СӘРҮӘР
Зифа, һомғол буйлы. □ Стройный, грациозный (о фигуре). Сәруи ҡиәфәт. Сәруи кәуҙәле. Сәруи ҡыҙ.
СӘРҮӘР I [фарс. jj>-] (Р.: акация; И.: acacia; T.: akasya) и. бот.
Ваҡ япраҡлы, һары, аҡ сәскәле, ҡуҙаҡлы, селеккә оҡшаған эре ҡыуаҡ; бохар селеге. □ Акация (лат. Acacia). Сәруәр ағасы. Сәруәр ҡуҙағы.Сәруәр сәскәһе.
СӘРҮӘР II [фарс. (Р: глава; И.: leader; Т.: server) и. иҫк. ҡар. етәксе.
Баш булып, йүнәлеш биреүсе, идара итеүсе; башлыҡ. □ Глава, руководитель. Сәруәр булыу. Сәруәр итеп тәғәйенләнеу. Сәруәрҙең ҡабул итеу көндәре.
СӘРХҮШ [фарс. (Р: пьяный;
И.: drunken; bibacious; T.: sarhoş) с. иҫк. ҡар. иҫерек.
Иҫерткес эсемлек эскән. □ Пьяный. Сәрхуш кеше. Сәрхуш ир-ат. ■ Ҡатын .. сигара төтөнө арҡаһында сәрхуш булып ултырған кешеләрҙе тикшерә башланы. И. Насыри. [Оморҙаҡ — Һырғауылға:] Бының [сырецтың] бер сәкушкәһенән сәрхуш булырлыҡ. Ш. Бикҡол.
СӘРХӘТ [ғәр. (Р: простор; И.: expanse; scope; T.: ferahlık) и. иҫк. ҡар. иркен.
Киң урын, йәйрәп ятҡан ер. □ Простор. / Просторный. Сәрхәт ер. Сәрхәт баҫыу. Сәрхәткә сығыу. Сәрхәттә йөрөу. ■ Бындай сәрхәт яланда эшләу — уҙе бер дан. К. Мәргән. Туҡ буйҡайҙары ла сәрхәт ялан, әйләнәһен һары тал алған. Халыҡ йырынан.
СӘРХӘТ ҠЫЯҒЫ (Р: гребенщик; И.: salt cedar; T.: ılgın) и. бот.
Ҡуйы булып үҫә торған ваҡ ҡыяҡлы ҡыуаҡ. □ Гребенщик, тамариск, божье дерево, астраханская сирень (лат. Tamarix). Сәрхәт ҡыяғы сәскәләре. Сәрхәт ҡыяғы декоратив уҫемлек булараҡ йә ҡом тотоу маҡсаты менән уҫтерелә.
СӘРӘТАН [ғәр. и. иҫк. ҡар. саратан 1—3. Сәрәтан йондоҙлоғо. Сәрәтан айы. Сәрәтан башы. Сәрәтандың тәуге көндәре. Сәрәтан уҫемлектәр.
СӘС I (Р.: волос; И.: hair; T.: saç) и.
1. Кешенең башында үҫә торған мөгөҙ матдәнән ғибәрәт нәҙек кенә еп һымаҡ төк. □ Волос, волосинка; волосы. / Волосяной. Өлтөк сәс. Маңлай сәсе. Оҙон сәс. Сәс уреу. Сәс уҫтереу. Бөҙрә сәс. ■ Мыйығымды салдар баҫты, сәскә бик төшмәһә лә. Р. Йәнбәк. Убырлы ҡарсыҡ уны еҫкәнеп килеп табып ала ла йотоп ашай. Бибиғәйшә-нең ике толом сәсе генә тороп ҡала. Әкиәттән. • Ҡатын-ҡыҙ курке — сәс тә ҡаш, ирҙәр курке — мыйыҡ та һаҡал. Әйтем. Тауҙың курке таш булыр, баштың курке сәс булыр. Әйтем.
2. миф. Кеше кәүҙәһенең иң ныҡ миф-лаштырылған һәм үлемһеҙ өлөшө. □ Волосы (самая мифологизированная и бессмертная часть тела: с волосами рождаются, они продолжают расти и после смерти человека. С ними связано много обрядов, обычаев, запретов, примет). Сәс яғыу. Эңерҙә сәс тарарға ярамай. ■ Ышаныуҙар буйынса, сәс — йәнде теге донъяға оҙатыусы һәм юл төшөуен, тормош именлеген белдереусе. «Башҡорт мифологияһы»нан. Сәсте теләһә ҡайҙа ташларға ярамай, баш ауырый. Төшөңдә сәс курһәң, бәхеткә, һынамыш.
♦ Сәс бәйләү берәйһе менән ғаилә ҡороу; кейәүгә сығыу йә әйләнеү. □ Вступление в брак. доел. Связывание волос. Курше ҡыҙ менән сәс бәйләу. Кәрәкмәгән кеше менән сәс бәйләу. Сәс бәйләумәле етте. Сәс бәйләргә кәрәк. Сәс йолҡоу нимәгәлер үкенеп, үҙеңде үҙең өҙгәләү. □ Рвать на себе волосы (от досады ). ■ Ағас адвокат, бер аҙ айный төшөп, уҙ сәсен уҙе йолҡҡолай. Б. Бикбай. Сәскә сал төшөү {йәки ҡуныу) сәс ағарыу. □ Седеть. Сәсенә сал төшөп бөткән инде. Сәскә сәс бәйләнеү ҡар. сәскә сәсте бәйләү. ■ [Әбей:] Эйе шул, Зыя, фәрештәнең амин тигән сағына тап килеп, сәсегеҙ сәскә бәйләнеп тә ҡуйыр әле. М. Тажи. Сәскә сәсте бәйләү 1) кейәүгә биреүгә ҡарата әйтелә. □ Выдать замуж. ■ Минең генә сәсем бәйләнегеҙ утыҙ йәшкә оло ир менән. Сеңләүҙән; 2) бергә тормош ҡороу, өйләнешеү. □ Пожениться. ■ Тимерғаҙыҡ менән сәсте сәскә бәйләгәндән бирле ул [Зәйтунә] уҙен бик бәхетле
826