәстәр кеуек ҡыланыу. Сәркәш малай булып уҫеу. Сәркәш ата ҡаҙ уткән-һуткән кешегә
ташлана. Я Сауҙагәрҙең Усман исемле тупаҫ, сәркәш малайы Салихка көн курһәтмәй. X. Мохтар. ■ [Кендек:] Сәркәш Мортаза ағайым, урам һуғышында туҡмалыуҙан мандымай, вафат булды. М. Кәрим.
СӘРКӘШ II (Р: вол; И.: ох; T: öküz) и. а. х.
1. Эш йә ит өсөн бестереп аҫралған үгеҙ. □ Вол (кастрированный бык). Арыҡ ҡына сәркәш. Сәркәштәрҙе ҡыуып килтереу. Сәркәштәр көтөуе. Борон сәркәштәрҙе егеп, ер һөргәндәр.
2. диал. Екке үгеҙ. □ Ездовой бык. Сәркәш егеп йөрөу. Сәркәште еккенән бушатыу. Сәркәштәр менән ер һөрөу.
3. кусм. Һуғышырға бик әүәҫ кеше; һуғышҡаҡ, һуғыш суҡмары. □ Драчун. Сәркәшкә әйләнеу. Ауыл сәркәше. Сәркәш менән тартҡылашып алыу.
СӘРКӘШ III и. диал. ҡар. сәрпүш. Самауыр сәркәше. Сәркәш менән самауыр мөрйәһен ябып ҡуйыу.
СӘРКӘШ БАЛЫҠ (балығы) (Р: бойцовая рыбка; И.: fighting fish; T.: beta balık) и. зоол.
Асыҡ зәйтүн төҫөндәге һуғышҡаҡ, ваҡ аквариум балығы. □ Бойцовая рыбка, сиамский петушок (лат. Betta splendens). Сәркәш балыҡтар һуғышы. Сәркәш балыҡтар аҫрау. Инә сәркәш балыҡ. Сәркәш балыҡ төрҙәре. Сиамда сәркәш балыҡтар һуғышын ойошторалар.
СӘРКӘШЛӘНЕҮ (сәркәшлән-) (Р: становиться непослушным, упрямым; И.: get obstinate; T.: inat etmek) ҡ.
Үҙһүҙләнеп еңешеү. □ Становиться непослушным, упрямым. Сәркәшләнеп йөрөу. Сәркәшләнеп алды. Сәркәшләнә башланы.
СӘРЛӘҮХӘ [фарс. (Р: заголовок; И.: title; T.: serlevha) и. иҫк.
Китаптың, яҙманың исеме, башы. □ Заголовок, заглавие. Китап сәрләухәһе. Сәр-ләухәне генә уҡыу. Сәрләухәне ҙур хәрефтәр менән яҙыу.
СӘРМАЯ [фарс. (Р: первоначальный капитал; И.: stock; T.: sermaye) и. иҫк.
823