Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 828 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘСБАУ
серт-серт тибеп, һыу ташыйҙыр бер ҡыҙ баҡсаға. Халыҡ йырынан.
СӘСБАУ II (Р.: верёвочки из разноцветных шерстяных ниток, раздаваемые невестой девочкам; И.: multicoloured wool yarn; T.: gelinin kızlara verdiği hediye ipler) и. этн.
1. этн. Йәш килендең, төрлө төҫтәге йөн ептәрҙән үреп килтереп, ҡыҙҙарға таратҡан сәс үрмесе. □ Верёвочки из разноцветных шерстяных ниток, раздаваемые невестой девочкам. Оҙон сәсбауҙар. Сәсбау таратыу. Еңгә сәсбауын алыу. Ҡыҙҙарға сәсбауҙар уреу.
2. миф. Күҙ тейеүҙән һаҡлаусы төҫлө йөндән үрелгән сәс үрмесе. □ Верёвка из разноцветных шерстяных ниток. Сәсбауҙы һалҡын шишмә һыуында йыуып сафландырып алыу. ■ Ҡаты куҙҙән һаҡлау өсөн, ҡыҙ балаға асыҡ төҫтәрҙән сәсбау уреп ебәргәндәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӘС БАУЫ (Р.: украшение-оберег; И.: kind of amulet; T.: bir tür muska) и. миф.
Ҡатын-ҡыҙҙы һаҡлау өсөн ат ялынан үрелгән сәс үрмесе. □ Украшение-оберег (который плетут из восьми прядей конских волос), доел. Верёвочка для волос. Сәс бауы уреу. П Сәс бауы ат ялынан урелә ике һигеҙҙән. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӘС-БАШ (Р: внешность; И.: appearance; T.: görünüş) и.
1. Кешенең тышҡы күренеше. □ Внешность, внешний вид. ■ Маһира, көҙгө янына килеп, сәс-баштарын төҙөткеләне лә Әҡлимә янына килеп ултырҙы. X. Ғиләжев. Фәузиә бик әкрен яҡынайҙы былай ҙа, уларға [Ихсанбай менән Сәбиләгә] сәс-баштарын рәтләргә ваҡыт ҡалдырҙы. Т. Ғарипова.
2. йыйн. Сәс һәм баш. □ Волосы и голова. Я Эште тамамлағас, ҡыҙҙар Йәнәшкә төшөп, һыу инеп, таҙарынып, сәс-башын тарап, матурланып килә. Ғ. Хисамов.
СӘС БӨҘРӘЛӘТЕҮ (сәс бөҙрәләт ) (Р: сделать перманент, завивку; И.: have a perm; T.: saçlarını kıvırmak) ҡ.
Тәбиғәте менән тура булған сәсте яһалма рәүештә төрлө ысул менән бөҙрәләтеү. □ Сделать перманент, завивку. Сәс
бөҙрәләтергә барыу. Сәс бөҙрәләтеп сығыу. Сәс бөҙрәләтеп тороу.
СӘС БӨРТӨГӨ (Р: волос; И.: single hair; T: saçın bir teli) и. һөйл.
Бер генә сәс. □ Волос, волосок, волосинка. Сәс бөртөгө табыу. Сәсенең бөртөгө генә лә төшмәһен тигән ҡаты киҫәтеу. ■ Тәу тапҡыр аҡ сәс бөртөгөн кургәс, Гәуһәрҙең куҙ алдары ҡараңғыланды, тыны ҡурылды. И. Абдуллин.
СӘС БӘКЕҺЕ (Р: бритва; И.: razor; Т: çakı) и.
Сәс-Һаҡал ҡырыу өсөн тәғәйен махсус бәке. □ Бритва. Сәс бәкеһен уткерләп алыу. Сәс бәкеһе эшләу. Сәс бәкеһе биреп тороу. Сәс бәкеһе менән ҡырыныу. ■ [Ғәйнулла ҡарт — Хәмиттең атаһына:] Сәс бәкеһе яһауҙан башҡаға ярамаған салғыһына оялмай бер тәңкә һорай. С. Агиш. Уҡ-башаҡтарыбыҙ алтын һымаҡ ялтырай, ҡылыстарыбыҙ ҙа сәс бәкеһе төҫлө ут-керләнеп киткән. Халыҡ ижадынан.
СӘСЕЛДЕРЕҮ (сәселдер-) (Р: рассыпать; И.: scatter; T: serpmek, dökmek) ҡ.
1. Тирә-яҡҡа ҡойолдороу, таратыу.
□ Рассыпать, просыпать, осыпать. Сәселдереп ебәреу. Шәкәр ҡомон сәселдереу. Ашлыҡты сәселдереп ебәреу. Ярма тугеп сәселдереу.
2. Эргә-тирәгә һибелдереү, түгелдереү.
□ Проливать. Һыу сәселдереп килеу. Сәселдереп китеу. Мөлдөрәмә биҙрәләрҙе сәселдереп атлау.
СӘСЕЛЕҮ (сәсел-) (Р: посеяться; И.: plant; seed; T: ekilmek) ҡ.
1. Үҫтереү өсөн алдан эшкәртелгән тупраҡҡа орлоҡ һибелеү, ултыртылыу.
□ Посеяться. Ҡыяр сәселеу. Иген сәселеп бөтөу. Ҡарабойҙай сәселеу. И Ялан тултырып тары сәселгән. Әкиәттән.
2. Түгелеп, һибелеп, төрлө ергә барып төшөү, тәртипһеҙ, тырым-тыраҡай таралыу. □ Рассыпаться; рассеиваться. Иҙәнгә сәселеу. Патроны сәселеп китеу. Тирә-яҡҡа сәселеу. Мәрйендәр сәселеу.
3. Төркөм-төркөм булып йәки берәмләп төрлө яҡҡа китеү, йүнәлеү; таралыу. □ Рас-
828