Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 827 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘСБАУ
итеп һанай ине. Ғ. Ибраһимов. Сәс менән ер һепереү кемдер өсөн өлтөрәп тороу, бөтә нәмәне эшләргә әҙер булыу. □ Угождать кому, доел. Волосами землю подметать. ■ Сәсем менән ер һеперермен, яланғас ҡулдарым менән таш ватырмын, иллә-мәгәр балаларымды кеше күҙенә ҡаратып тилмертмәм. Яр. Вәлиев. Сәстәре сәскә бәйләнгән өйләнешергә, бергә булырға насип иткән. □ Их свела судьба (о супругах). Шул тиклем пар килгәндәр, сәстәре сәскә бәйләнгән. Сәс үрә тороу бик ныҡ ҡурҡҡанды йәки шаҡ ҡатып аптырағанды белдерә. □ Ужасаться чему-л. доел. Волосы поднялись дыбом. ■ Ботаника дәресе еттеме, Исмәғилдең сәсе үрә тора. Яр. Вәлиев. Сафуандың сәстәре үрә торҙо. И. Абдуллин.
СӘС II (Р.: сухожилие; И.: sinew, tendon; T.: kiriş) и. диал. ҡар. тарамыш I.
Мускул һәм һөйәктәрҙе тоташтырған һуҙылыусан ныҡ һәм тығыҙ туҡыма. □ Сухожилие. Бешкән сәсте эткә биреү. Һум ит араһындағы сәс.
СӘС АҒАРЫУ (сәс ағар-) (Р: седеть; И.: turn gray; T.: saçları ağarmak) ҡ.
Тәбиғи төҫөн юғалтып, аҡ төҫлө сәстәр үҫеп сығыу. □ Седеть. Сәс ағара башлау. Сәс ағарып бөтөү. Ҡайғынан сәсе ағарыу. ■ Тәүҙә Фәтихов Раяны танымайыраҡ торҙо: күҙе-башы күгәргән, сәсе ағарып, көл төҫөнә кергән. А. Абдуллин. Йорт хужаһы күптән етмеште үткәндер, сәстәре ағарған. И. Абдуллин.
СӘС АҒЫҘЫУ (Р: пускать по воде волосы; И.: let hair flow by water; T: bir tür büyü) и. миф.
Ауырыуҙың сырхауҙары, зәхмәттәре китһен өсөн, ағын һыуға сәсен киҫеп алып һалыу. □ Пускать по воде волосы. Сәс ағыҙыу име. Сәс ағыҙыу менән имләү. И Һыу ташҡанда, ауырыуҙың сәсен ҡырҡып алып ағыҙалар, сир-соро китһен тип. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӘС АЛДЫРЫУ (сәс алдыр-) (Р: стричься; И.: cut one’s hair; T: saçlarını kestirmek) ҡ.
Сәсте ҡырҙырыу йә ҡыҫҡартып киҫтереү (күберәк ир-атҡа ҡарата әйтелә). □ Стричься, постригаться. Сәс алдырырға барыу. Сәс алдырып сығыу. Ҡыҫҡа итеп сәс алдырыу.
СӘСАЛЫҠ (сәсалығы) (Р: льночесалка; И.: flax comb; T.: keten sorguç) и. диал.
Етен сүсен тарау ҡулайламаһы; етен тарағы. □ Льночесалка. Сәсалыҡ менән эшкәртеү. Сәсалыҡ аша үткәреү. Етенде сәсалыҡ менән тарау.
СӘС АЛЫУ (сәс ал-) (Р: стричь; И.: cut hair; T.: kesmek) ҡ.
Теге йәки был кешенең сәсен ҡырыу йә ҡыҫҡартып киҫеү (күберәк ир-атҡа ҡарата әйтелә). □ Стричь, постригать. Сәс ала башлау. Егеттәрҙең сәстәрен алыу. Оҫта итеп сәс алыу.
СӘС АЛЫУСЫ (Р: парикмахер; И.: hairdresser; T: kuaför) и.
Махсус рәүештә уҡып сығып, бөҙрәхана-ла йә үҙ торлағында кешеләрҙең сәстәрен төрлөсә матурлап тороусы. □ Парикмахер. Сәс алыусыға барыу. Сәс алыусы булып эшләү. Оҫта сәс алыусы. Сәс алыусы һәнәре.
СӘСАУЫРЛЫҠ (сәсауырлығы) (Р: на-косник с рублёвой монетой; И.: bow with small coins; T: bir ruble para ile süslü saç örgüsü) и. этн. ҡар. сәсүрмес.
1. Һумлыҡ тәңкәле сәсүрмес. □ Накосник с рублёвой монетой. Сәсауырлығы яһау. Көмөш тәңкәле сәсауырлығы. ■ Өләсәйем сәсенә сәсауырлығы ҡушып үреп, сәсен алға төшөрап һалып, яулыҡ ябынып йөрөй торғайны. Экспедиция материалдарынан.
2. миф. Ҡурсалау, һаҡлау көсөнә эйә булған әйбер. □ Накосник (мифологизированный предмет). Сәсауырлыҡтың көсөнә ышаныу.
СӘСАУЫРТМАҒЫ и. этн. диал. ҡар. сәсүрмес. Сәсауыртмағы ҡушып үреү. Сәсауыртмағындағы баҡыр тәңкәләр. Быуындан быуынға күсеп килгән сәсауыртмағы.
СӘСБАУ I и. этн. ҡар. сәсмәү. Мәрйенле сәсбау. Сәсбау тағыу. ■ Сәсбауҡайҙарын
827