СӘРМИН
Нимәнелер башлап ебәрер өсөн тәғәйенләнгән аҡса; капитал. □ Первоначальный капитал, основная сумма. Сәрмая йыйыу. Сәрмая туплау. Сәрмая ҡалдырыу. Дәүләттән сәрмая һорап тороу. Сәрмая өсөн һалып барыу. ■ [Садри:] Туҡта, ҡарайым әле, кеҫәләге сәрмая тейешле миҡдарҙы тәшкил итәме икән? Ғ. Ибраһимов. Бай үлгәндә балаһының ғүмеренә етерлек сәрмая ҡалдырған. Әкиәттән.
СӘРМИН [ғәр. <5 (Р- отдельно; И.:
separately; Т.: ауп) р. иҫк.
Бүтән нәмәләр менән бергә ҡушылмай; үҙенә бер башҡа; айырым, бәйләнешһеҙ. □ Отдельно. Сәрмин йәшәү. Сәрмин тороу. Сәрмин ҡарау. Сәрмин йөрөү.
СӘРМӘ I (Р.: дорожная сумка; И.: travelling bag; keester; T.: yol çantası) u.
Тиренән, күндән, туҡыманан тегелгән йәки сей йүкәнән үреп яһалған юл моҡсайы, ҡабы. □ Дорожная сумка (из обработанной шкуры или из шерстяной ткани). Ауыр сәрмә. Сәрмә аҫып йөрөү. Сәрмәне елләтеп алыу. й Һәүезә, ҡабыҡ сәрмәнән күгәргән ҡорот сығарып, иренең алдына ҡуйҙы. Я. Хамматов.
СӘРМӘ II (Р.: лубяной дорожный короб; И.: bast-fiber basket; T: kabuktan yapılmış kutu) u.
Ҡабыҡтан яһалған юл ҡумтаһы. □ Лубяной дорожный короб. Буш сәрмә. Сәрмәгә ҡыйырсыҡ икмәк һалып алыу. Сәрмәгә аҙыҡ-түлек тултырып алыу. ■ Ҡарт сәрмәһенән икмәк сығара. Әкиәттән.
СӘРМӘ ҠАҒЫУ (Р.: свадебное угощение, привезённое сватами; И.: wedding treats; T.: düğün ikramı) и. этн.
Туйҙа кейәү яғынан килгән күстәнәскә һыйланыу. □ Свадебное угощение, привезённое сватами со стороны жениха. Сәрмә ҡағыу йолаһы. Сәрмә ҡағыу башланды. Сәрмә ҡағыу күңелле үтте. Туй сәрмә ҡаҡмайса үтмәй. ■ Иң абруйлы, хөрмәтле оло ҡунаҡтар килеп бөтмәйенсә, сәрмә ҡағыу йолаһы атҡарыла башламаған. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӘРМӘ ТӨБӨ (Р: подарки, преподнесённые невестой будущей свекрови и старшей родственнице жениха; И.: wedding gifts of a bride; T: gelinin hediyeleri) и. этн.
Егеттең ата-әсәһенә хөрмәт йөҙөнән килтергән килен бүләктәре. □ Подарки, преподнесённые невестой будущей свекрови и старшей родственнице жениха. Сәрмә төбө биреү. Сәрмә төбө мул булған. Сәрмә төбө өсөн тәғәйенле бүләк. й Сәрмә төбө, туйҙа хуш ашын ашағас, ҡыҙҙарҙың сәрмә тотоп, ишек төбөндә тороп йыйған бүләге. Картотека фондынан. Ҡоҙа һыйы — ун тәңкә, ҡалған һыйы — йөҙ тәңкә, сәрмә төбө — мең тәңкә. Халыҡ ижадынан.
СӘРПҮШ (Р: заглушка; И.: plug; T: semaver bacasının kapağı) и. диал. ҡар. түбәсәй.
Самауырҙың утлы торбаһын баҫа торған ҡапҡас; самауыр баҫҡыс. □ Заглушка (у самовара). Сәрпүш менән баҫып ҡуйыу. Еҙ самауыр сәрпүше. Сәрпүшен алып, самауырға күмер өҫтәү. Сәрпүш урынына сәйнүк ултыртыу.
СӘРПӘК (сәрпәге) (Р: щепка; И.: chip; T: yonga) и.
1. Нимәлер ватылғанда, ярылғанда, ҡыйратылғанда барлыҡҡа килгән бәләкәй ки-ҫәк. □ Щепка, осколок. Осло сәрпәк. Ағас сәрпәге. Сынаяҡ сәрпәге. Быяла сәрпәге. Утын сәрпәге. ■ [Полковник Тағанов, уйланып:] Хәлһеҙләнгән полктың бер сәрпәге менән тағы күпме ҡаршы торорға була? Р. Байымов.
2. диал. Ҡая таштың ҡатланып торған һикәлтәһе. □ Уступ скалы. Ҡая сәрпәге. Мәмерйәлә ярғанат сәрпәккә һырығып тора. Ҡая сәрпәгендә лә үләндәр үҫкән.
СӘРПӘКЛӘНЕҮ (сәрпәклән-) (Р: расщепляться; И.: split; T.: yarılmak) ҡ.
Ваҡ ҡына йоҡа, буй-буй киҫәктәргә бүлгеләнеү, ярғысланыу. □ Расщепляться на лучины. Сәрпәкләнгән таш. Сәрпәкләнгән утын. ■ Күҫәкбей кирелеп атып ебәрә, уҡ ташҡа тейеп, таш сәрпәкләнеп сәсрәп китә. «Бабсаҡ менән Күсәк».
СӘРПӘКЛӘҮ (сәрпәклә-) (Р: расщеплять; И.: splinter, split; T: yongalamak) ҡ.
824