Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 825 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘРҮИ
1. Ваҡ ҡына йоҡа, буй-буй киҫәктәргә ярғыслау. □ Расщеплять. // Расщепление. Утын ярғанда сәрпәкләнә. Ҡайын утын сәрпәкләнә. Сәрпәкләнеп тороу. Я Сәлим, ҡоро ярҡаларҙы сәрпәкләп, тиҙ ук утын тоҡандырҙы. С. Шәрипов.
2. Ярсыҡтарға ярылыу, киҫәктәргә бүленеп ватылыу. □ Раздроблять. // Раздробление. Һөйәкте сәрпәкләу. Шифер сәрпәкләнә. Каяташтың бер ҡатламы сәрпәкләнеп тора. Я Ағайым дошман ҡалдырған минаға эләгеп шартлаған, ә ярсығы Рамаҙандың ҡулын сәрпәкләгән. Т. Килмөхәмәтов.
3. кусм. Телгеләү, өҙгөсләү (ваҡ киҫәктәргә). □ Разрывать (на мелкие куски). Йөрәкте сәрпәкләу. Ауыр һуҙ куңелде сәрпәкләй.
СӘРПӘЛӘҮ (сәрпәлә-) ҡ. диал. ҡар. сәрпәкләү 1,2. Сәрпәләп тороу. Итте сәрпәләу. Утынды сәрпәләп ярыу. Тәҙрә быялаһы сәрпәләнеу.
СӘРРАЖ [ғәр. (Р: шорник; И.: saddler; T: saraç) и. иҫк.
1. Күндән тегеп, эйәр-өпсөн йәки башҡа нәмә яһаусы. □ Шорник. Сәрраж булыу. Оҫталығы менән дан алған сәрраж. Борон сәрраждар алтын-көмөш менән эйәр-өпсөндәрҙе биҙәгән.
2. Китап төпләүсе. □ Переплётчик. Сәрраж булып эшләу. Оҫта сәрраж.
СӘРРАЖЛАУ (сәрражла-) (Р: переплетать; И.: bind; T: ciltlemek) ҡ. иҫк.
Күн менән тышлау. □ Переплетать (выделанной кожей). // Переплетение. Китапты сәрражлау. Сәрражлап ҡуйыу. Сәрражлап сығыу. Сәрражлай башлау.
СӘР-СӨР (Р: подражание визгу; И.: screech!; T.: cır cır) оҡш.
Әсе итеп нәҙек тауыш менән ҡысҡырғанды, ҡысҡырып һөйләшкәнде, илағанды һ. б. белдергән һүҙ. □ Подражание визгу. Сәр-сөр ҡысҡырыу. Сәр-сөр килеу.
СӘРТ (Р: шлёп!; И.: smack!; T.: şak!) оҡш.
Ус менән яланғас тәнгә еңелсә һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Шлёп!
(подражание звуку шлепка или щелчка). Сәрт итеп ҡалыу. Сәрт иттереп һуғыу.
СӘРТЛӘТЕҮ (сәртләт-) (Р: шлёпать; И.: slap; T: şaklamak) ҡ.
1. Сәрт иттереү. □ Шлёпать. // Шлепок. Сәртләтеп һуғыу. Яланғас беләгенә сәрт-ләтеу. М Шакирә уның [улының] ҡулына сәртләткәнсе һуҡты. 3. Ураҡсин.
2. Сәрт иттереп ярыу. □ Щёлкать. // Щёлканье. Сәтләуек сәртләтеу. Сәртләтеп тороу. Кипкән көнбағыш емештәрен ярып сәртләтеу.
3. Тел менән сәрт иткән тауыш сығарыу; эйәк тартыу. □ Цокать. Тел сәртләтеп ҡуйыу.
СӘРТЛӘҮ (сәртлә-) (Р: щёлкаться; И.: cackle; T.: şaklamak) ҡ.
Сәрт итеү, сәрт иткән тауыш сығарыу.
□ Щёлкаться. Сәртләй башлау. Сәртләп тора. К Куян мылтығының сәртләп атылған нәҙек тауышы Әхмәҙигә нисектер ирмәк тойолдо. Ж. Кейекбаев.
СӘРТЛӘҮЕК (сәртләүеге) и. диал. ҡар. сәтләүек. Сәртләуек ҡыуағы. Имән сәрт-ләуеге. Эрбет сәртләуеге. Сәртләуек ярыу. Сәртләуек урманы.
СӘРТ-СӘРТ (Р: шлёп-шлёп!; И.: smacksmack!; T: şak!) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сәрт иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Шлёп-шлёп! (подражание повторяющимся звукам шлепка или щелчка). Сәрт-сәрт итеу. Сәрт-сәрт килеу. Сәрт-сәрт иткән тауыш сығарыу. Сәрт-сәрт иткән сыбыртҡы тауышы.
СӘРҮИ I [ғәр. (Р: кипарис; И.: cypress; T.: servi) и. бот.
1. Артыш япраҡлы, оҙон, төҙ олонло мәңге йәшел көньяҡ ағасы; кипарис.
□ Кипарис (лат. Cupressus). Сәруи олоно. Сәруи тубырсығы. Сәруи ағас төрҙәре. Ж Баҡсаларҙа сәруи ағас, ботағында һандуғас. Халыҡ йырынан.
2. диал. ҡар. сәрүәр 1. Сәруи ҡыуағының төрҙәре.
СӘРҮИ II (Р: стройный; И.: slender; sylphlike; T.: zarif) с.
825